«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӨНӘРЛЕ БУЛЫП ҠАЙТТЫЛАР
+  - 

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре һәм биҙәүестәрен төп нөсхәһендә, һәр ырыуға хас булған үҙенсәлектәр менән тегеү-сигеүҙе кем башлап тергеҙҙе? Әлбиттә, райондарҙағы беҙҙең ағинәйҙәр.

Оҫталар Әбйәлилдә лә, Баймаҡта ла, Учалыла ла, Хәйбуллала ла, Йылайырҙа ла, башҡа райондарҙа ла барҙар. Әммә Йылайыр районынан Рәйсә апай Янбаева менән Хафиза апай Амантаеваларҙы барыбер ҙә айырып әйтеп китергә кәрәк. Улар башҡорт ҡатын-ҡыҙының күлдәк-камзул-елән-ҡашмауын ғына түгел, һарыуыс, таҫтарҙарҙы ла, ир-егеттәрҙең күлдәк-ҡушаҡ кеүектәрен дә, көнкүреш әйберҙәренән таҫтамал, шаршау, торпоша-балаҫтарҙы ла үҙ ҡулдары менән сигә, ҡайый, һуға, һәр биҙәк-орнаменттың тарихын, нимә аңлатҡанын һөйләй алған беҙҙең иң зыялы, иң оҫта, иң ғилемле ағинәйҙәребеҙ.
Ошо көндәрҙә Рәйсә апай Янбаева күршеләрҙе - Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура райондары ағинәйҙәрен Йылайыр ауылы мәҙәниәт йортондағы "Тәңкәбикә" ағинәйҙәр бүлмәһенә оҫталыҡ дәресенә саҡырҙы. Ҡунаҡтарҙы үҙе ижад иткән ҡул эштәренән - милли кейем, биҙәүестәр, таҫтамал-маҙарҙарҙан ойошторолған күргәҙмәһе менән бер хайран итһә, оҫталыҡ дәресендәге йөкмәткеле һабаҡтары менән тағы ла бер һоҡландырҙы. Алыҫ араларҙан килгән ағинәйҙәр таҫтар, һарыуыс, таҫтамал, ҡушаҡ эшләргә өйрәнеп, матур итеп аралашып, һөнәрле булып, бик ҡәнәғәт булып таралышты.
Афарин, Миләүшә Моратова етәкселек иткән Йылайыр "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына, тип әйтке килә. Миләүшә Моратова үҙе лә, Рәйсә һәм Хафиза апайҙар, тағы бик күптәр республика кимәлендә үткән төрлө күргәҙмәләрҙә, башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Күрше райондарға сығып, ошондай оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә. Юҡ, улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре түгел. Был эш өсөн улар эш хаҡы ла алмай. Улар был эште күңел ҡушыуы буйынса, үҙ иҫәптәренә башҡара. Милләттең аҫыл ҡомартҡыларын, йолаларын һаҡлау, башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына хас кәсептәрҙе тергеҙеп, киләсәк быуынға тапшырыу - бына уларҙың изге маҡсаты. Ағинәйҙәр бына шундай эштәр менән була...

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №31, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.08.23 | Ҡаралған: 708

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru