2001 йылдың 24 майында ишембайҙарҙың күптән көтөлгән хыялы тормошҡа ашты. Быға биклем дубляж гәзите сифатында сығарылған "Торатау" ҡала Советы сессияһы ҡарары менән июль айынан башлап башҡорт телендә сығасаҡ айырым баҫма тип танылды һәм ошо уҡ сессияла ҡала депутаттары мине бер тауыштан яңы гәзиттең мөхәррире итеп тәғәйенләргә ризалыҡ бирҙе.
Редакцияның төп составына республика радиоһы хәбәрсеһе булып эшләгән Гүзәл Заһиҙуллина килеп ҡушылды, уның беҙҙең коллективҡа эшкә күсергә ризалыҡ биреүенә сикһеҙ шатландым, артабан ул "Сәнәғәт һәм иҡтисад" бүлеге етәксеһе эшен уңышлы атҡарҙы.
Редакцияның "йөрәге" булған бүлек етәксеһе Гөлнур Дәүләтйәрова яуаплы сәркәтип эшен генә түгел, ә хаттар бүлеге эшен дә үҙ елкәһенә һалды. Уның тирәһенә штаттан тыш хәбәрселәр йыйылып китте: Рауза Маннанова, Риф Тимербулатов, Зөфәр Ҡарамышев, Фәүзиә Аҡҡолова, Мәғәфүрә Фәйзуллина һәм башҡалар тарафынан яҙылған мәҡәләләрҙе халыҡ көтөп алды.
Бирәм, тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, яңы коллектив эшләй башлаған тәүге айҙа уҡ кабинетыма БДУ-ның журналистика факультетынан практика үтергә Таһир Шәрәфетдинов, Гөлшат Ҡаһарманова, Мансур Ғилфанов, Зөлфиә Рәхмәтуллиналар килеп тулды. Өҫтәүенә, медицина университеты һәм БДУ студенттары булған ҡыҙым Зәлифәне һәм улым Юлдашты ла эшкә ектем. Шул мәл хатта ҡала буйлап "Торатау"ға Өфөнән тәжрибәле журналистарҙы эшкә саҡырғандар икән, тигәнерәк хәбәр ҙә таралды.
Йәштәр дәртләнеп эшкә тотондо: яңы темалар эҙләп тапты, яңы формала яҡтыртырға тырышты. Гәзит өсөн янып-көйҙөләр. Мин уларға әле лә сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Әйткәндәй, хәҙерге ваҡытта уларҙың һәр береһе үҙе эшләгән өлкәлә танылыу алды.
Ауыр булһа ла, коллектив тырышып эшләне, ҡала һәм район тормошон бар тулылығында яҡтыртырға тырышты. "Бөйөк Еңеү шаңдауы", "Осрашыуҙар", "Шәхси фекер", "Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ", "Ҡала башҡорттары", "SOS. Милләт киләсәге ҡурҡыныс аҫтында" һәм башҡа төрлө тематик биттәр даими сығарыла башланы.
Рәсимә Фәтҡуллина, Роза Хисамова, Гөлдәр Собханғолова, Гүзәл Янбаева кеүек йәш журналистарыбыҙ ҙа ижадта үҙҙәрен тапты. Уларҙың үҙенсәлекле мәҡәләләре, интервьюлары һәм репортаждары гәзитебеҙҙе биҙәне. Башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булып танылған Мөҙәрис Багаев гәзитебеҙ темаларын байытыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
"Торатау" редакцияһы халҡыбыҙҙы туплай торған урынға әйләнде, тиһәм дә хата булмаҫ, редакциянан кеше өҙөлмәне. Күп кенә яҡташтарыбыҙ теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап та "Торатау"ға мөрәжәғәт итер ине. Ул дәүерҙә беҙҙә эшләгән Буранғол Ғәлин, нигеҙҙә, шундай сетерекле темаларға тотондо. Мәҡәлә яҙып ҡына сикләнмәйенсә, гәзит уҡыусының проблемалары хәл ителеүенә лә өлгәшә торғайны.
Йәш быуынды "Журналистика" тигән мөғжизәле донъяға ылыҡтырыу буйынса ла эште әүҙемләштерҙек. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гимназияның башҡорт теле уҡытыусылары Г. Аҙнабаева менән Ф. Ишбирҙина, үҫмерҙәр өсөн махсус "Елкән" битен сығарыуҙы хуплап, ижади фекерләүсе балаларҙың тәүге ижад емештәрен беҙгә ебәреп торҙо. Шуға ла йыл да беҙҙең редакция йүнәлтмәһе менән 4-5 егет һәм ҡыҙ БДУ-ның журналистика факультетына уҡырға инер булды. Әлеге ваҡытта уларҙың күбеһе республикала танылған журналистар.
"Торатау"ҙың аяҡҡа баҫыу мәлендә осраған ҡайһы бер ауырлыҡтарҙы ла атап үтеү урынлы булыр. Тәүге айҙа уҡ редакцияның бөтә электр системаһы сафтан сыҡты. Был эштең проекты ғына ла беҙ күтәрә алмаҫлыҡ хаҡ менән иҫәпләнелде. Шундай мәлдәрҙә ҡала предприятиелары етәкселәре Юлай Йәғәфәров, Рәүҙәт Рәжәпов, Сафа Кәримовтар һәм башҡалар "Торатау"ға ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ғөмүмән, мин мөрәжәғәт иткән бер генә предприятие етәксеһе лә беҙгә кәрәк булған ярҙам күрһәтеүҙән баш тартманы.
"Восход" редакцияһынан 6-сы моделдәге иҫке "Жигули", иҫке компьютерҙар, иҫке принтер менән бүленеп сыҡҡайныҡ. Нисә тапҡыр ул машинаны Өфө юлынан буксирҙа алып ҡайтырға тура килеүен үҙем генә беләм. Юлға сығып, йөк машиналарын туҡтатырға тура килә ине. Ҡайһы берҙә водителдәр, беҙҙең редакция машинаһын танып, үҙҙәре үк туҡтай торғайны...
Ә "Исток" компьютер фирмаһы компьютерҙарыбыҙҙың туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итте. Саҡырыуыбыҙға 5-6 минут үтәме-юҡмы, фирманың компьютерсылары килеп тә етә торғайны.
Редакция коллективы ауырлыҡтарға бирешмәне, янып-көйөп, шаулап-гөрләп эшләне. Гәзитебеҙ йылдың-йылында Матбуғат министрлығы үткәргән төрлө конкурстарҙа еңеүсе булды. Йыл әйләнәһенә ауылдар буйлап йөрөп, гәзит уҡыусылар менән осрашыуҙар ойоштора инек. Рөстәм Ғиззәтуллин, Илшат Яппаров һәм башҡа танылған йәш йырсылар ҡатнашлығында үткәрелгән "Торатау-шоу" кисәләрен гәзит уҡыусыларыбыҙ әле лә һағынып иҫкә ала.
Дөйөм тырышлыҡ бушҡа китмәне, әлбиттә. "Торатау" ҡала һәм район халҡы өсөн яратҡан баҫмаға әүерелде. Шуға күрә артабан да "Торатау" гәзит уҡыусы өсөн тоғро дуҫ һәм кәңәшсе булып ҡаласаҡ, тип уйлайым.
Хаят ЙОСОПОВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, 2001-2005 йылдарҙа "Торатау" гәзитенең баш мөхәррире.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА