Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
Инсаф ЙӘМИЛЕВ, юрист, шәхси эшҡыуар: Йәштәребеҙҙең замандан артта ҡалмаҫҡа, үҫешергә ынтылышы күренә, шулай ҙа бөгөнгө көндә уларҙың ун процент тирәһе генә бирелгән мөмкинлектәр менән файҙаланып, үҙ эшен аса, төрлө яҡлап үҫешә. Ҡалған 90 проценты тормошон ҡырҡа үҙгәртергә батырсылыҡ итмәй, атай-әсәйҙәребеҙ кеүек, бөгөнгө баҙар шарттарында тәғәйенләнгән бер эш хаҡын тотороҡло алып йәшәй бирә. Ә бит ялланып эшләгән кешеләргә лә өҫтәмә рәүештә үҙенең күңеленә ятҡан эш менән шөғөлләнергә, шунан аҡса алырға мөмкинлектәр бар. Бына ошо юҫыҡта йәштәргә үҙаллы үҫешеү етеңкерәмәй, миңә ҡалһа. Мәҫәлән, баш ҡалалағы төрлө бизнес-клубтар эшенә йәлеп ителгәндәр һирәк арабыҙҙа, мин үҙем ойошторошҡан "Основатели" тигәнендә шулай уҡ йәштәр бик ҡатнашып бармай. Ә бит унда аҙна һайын үҙ эшендә уңышҡа өлгәшкән кешеләр менән осрашыуҙар үткәрелә, күп кенә сараларыбыҙ бушлай була. Башта нимә, ҡасан, ҡайҙа була, тип ҡыҙыҡһынып һорашып та, ваҡыты етһә, килмәүселәр күп. Башҡорт йәштәре генә түгел, бөтәһе лә шулай итә.
Бына мәҫәлән, туризм өлкәһендә үҙ эшеңде асыу өсөн быйыл күпме ярҙам алырға була ине, әлбиттә, хөкүмәт аҡсаһын алғас, ҡуйылған шарттарын да теүәл үтәргә кәрәк инде. Әммә субсидияны тулыһынса үҙләштереп бөтә алмағандар, ғариза биреүселәр бик аҙ булған һәм улары ла беҙҙең халыҡ араһынан түгел. Беҙгә киң фекер йөрөтөү етеңкерәмәй шул. Тирә-яҡта барған хәлдәргә өҫтән күҙ ташлап, дөйөм картинаны күреп өйрәнергә кәрәк. Был тәү сиратта кешене уратҡан мөхиткә бәйле: тоҙланмаған ҡыярҙы тоҙланғандары араһына һалһаң, ваҡыт үтеү менән ул да тоҙланасаҡ. Шуға үҙеңде үҫешкә, уңышҡа ынтылған кешеләр менән уратып алыу зарур. Башта ундайҙар араһында үҙеңде уңайһыҙ тойһаң да, тора-бара бер кемдән дә кәм түгеллегеңде аңларһың.
Үҙ өҫтөңдә эшләү һәм үҫеш тигән блокты япҡас, икенсе блок - сәйәхәт итеү үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә. Сәйәхәт, тигәс тә, был ҡайҙалыр сит илгә, диңгеҙ буйына барып ял итеүҙе генә аңлатмай, ә донъя күреп йөрөү кәрәк. Сәйәхәт иткәндә төрлө кешеләрҙе осратаһың, ерҙәр күрәһең һәм тормошто нығыраҡ аңлай, уға ҡарашың үҙгәрә бара.
Йәш кеше өсөн өсөнсө мөһим нәмә - ул иманыңды нығытыу. "Аҡса эшләп кенә бәхетле була алмайһың, рухи үҫешкә лә ынтылырға кәрәк", тигәйне миңә бер ағай. Кемдер үҙен йогала таба, кемдер психологияла, беҙ диндә рухи ныҡлыҡ табабыҙ.
Иманы ныҡ кешенең башында кәрәкмәгән уйҙары булмай, ул үҙенең был донъяға ни өсөн килеүен һәм ҡайҙа барырын белә. Дин тигәс тә, ул намаҙ уҡыу йәки ураҙа тотоу ғына түгел, ә рухи үҫешкә ынтылыу, хәләл аҡса табыу, ғаиләңде ҡарау, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу ул.
Мин бына шундай сәләмәт тормош яҡлы, үҙ өҫтөндә эшләгән, сәйәхәт иткән, рухи үҫешкә ынтылған һәм үҙ өлкәһендә һөнәрсе булған тиҫтерҙәрем менән аралашам һәм ундайҙар күберәк булыуын теләйем. Юғиһә, күптәр "эш-өй" тип йәшәп тик ята, комфорт зонаһынан сығырға баҙнат итмәй һәм мөмкинлектәр менән файҙаланмай. Тормоштарын үҙгәрткеләре килһә лә, бының өсөн нимәлер эшләп ҡарамағандар ҙа юҡ түгел. Үҙ ғүмерең өсөн яуаплылыҡты үҙ ҡулдарыңа алырға, үҙгәреш булыуын теләһәң, үҙеңә үҙгәрергә кәрәк. Йәштәргә, тиҫтерҙәремә бына шуны әйтергә теләйем.
Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА