«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУРАЙҒЫР ҺАБАҒЫ – 2
+  - 


Ҡунаҡтар Ҡаҙыршаға килеп төшкәндән һуң бер сәғәт үтеүгә келтер-келтер йырлаған арба тауышын тыңлап, йәйләүгә табан китеп баралар ине инде. Көн салт аяҙ. Арбаға егелгән күк байтал һарҡыу ерҙәр осраһа, йүгереп бара ла, үргә тартылғанда атлауға күсә.
Насибулла олаталары апаруҡ ер барғанса бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Оло кеше шым барғас, йәштәр ҙә уға һүҙ ҡатыуҙы әҙәпһеҙлек тип тапты. Байтаҡ юл үткәс, хужа кеше егет менән ҡыҙҙы берсә һағышландырып, берсә шатландырып, ишетелер-ишетелмәҫ итеп халыҡ йырҙарын һуҙа башланы:
Әрмеләргә китеп сәс еткерҙем,
Сәскенәйем етте лә үрмәгә...
Уның тауышы арбаның дыңғырлағына ҡушылып үҙенсәлекле оркестрҙы барлыҡҡа килтергәндәй. Өҫтәүенә, арба тәгәрмәстәренең кәлтәңләп берсә өҫкә-аҫҡа, берсә ян-яҡҡа тайшанып һелкенеп килеүе мулланың тауышын һиҙелер-һиҙелмәҫ ваҡ-ваҡ тулҡындарға бүлеп ыҡсымлай төҫлө. Бындай бүленеш йырсының көслө булмаған моңло тауышын тик боронғо йырҙарға кәрәкле һығылмалы боролоштарға көйләгәндәй. Хәс тә көйҙө оҙата барыусы гармун, ҡурай кеүек арба дыңғырлағы. Иршат менән Зәлиә тәүге тапҡыр ошондай кисерештәр солғанышында. Ҡарәле, тип уйлайҙарҙыр әле, моғайын да, егет менән ҡыҙ. Быға тиклем улар "ат, арба" тип кенә белгән кешелек тарихының иң боронғо дәүеренән алып һаҡланып ҡалған транспорт төрө Насибулла олаталарының йыры менән ҡушылғанда шундайын мөғжизәгә әүерелә ала икән. Йәштәр бығаса өнәп еткермәгән боронғо халыҡ йырҙары тап ошондай рәүешле башҡарылған сағында шундайын зауыҡлы, йәнде илерткес яңғырашлы икән. Насибулла ҡарт бер йырҙы тамамлауға икенсеһен башлап та ебәрә:
Ялан ғына ерҙән болан килә,
Уйһыу ғына ерҙән, ай, түтә, тип,
Зөлхизә...
Бығаса барлыҡ халыҡ йырҙары ла бер-береһенә оҡшаш, бер көй менән башҡарыла тип уйлай ине йәштәр. Баҡтиһәң, "Әрме" менән "Зөлхизә" бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған, икеһе ике төрлө аһәңле икән дә.
Иршат менән Зәлиәгә шул тиклем рәхәт тә, икенсе яҡтан уйлаһаң, ата-әсәләре менән өйләнешеү мәсьәләһе буйынса тартҡылашыуҙарын күҙ алдына килтерһәләр, ҡыйын да. Барыбер ҙә улар ата-әсәһенә оло рәхмәтле. Тәүҙә улар риза булмайынса ҡыланған ғына икән. Ә үҙҙәре Ҡаҙыршаға килеп, Насибулла мулла менән һөйләшеп-килешеп, уларға ана ниндәй никах алды сәйәхәте ойоштороп йөрөгәндәр. Аңламаҫһың уларҙы. Һәр хәлдә, Насибулла олаталары һуҙған йыр тәьҫиренә бирелгән егет менән ҡыҙ әлегә тик ошо хаҡта ғына уйлай ала. Башҡаса мөмкин дә түгел. Тимәк, олаталары йәйләүгә барғас та, уларға тағы ла мөғжизә бүләк итәсәк. Улар ошо мәлдә йәйләү юлының һәм ҡарттың йырының мәңгегә һуҙылыуын теләй. Тик улар Насибулла мулланың йыры аша күңелдәренә уйылған һағыштың асылын ғына аңлай алырлыҡ түгел. Быға, моғайын да, икеһен бер хисле, бер уйлы иткән тойғо ҡамасаулайҙыр. Барыбер ҙә юлға сыҡҡандан алып бер һүҙ ҙә ҡатмайынса, бәғерҙәрен өҙөрҙәй итеп моң аша ишара, кинәйә ташлауы барыбер ҙә аңлашылып торғандай. Хикмәте булмай ҡалмаҫ тота килеп, юлыңғай ғына башҡарылған йырҙарҙың. "Донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел, һәр бер осраҡлы күренештә объектив ысынбарлыҡ сағылыш таба..." тип ҡабатларға ярата уларға тарихтан һабаҡ биреүсе уҡытыусыһы...
Әммә ситтән ҡараған кешегә генә ул шулай тойолалыр, сөнки олаталарының моңона һағышланһалар ҙа, Иршат менән Зәлиә бөгөн шат. Бөгөн уларҙан да бәхетле кеше юҡ донъяла. Улар йәйләүгә ҡушылырға тип китеп бара...
Юлдың башы бар ҙа, аҙағы бар. Ат ҡыуыусы әллә бишенсе, әллә алтынсы йырын һуҙа башлауға йәйләүгә барып та еттеләр. Уларҙы ап-аҡ ҙур эт абалап ҡаршыланы. Тәүҙә йән-фарман сабып килә бирҙе лә, хужаһының атын һәм үҙен танығас, ҡойроғон ҡойроҡ аҫтына ҡыҫтыра биреберәк, тик эт лөғәтендә генә аңлашылған ишара яһаны. Ә инде арбалағы ике ят кешене күргәс, ҡабаттан бер-ике тапҡыр өрөп алды. Яңы кешеләргә кемдең йәйләүҙә төп йән эйәһе, хужа икәнен аңғартырға теләне буғай. Кем генә булһағыҙ ҙа, әллә кем түгелһегеҙ, йәнәһе. Мин һеҙгә тауышымды әрәм итеп өрөп тә тормайым. Хужамдың арбаһында килгәс, моғайын да, яман эсле түгелһегеҙҙер...
- Себә, Етебал, әллә беҙҙе танымайһыңдамы? - Насибулла мулла мәтриләп этенә бармаҡ янап алды. - Ҡунаҡтар килә, бар, тегеләргә әйтә тор, ҡаршы алһындар...
Етебалға шул ғына кәрәк булған икән. Ул атҡа ҡаршы килгән тиҙлектән тағы ла шәберәк сабып китеп, йәйләү уртаһында ултырған кескәй йорт янына барып, ундағыларға эт лөғәтендә ни хаҡындалыр йәүкәләп өрөп алды. Шунан һуң, инде минең өҫтән бурыс төштө, тигәндәй кинәйә менән йорт янындағы кескәй аласығына инеп боҫто.
Арбанан төшөп бот-арҡа яҙып алғас, Насибулла мулла атын туғарырға кереште. Иршат менән Зәлиә иһә фермерҙарҙың торағын күҙ уңынан үткәрҙе. Уҫаҡтан бурап эшләнгән йорт ыҡсым ғына күренә. Йорт янындағы башы көпләнгән һәндерә аҫтында ризыҡланыр өҫтәл, ағас ултырғыстар күҙгә ташлана. Шундағы ҡайынға ҡулйыуғыс беркетелеп ҡуйылған. Йорттан йөҙ аҙым ситтә ялан кәртә, уның бер яҡ ситендә бейә һауыр өсөн махсус урындың башы ҡапланған. Ялан кәртәнең арғы осондағы тағы ла бәләкәйерәк кәртә эсендә ҡолондар, тағы ла айырым бер бүлемендә өс баш йылҡы малы күренә. Шунда уҡ егеүле ат арбаһынан ир кеше менән ун-ун бер йәштәр самаһындағы малай айырып бикләнгән йылҡы малдарына бесән бушата. Улар йорт янына килеп етеүселәрҙе күреп ҡалды ла, был яҡҡа килә башланы. Былары Насибулла мулланың фермер улы Әнүәр менән ейәне Садиҡ икән.
Улар менән күрешкән арала йорт артынан ҡулына күнәк тотҡан ҡатын килеп сыҡты. Үҙенең йылмайыуы. Башына килешле итеп аҡ яулыҡ ябынған. Өҫтөндә ап-аҡ халат. Егет менән ҡыҙ шундуҡ таныны: ауылда саҡта мулланың абыстайы Зөләйха инәй телгә алған Әнүәр улының ҡатыны, бейә һауыусы Сәлимә икән.
- Ҡайным, һаумы, бәй, ҡунаҡтар ҙа бар икән. Хәҙер мин һеҙгә һыуһынға һаумал ҡымыҙҙы ауыҙ иттерәм. Эсә тороғоҙ, хәҙер самауырым ҡайнап сығыр...
Сәлимә башта ҡулындағы биҙрәһен ҡойма бағанаһындағы оло ҡаҙауға элеп ҡуйҙы. Артабан өйгә осоп тиерлек инеп китеп, шундай уҡ тиҙлектә банка менән ҡымыҙ тотоп сығып һәндерә аҫтындағы өҫтәл янына килде. Шундай уҡ етеҙ хәрәкәт менән түңкәреүле сынаяҡтарҙы әйләндереп теҙҙе лә, һәр береһенә ҡымыҙ ҡойоп сыҡты. Хәрәкәтенә, ҡулдарына күҙ эйәрмәй үҙенең.
Ауылда тыуып үҫһәләр ҙә, Иршат менән Зәлиә өсөн бындағы күп нәмә яңы ине. Шул уҡ ҡымыҙҙың тәменә килгәндә лә. Һаумал тигәндәре бигерәк икән дә. Күпереп тора. Һалҡынса, әселеге менән йәнде өтөп тә алмай, шул уҡ ваҡытта эскәндән һис ҡасан булмағанса күңел күтәренкелеге кисерәһең. Тағы ла, тағы ла, күп итеп эске килә. "Ҡымыҙ ҡымыҙ бешкән ерҙә тәмле була" тигәндәре шул икән. Дөрөҫ икән.
Ара-тирә ҡолондарҙың инәләрен саҡырып сыңғырап ебәреүҙәре, яҡындағы шырлыҡта ҡоштарҙың йәмле итеп һайрауҙары, сиңерткәләр йыры, ғөмүмән, йәйләү тигән хикмәтле урындың йәшерен серлелеге, илаһи матурлығы Иршат менән Зәлиәгә бер-береһен тағы ла тәрәнерәк итеп аңларға ярҙам иткәндәй. Бейә һауып, ҡымыҙ эсеп йәйләүҙә көн итеүсе атай-олатайҙары, өләсәй-ҡартәсәйҙәре ҡайһылай бәхетле булған.
Йәйләүҙә минут һайын тиерлек мөғжизәләр тыуып тик тора. Үҙенән-үҙе. Теләмәһәң дә. Күмәкләп һәндерә аҫтында сәй эсеп ултырғандарында кемдеңдер кеҫәһендә ятҡан телефонға смс-хәбәр килгән сигнал яңғыраны. Сәй һемереүсе Садик кеҫәһенән телефонын алып ҡараны ла:
- Атай, ҡартатай, өйөр биләмәнән сығып бара. Мин хәҙер...
Шулай тине лә малай алдындағы сәйен дә эсеп бөтмәҫтән ҡартатаһы туғарып бәйләп ҡуйған атты ысҡындырып, менеп тә атланды. Ул арала атаһы:
- Садиҡ, һауыр мәл етә. Бер юлы өйөрҙө бында ҡыу ҙа ҡуй, - тип әйтә һалды.
- Ярай, атай, - булды улының яуабы.
Садик гүйә ат өҫтөндә тыуған тиерһең. Яңы ғына улар менән бергә ултыра ине, егерме секундтан һуң атына атланып, йән-фарман сабып та китте. Күҙҙән да юғалды. Һәндерә аҫтында ҡалыусылар сәй эсеп, ул-был итеп тә өлгөрмәнеләр, һауын бейәләренән, тай-тулаҡтан торған йөҙләп баштың йәйләү ситендәге ҡайындар араһынан эркелеп килгәне лә күренде. Садиктың эсә башлаған сәйе һыуынып та өлгөрмәне хатта. Иң алда башын юғары сөйөп туры айғыр килә. Ана, арттағы һыбай. Садик. Ул өйөргә йәбешеп алған кеүек, бер аҙым да артта ҡалмай елдерә. Был күренешкә ҡараһаң, күңелгә әллә ниндәй уйҙар килә. Тик Садик янында өйөрҙөң ситкә китеүе хаҡында смс-хәбәр ебәреүсе көтөүсе генә күренмәй. - Ҡарәле, Иршат, ҡара, ниндәй матурҙар... - Йәйләүгә килгәндән алып Зәлиәнең тәүләп өндәшеүе был.
- Әйҙә, ҡапҡаны асайыҡ та, өйөрҙө ялан кәртәгә индерешәйек...
Иршат шулай тине лә, ялан кәртә яғына ынтылыш яһаны. Тик һуңланы. Әнүәр ағай күптән инде ҡапҡаларҙы шар асып ҡуйған.
Тағы ла биш минуттан Сәлимә бейәләрҙе һауа ла башланы. Һәр кем үҙ эше менән булды. Иршат менән Зәлиәне иң аптыратҡаны шул: йәйләүҙә бар эштәр ҙә тиҙ генә, аныҡ һәм теүәл итеп башҡарыла. Йәйләүҙә һәр ғәмәл тиҙлеккә һәм ыҡсымлыҡҡа ҡоролған. Бында тағы ла бер, биш минуттан һуң нимә булырын белеп булмай. Бер кем дә, бер кемгә лә бер ниндәй ҙә эш ҡушмай, һәр кем үҙ эшен белә. Бына әле Әнүәр ағай ҡатынына бейә һауырға булыша, уҫалыраҡ йәш бейәләрҙе аран араһына индерергә ярҙамлаша. Насибулла мулла айырым бикләп ҡуйылған өс баш йылҡы янында ниҙер эшләп маташа. Садик ат егә. Егет менән ҡыҙ уның янына килде.
- Садиҡ,аңлат әле, һиңә бая өйөрҙөң ситкә китеүе хаҡында кем смс ебәрҙе ул? - Иршат уға күптән бирергә теләгән һорауын еткерҙе.
- Глонас, - булды ҡамыттың тамаҡ бауын тубығын терәп тартып бәйләүсе Садиҡ, уға ҡарамайынса ғына.
- Глонас? Ул кем, әй, нимә ул?
- Нимә булһын, көтөүсе...
- Көтөүсе?
- Эйе...
- Ә ул нисек итеп өйөрҙө көтә һуң?
- Ябай ғына. Махсус Интернет программа инде, йыһандағы яһалма ер юлдашына, карапҡа тоташтырылған. Беҙҙең өйөр айғырына датчик ҡуйылған. Әгәр ҙә айғыр беҙҙең көтөүлек биләмәһенән бер метр ғына ситкә сыҡһа ла, датчикҡа сигнал килмәй башлай һәм ер юлдашынан минең телефонға смс килә...
- Уны һеҙ ҡайҙан алдығыҙ? Программаны әйтәм...
- Уны беҙгә Илсур ағай Ирназаров эшләп бирҙе. Уның тағы ла "ЖПС" тигән программаһы бар. Әммә ул программа буйынса таулы урындарҙа бәйләнеш юғалып тора, ә "Глонас" менән хатта тау-урмандар араһында ла мал көтөргә була... Был турала һөйләгәндә Садик үҙен бик иркен, ябай итеп тота. Башҡа берәү булһа, шуны ла белмәйһегеҙме ни, тигән ишара менән танауын сөйөп маташыр ине. Атын егеп бөткәс малай өйҙөң бер яҡ ситенә терәтеп эшләнгән кескәй генә келәттән салғы, һәнәк алып килеп арбаһына һалды ла:
- Миңә урманға барып ҡолоҡастарға бесән сабып алып килергә кәрәк, - тип дилбегәһен тотоп атын бора ла башланы. Арбаһына һикереп ултырҙы ла, китеп тә барҙы.

(Дауамы. Башы 26-сы һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.07.23 | Ҡаралған: 155

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru