«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙРАМ ИТТЕ ХАЙРАН!
+  - 

Урал тауҙары Евразия билбауы булһа, Башҡортостан - күп милләтле илебеҙ Рәсәйҙең мәҙәни мираҫына, халыҡтар дуҫлығына таянып, рухи һәм матди яҡтан берҙәй үҫешкән ышаныслы төбәктәренең береһе ул. Быны ошо көндәрҙә Өфөлә киң ҡолас менән үткәрелгән Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы һөҙөмтәләре лә асыҡ сағылдырҙы. Унынсы тапҡыр ойошторолған был сарала барлығы 4773 ҡатнашыусы рәсми теркәлгән, улар араһында Федерация Советынан - 575, Беларусь делегацияһында 254 кеше килгән. Шулай уҡ федераль власть органдары етәкселәре, төрлө ведомство һәм үҫеш институттары вәкилдәре, төбәк етәкселәре, 20 сит илдең киң мәғлүмәт сараһы ҡатнашты. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендәге яңылыҡтар менән ҡыҫҡаса таныштырып үтмәксебеҙ.

Йәштәр йыйыны

Был сара 24 июндә Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы менән башланып китте. Йыйынға илебеҙҙең ҡырҡтан ашыу төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан 18-35 йәшлек 500-гә яҡын йәш кеше тупланды. Улар "Торатау" конгресс-холында медиа, ауыл йәштәре, туризм, йәштәр эшҡыуарлығы һәм яһалма интеллект, патриотик тәрбиә, тарихи хәтерҙе һаҡлау кеүек өлкәләргә ҡағылған мәсьәләләрҙе тикшерҙе, үҙ-ара хеҙмәттәшлек, үҫеш юлдарын күҙалланы.

Дуҫлыҡ урамы

Йыйындың төп саралары 26 июнгә тәғәйенләнгәйне. Был көндә Өфөнөң Әхмәтзәки Вәлиди урамы "Дуҫлыҡ урамы"на әүерелде - тап шулай тип исемләнгән милли мәҙәниәттәр фестивале ойошторолдо. Совет урамынан алып К.Маркс урамына тиклем юл буйында төрлө халыҡтарҙың көнкүрешен, йолаларын сағылдырған тирмәләр, йорттар урын алды. Өс көн дауамында илдәрҙең иң яҡшы коллективтары сығышын күрергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, милли аш-һыуҙарҙы тәмләп ҡарарға мөмкин булды. Төрлө телдәр, көйҙәр яңғырап торҙо, урам сағыу милли кейемдәрҙәге асыҡ йөҙлө кешеләр менән тулды. Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығын сағылдырған "Дуҫлыҡ тирмәһе" лә эшләне. Унда үҙенсәлекле проект - "Дуҫлыҡ келәме" күрһәтелде. Келәмде Халыҡтар дуҫлығы йортоноң тарихи-мәҙәни үҙәктәре белгестәре, Башҡортостан һәм "Ағиҙел" башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы оҫталары һуҡҡан. "Дуҫлыҡ келәме"ндә республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың традицион биҙәктәре һәм орнаменттары сағылған. "ХХI быуат славяндары" фестивале лә "Дуҫлыҡ урамы"ның сағыу бер тамашаһына әүерелде.

Евразия йөрәге

Быйыл "Евразия йөрәге" сәнғәт фестивале лә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә уҙғарылды. "Ватан" этнопаркында асыҡ һауала ойошторолған концерт сараларын тәүге көндә 5 меңгә яҡын кеше килеп ҡараһа, икенсе көндә 15 меңдән ашыу, өсөнсө көндә 18 меңгә яҡын тамашасы теркәлгән. Өфө ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн 13 мең артист сығыш яһаған. Шулай уҡ милли кейемдәрҙәге төрлө милләт халыҡтарының "Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне" үтте. Быйыл Башҡортостандың 54 районы һәм 9 ҡалаһынан, Беларусь Республикаһының Брест, Витебск, Гомель, Минск, Могилев өлкәләренән, Минск ҡалаһынан һәм Рәсәйҙең Иркутск, Ульяновск өлкәләренән, Якутиянан 3 меңгә яҡын кеше ҡатнашып, яңы рекорд ҡуйылды.

Президенттар һүҙе

Форум ҡатнашыусыларына Рәсәй һәм Беларусь Республикаһының президенттары видеояҙма аша мөрәжәғәт итте. Илебеҙ Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең яңы төбәктәре лә Беларусь менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдерә, тип билдәләне. Ул РФ-ның һәм Беларусь Республикаһының бөтә субъекттары тиерлек ике яҡҡа ла файҙалы бәйләнештәр булдырыуын, Себер, Алыҫ Көнсығыш, Ҡырым, Севастополь әүҙем эш башлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ике ил төбәктәре араһындағы хеҙмәттәшлекте Президент "ысын союздаш мөнәсәбәттәр йөрәге" тип атаны. "Беларусь Рәсәй иҡтисадының мөһим тармаҡтарын яңыртып ҡороуҙа, уртаҡ производстволар булдырыуҙа ҡатнашырға әҙер. Ауыл хужалығы, төҙөлөш, машиналар төҙөү, ағас эшкәртеү, ҡорамалдар менән тәьмин итеү, компонент база формалаштырыу, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт, йыһанды үҙләштереү, фармацевтика өлкәләрендә Рәсәй төбәктәрен ҡыҙыҡһындырған һәм талап ителгән тәҡдимдәребеҙ күп", - тине Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко. Ул шулай уҡ форум ике ил халҡы өсөн кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителгән һөҙөмтәле диалогтар майҙансығына әүерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.06.23 | Ҡаралған: 162

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru