Уртаса йәштәге өләсәй оҙон коридор буйлап йүгереүҙән бышлығып бөткән тиктормаҫ ейәненә асыуланып, башына сәпәп алды. "Күпме әйтергә була һиңә, аңламағас аңламай бит, атас!" - тине ул көсөргәнештән ҡыҙарған йөҙөнә бар асыуын сығарып. Сибек кенә баланың түбәһенә түгел, үҙемдең башҡа эләккән һымаҡ булды йоҙроҡ.
4-5 йәшлек бала күп йыуыуҙан һуҙылып, төҫө уңған салбар ишаратын тартып, һуҙылған свитер еңе менән танауын тартып, илап ебәрҙе.
- Әсәйем генә ҡайтһын, бөтәһен дә һөйләйем. Ҡулымды бешергәнеңде, балконға бикләгәнеңде лә әйтәм!
Минең аптырау ҡатыш һораулы ҡарашымды һиҙгән илле йәштәрҙәгеләй ҡатын, малайҙың артыҡ һөйләүен туҡтатырға теләп, ахырыһы, йомшағыраҡ тауышҡа күсте. Тик үпкәһе ныҡ ине баланың, күптән ҡайсы күрмәгән сәс араһынан өләсәһенә асыулы ҡараш ташлап:
- Үҫкәс күрһәтермен әле мин һиңә, - тип теш араһынан уҫал бышылданы ла, ултырғыстың теге осонан урын алды.
- Ошо балаларҙан күргән этлек, - тип башланы, хәбәрен ҡатын. - "Борос орлоғонан борос үҫә" тигәндәй, атаһын һуйған да ҡаплаған, уҫал телле булып үҫеп килә. Йортта ла тынғы юҡ, ватмаған уйынсығы, ярмаған сынаяҡ, йыртмаған кейем ҡалманы. Быйыл башлап мәктәпкә барҙы, класташтарын да ҡыйырһыта икән. Әйтһәң, үпкәләп бара, ни ашамай, ни һөйләшмәй ҡаңғырта. Ҡайҙан киләлер инде был уҫаллыҡ, тип уйлайым да, ҡыҙымдың ҡайныһы шулай ғүмер буйы ҡатынын туҡмап йәшәткән, шул яҡҡа оҡшауын аңлап, ҡурҡып ҡуям. Кейәү балаҡай ҙа биш йыл буйы ҡыҙыма көн күрһәтмәне, тәнендә күгәрмәгән урыны, һынмаған һөйәген ҡалдырмай, һөйрәп йөрөп туҡманы. Балаҡайым, аптырап, Себергә сығып китергә мәжбүр булды. Һантый кейәү ишараты әле лә көн дә тигәндәй иҫереп килеп, тынғылыҡ бирмәй, бала алдында һүгенеп, ни һөйләгәнен белмәй ҡаңғырта. Ошо сабыйҙы ла, мине ауырыу итә инде...
Таныш түгел кешегә сереңде һөйләү еңел шул, ул һине белмәй, һин уны, тигәндәй. Күптән бер кем менән һөйләшкәне булмағандыр, күрәһең, врач кабинеты ишеге төбөндә йәйрәп китеп ҡатын хәбәр йомғағын һүтте генә.
Мышҡылдап илаған балаға бер төбәп ҡарап, йылы һүҙ өндәшһә икән үҙе. Сумкам төбөндә йөрөгән бер ус кәнфитте сабыйға һуҙҙым. Юҡ, алманы, һынаулы төбәлеп:
- Былар бөтәһе лә миңәме? - тип һораны.
- Һиңә бирәләр бит, нимә аңшайып ҡалдың, ал! - Буш коридорҙа өләсәйҙең уҫал тауышы теге осҡа тиклем етеп, шаңдау булып яңғыраны.
- Исемең кем, улым?
- Айнур.
- Ҡыҙымды ошоноң атаһы харап итте, шул әҙәм баҫышып йөрөмәһә, уҡыуын тамамлап, бөгөн тормошон бөтөнләй икенсе юҫыҡта алып барыр ине. Салауат ҡалаһына уҡырға инде, ике курс тамамлағас, осратты бит шул әҙәм аҡтығын. Кейәүгә сыҡмаһаң, үҙ-үҙемә ҡул һалам, тип ҡурҡытып, йәлләтеп, үҙенә ҡаратып алды. Ҡыҙ бала ул ваҡытта әсәйҙе тыңлаймы ни, атаһының ҡатынын туҡмап йәшәткәнен беләм, бәхетең булмаҫ, ҡыҙым тиһәм дә, тыңламаны, ишетергә лә теләмәне.
Асыуымдан туй ҙа, никах та үткәрмәнем. Шул килеш йәшәп киткән булдылар. Балаҡайым бергә йәшәгәндәренең икенсе айында уҡ ир йоҙроғон татыны. Ҡыйырһытыу, хатта ауыр һүҙ ишетеп үҫмәгән йөрәк майым шул тиклем төшөнкөлөккә бирелде, психолог ярҙамына мохтаж ине хатта. Ғәфү үтенер, аҡылына килер тип өмөтләнеүем бушҡа булды, кейәү бер айҙан килеп күҙ алдымда шул тиклем ауыр һүҙҙәр әйтеп, йөҙөбөҙҙө йыртты. Бындай әшәкелеккә башлап тарыным, ҡыҙым нисек түҙгәндер, миңә шул тиклем ауыр булды, сөнки иремдән ғүмер буйы йәшәп бер ауыр һүҙ ишетмәнем...
Ә был ваҡытта өләсәһенән үҙенең ҡыҙының ауыр яҙмышы тарихын беренсе тапҡыр ғына ишетмәгән бала кәнфиттәрен йән асыуы менән сәйнәй ине. Бушап ҡалған коридорҙағы ултырғыста нисектер бәләкәсәйеп ҡалған сабый тик ултырыуҙан ялыҡты күрәһең, ең остары менән танауын һөрткәс, оло итектәрен һөйрәп, бер нисә тапҡыр тегеләй-былай үтте.
- Һин миңә печенье алаһыңмы өләсәй, аҫта буфет бар, - һораулы ҡарашын төбәгән сабыйҙың һүҙҙәре һауала аҫылынып ҡалды.
- Аҡсам юҡ минең, атайың кисә килеп туҙынғанында нишләп алимент һораманың, һине мин буш ашатырға тейешме? - Гөрһөлдәп торған тауыш дауахананың коридорын байҡап, мейемде быраулап, булмышымды биләп алды.
- Апай, - тим, тынысыраҡ булырға тырышып, - 7 йәшлек бала иҫерек атаһынан алимент һорамай бит инде. Улай булырға тейешлеген дә аңламайҙыр әле. Әсәһе Себерҙә эшләй тинегеҙ бит, эш хаҡы алмаймы ни?
Шул саҡ асыуын кемгә төшөрөргә белмәгән әңгәмәсем бөтә яһиллығын миңә ауҙарҙы:
- Нимә, бер ус кәнфит бирҙем дә, изгелек эшләнем тип уйлайһыңмы? Һинең һымаҡ кәңәш биреүселәр менән донъя тулған! Ейәнемде үҙемсә тәрбиәләйем, мәмәй булып үҫмәһен, һуғышһын, телләшһен, тешләшһен! Атаһына киләсәктә кәрәкһә - тел, кәрәкһә йоҙроҡ менән яуап бирерҙәй булһын. Ә минең ҡыҙыма ҡыҫылма! Эшләһен, кейенһен!
Артабан был диалогтың нимә менән бөтөрөн күҙаллап, тиҙерәк икенсе яҡҡа күсергә ашыҡтым. Әммә был буш һауыт эсенән сыҡҡан тауыш әллә күпме минең адресҡа бысраҡ һүҙҙәрен яуҙырыуын дауам итте. "Үҙҙәрен әллә кемгә ҡуйып, кеше серен тыңларға әүәҫләнеп алдылар. Минең һымаҡ балаңдың балаһын тәрбиәләп ҡарағыҙ әле!"
Врач кабинетына инмәнем, ҡан баҫымым күтәрелеп, тиҙерәк ошо ҡатын булған урындан ҡасырға теләп, ҡайтыр яҡҡа йүнәлдем. Юл буйына бәләкәс баланың яҙмышы, киләсәге тураһында уйлап ҡайттым. Ярай, йән биргәнгә, йүн бирер, тигәндәй, үҫер бала, әммә өләсәһенең яҡындарының ғына түгел, тормоштоң гел кире яғын күреүе бәләкәстең күңеленә борос әсеһе һалмаҫмы? Әсәһенә, атаһына мөнәсәбәте нисек булыр? Үҙен артыҡ тип хис итмәҫме?
...Ҡайһы ваҡыт беҙ үҙебеҙ ҙә уйламай кеше яҙмышын хәл итергә, уны ниндәйҙер йүнәлешкә борорға маташабыҙ - балабыҙмы ул, тормош иптәшеме, яҡын туғаныбыҙмы. Исемен дә әйтергә теләмәгән ҡатындың ҡыҙы, кейәүе, ейәне тураһында тик кире мәғлүмәт һөйләүе, үҙен генә изге итеп күрһәтергә тырышыуы менән төптө риза түгел инем. Тормош бит ул - ҡауышыу, айырылышыуҙар менән бөгөн кемделер аптыратыу мөмкин түгел. Никахтарын теркәү менән иртәгәһенә үк икеһе ике яҡҡа ҡасҡандар йәки ғүмер көҙөндә айырылғандар юҡ түгел шул, ҡыҙғанысҡа күрә. Тик бер үк "Борос орлоғонан борос үҫә" тип әйтергә ашыҡмайыҡ, ҡайһы ваҡыт әсе боростоң да емеше татлы була...
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА