«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҠСАҒЫҘҘА НИҘӘР ҮҪӘ?
+  - 


ҺОРАУ: Һабанда һайрашмаһаң, ырҙында ыңғырашырһың, ти халыҡ мәҡәле. Быйыл баҡсағыҙға нимәләр сәстегеҙ?

Гүзәл МЫРҘАЕВА, Баймаҡ ҡалаһы:
Үҙебеҙҙең шәхси йортобоҙҙа йәшәйбеҙ, шуға ла баҡсаны хәстәрләмәйенсә, сәсмәйенсә булмай. Ерҙән төңөлмә, тиҙәр бит халыҡта ла. Шулай ҙа мин үҙемде йәбешеп ятып баҡса тәрбиәләгән кеше тип әйтә алмайым. Дүрт улға атай-әсәйбеҙ, шуға ла йәшелсәләрҙе лә уларҙың нимәгә өҫтөнлөк биреүенә, нимә яратыуынан сығып сәсәбеҙ. Ҡыяр, помидор, кишер, сөгөлдөр, картуф яҡшы үҫә. Балалар баклажан, таш ҡабаҡ, патиссон кеүектәрҙе ашамай ҙа, шуға уларына иғтибар юҡ. Бына кәбеҫтә менән һуғанды теләп тә үҫтерә алмайым. Былтыр әсәйем Бөрйәндән килеп, бына ошолай итеп ултырталар, тип өйрәтеп, үҙе сәсеп ҡайтты. Нисек ултыртты, шул килеш ҡатты инде. Бәлки, еребеҙ был йәшелсәләргә килешмәйҙер.
Ҡыяр бигерәк уңа беҙҙә, уны ҡышҡылыҡҡа ла күп итеп тоҙлайым. Томатты йыл һайын 15-20 төп кенә ултыртам, тейем дә, иҫемә килеп, ҡарап ебәргәндә, 100-ҙән ашыу төп ултыртып ташлаған булам. Хәҙер поликарбонат теплицалар бар, орлоҡто тура теплицаға сәсәм. Элекке һымаҡ, өйгә сәсеп мәшәҡәтләнмәйем. Иртә сәсһәң, ныҡ буйға китә лә, үҫенте насар була. Май уртаһына минең томаттарым саҡ бармаҡ буйы ғына була. Әҙерәк йылынғас, апрелдең 20-ләренән һуң сәсәм. Тышҡа сығарыу ваҡыты етеүгә матур итеп нығынып, үҫеп өлгөрәләр. Беҙҙең яҡта был сама менән июндең 15-тәренә тура килә. 5-6 йыл шулай итәм, беренсенән, өйҙә үҫенте урын алып ултырмай, тупрағы ҡойолмай, икенсенән, ошо рәүешле улар нығыраҡ, көслөрәк булып үҫә.
Ҡышҡылыҡҡа салаттарҙы ла күпләп ябам. Сөнки быйыл, Алла бирһә, икенсе улыбыҙ ҙа студент булырға тора. Өлкәне әҙер аштар - борщ, щи, рассольниктарҙы риза булып ҡына алып китә, һыу ҡайнатып, һалып ебәрһәң, тәмле аш әҙер ҙә. Балам ас йөрөмәй, минең дә күңелем тыныс. Сама менән 100 банканан ашыу салат ябам. Компот та 80-90 банка булып китә. Күстәнәскә лә йәтеш.
Ялҡауланмаһаң, барыһы ла үҫә. Борсаҡ, еләк кеүек балалар үҙҙәре өҙөп ашап йөрөрлөк әйберҙәр ҙә ултыртам. Һыу һибергә, уташырға ярҙам итәләр, шулай ҙа улдарымдан, баҡсаны ҡарашығыҙ, тип, артыҡ талап итмәйем.

Зәйтүнә АЙЫТБАЕВА, Бөрйән районы Ҡолғана ауылы: Элек, балалар бәләкәй саҡта күп үҫтерҙем йәшелсәне. 1990 йылдарҙа ҡулаҡса булманы бит, йәшелсә көсө менән еңеп сыҡтыҡ инде ауырлыҡтарҙы, шөкөр, ризығыбыҙ мул булды. Шул ваҡыттарҙа ике ырҙын тултырып, картуф сәсер инек. Кәбеҫтәне 100 баш ултыртһам, шуның 85-90 башы матур итеп үҫеп китер ине. Ул мәлдә ауылда кәбеҫтәне берәй 3 кеше сәсһә сәскәндер. Ҡарағастан мискә эшләтеп алдыҡ, шунда тоҙлап ҡуя инем. Йәшелсә өсөн айырым баҡсам булды.
Әсәйем дә шәп баҡсасы ине. Һуғанын, кәбеҫтәһен, кишерен үҫтерҙе. Һарағы йылғаһы балыҡҡа бай ине ул саҡта, күрше-күлән балалары менән балыҡ һөҙөп, яр буйында ҡурып ашап ҡайта инек. Һәр кем өйҙән ниндәйҙер ризыҡ-фәлән, тоҙ ала. Мин табаҡҡа кишер, һуған һалып алам. Әсәйем башта көйһә лә, атайым, ташыһын, ул тиклемде нимә эшләтәһең, тигәс, тыйманы. Ул саҡта шул йәй-көҙөн ашайбыҙ ҙа, ҡышҡылыҡҡа әллә ни һаҡланмай ҙа ине. Хәҙер балаларҙың һәр береһенең үҙенең йорто, баҡсаһы бар, шуға ла күп сәсмәйем. Ҡыяр ултыртам, электән ҡыярым уңа, уны помидор ҡатыштырып тоҙлап та ҡуябыҙ. Помидорҙы 3 төп ултыртһам, миңә шул етә. Гел ит ашап булмай, йәшелсәһе лә кәрәк. Сөгөлдөр насар һаҡлана, шуға ла уны бешереп, турап, туңдырғысҡа һалам, винегрет эшләгәндә йәтеш. Борщ, салат итеп тә ябам банкаға сөгөлдөрҙө. Биш баламдың береһе ауылда, ҡыҙым килеп ярҙам итә. Йәйгеһен ейән-ейәнсәрҙәр өҙөп ашарлыҡ еләк тә бар.
Күпләп ҡарағат үҫтерәм. Ағы, ҡыҙылы, ҡараһы бар. Баҡсам батҡыл ерҙә, ҡарағат өсөн иң ҡулайлы урын, сөнки улар дым ярата. Көндәр ныҡ эҫе торғанда һыу ҙа һибәм, яумайыраҡ торған йылдарҙа төбөнә бысҡы онтағы һалам, ул дымды яҡшы тота. Шулай уҡ төбөнә тупраҡ та өҫтәп торам. Һорағандарға тамырландырып бирәм, бының өсөн эйелеп торған ботаҡтарҙы тупраҡ менән күмеп, баҫтырып ҡуям. Ул шулай тамыр йәйеп китә. Шулай уҡ яҙын ҡыйыҡтан ҡар йә боҙ төшөп һындырған ботаҡтарҙы ла ергә төртөп ҡуйһаң, улар ҙа тамырлана. Бындай йәш үҫентеләр 3-4-се йылына яҡшы уңыш бирә башлай. Ҡартайған ҡыуаҡтарҙы ҡырҡып барам. Яңыртып та алам. Балан, ҡара миләште шулай ҡарайым. Тәрбиәләһәң, барыһын да үҫтереп була.

Зөлфиә КӘРИМОВА, Ишембай районы Әхмәр ауылы: Йыл һайын мотлаҡ картуф сәсәбеҙ, ғәҙәткә лә ингән, көҙөн мөгәрәпкә картуф төшөп ятмаһа, күңел булмай. Шулай уҡ күп итмәй генә сөгөлдөр, кишер, ҡыяр кеүек йәшелсәләр ултыртабыҙ. Помидорҙы быйыл 107 төп сәстем, үҫентеһен дә үҙем үҫтерәм. Ҡышҡылыҡҡа ҡыярҙы, помидорҙы тоҙлайбыҙ ҙа.
Баҡса эше кешене ныҡ арытырға, йонсоторға тейеш түгел, тигән фекерҙәмен. Көнө-төнө баҡсанан сыҡмай ятҡандарҙы аңламайым. Ҡалаға барһаң, өлкән инәйҙәрҙең сумкаларына үҫентеләр тултырып баҡсаға киткәнен, көҙөн иһә кәрзин-кәрзин уңыш ташығанын йыш күрәһең. Ауырлыҡ менән табылғаны, бәлки, ҡәҙерлерәктер ҙә, тик шул уҡ һуғанды йәрминкәнән осһоҙға ғына һатып алып була икән, ни өсөн үҙеңде ул тиклем ыҙалатырға? Ерҙән көс-ҡеүәт алыу - ер менән булышыуҙың төп маҡсаты ла шундалыр. Күңелле итеп, рәхәтләнеп эшләгәндән генә кинәнес алып була. Балаларға ла шулай тейем. Унан һуң, йәй ялдар, сәйәхәттәр мәле. Баҡсаны көнө-төнө ҡарап тормаһаң, үҫтереп булмай. Шуға ла һинең ике ҡулыңды ла бәйләп ҡуймаһын ул, матур итеп ял итергә лә ваҡыт булырға тейеш.
Хәҙер кеше сәскәне лә күпләп сәсә. Башта үҫентегә өйҙә үҙем ултырта инем. Ауылыбыҙҙың бер уңғаны теплицала сәскә үҫентеһе үҫтереп һата башланы ла, мине был эштән ҡотҡарҙы. Петуния, виола, бер йыллыҡ георгин, бәрхәт гөлө, антирринум (халыҡта "Арыҫлан ауыҙы" тиҙәр) орлоҡтан сәсһәң, мәшәҡәте күп, сәскә атыр хәлгә еткергәнсе ҡарарға ла ҡарарға. Былай әҙерҙе һатып алаһың да ҡуяһың. Йыл һайын 30-50 дана һатып алам да, йәй буйына сәскәләр йорт алдын биҙәп ултыра.


"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.06.23 | Ҡаралған: 189

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru