Заманалар ниндәй генә булмаһын, уны үҙеңдең насар ҡылыҡтарыңдың, насар һүҙҙәреңдең, башҡаларға ҡарата насар мөнәсәбәттәреңдең сәбәпсеһе итеп күрһәтеүгә ҡаршымын. Беҙ үҙебеҙ йәшәйәсәк ваҡытты, унда булған ваҡиғаларҙы һайлап ала алмайбыҙ, шуға ла һәр саҡ кешелекле һәм кеселекле булып ҡалайыҡсы!
Халҡыбыҙҙың бөйөк эпосы "Урал батыр"ҙа ла әйтелә был турала, шағирҙарыбыҙ ҙа ижадында был темаға ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итә - Кеше булайыҡ. Үкенескә күрә, бөгөнгө йәмғиәттә кешенең күңелен аяу тигән нәмә юҡ, аңһыҙлыҡ арҡаһында яһиллыҡ күп. Аҡмулла ла: "Яһиллыҡтан килә ятыр күп афәттәр", - тип әйткән. Һүҙҙең көсөн аңлап, уйламай әйтелгән һүҙҙәрҙең нимәгә килтеререн уйлап эш итеү юҡ дәрәжәһендә. Ошо рәүешле халҡыбыҙҙың һүҙ ҡөҙрәтен тойомлау һәләтен дә юғалтабыҙ төҫлө.
Уҡытыусы һөнәрен һайлап, ғүмеремде туған телде өйрәнеүгә, аҙаҡтан инде йәш быуынға өйрәтеүгә бағышлауым менән бик бәхетлемен. Ошо хаяһыҙлыҡ хөкөм һөргән йәмғиәттә барған хәл-ваҡиғаларҙан аралап, ҡурсалап торған матур мөхиттә эшләйем. Әле бына яңы ғына Уҡытыусылар көнөн билдәләнек, йыл илебеҙҙә Педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Ғаиләлә балаларына ҙур хәрефтән башлап яҙылған Уҡытыусы тигән һүҙҙе һеңдерә алған алдынғы ҡарашлы атайым, боронғо һәлмәк йырҙары менән тәрбиәләгән әсәйем дә остаз минең өсөн. Һайлаған һөнәре менән кемеһе кешенең сәләмәтлеген, кемеһе күңелен имләгән ағай-апайҙарымдың һәр һүҙе, һәр ҡарашы мине үҫтерә һәм тәрбиәләй. Тәүге эш урыным, БДУ-ның Нефтекама филиалындағы етәксем Октябрь Кәли улы Вәлитовтың, әле хеҙмәт иткән Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла ректорыбыҙ Салауат Тәлғәт улы Сәғитовтың, ғүмерем буйы маяҡ итеп ҡабул иткән остазым Мохтар Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовтың ни тиклем кешелекле, кеселекле булыуы, ҡул аҫтында эшләүселәр менән матур мөғәмәләһен тоя алдым. Үҙем менән бергә эшләгән һәр коллегам - минең өсөн өлгө.
Кеше башҡаларҙан алған күңел йылыһын үҙендә тупларға ғына түгел, башҡалар менән бүлешә белергә лә тейеш, үҙем дә һәр студентым өсөн иң тәүҙә кеше булып ҡалырға тырышам. Тормош - ул көҙгө, үҙең яҡшы булһаң, унда тик яҡшылыҡ сағыла, холҡһоҙ булһаң иһә, насарлыҡ ауаз булып ҡайта, тип өйрәтәм уларҙы, тормошто, кешеләрҙе, халҡыбыҙҙы яратырға өйрәнһендәр ине, тип теләйем. Үҙеңә ҡарата әйтелгән насар һүҙҙе ишетмәҫкә тырышырға була, әммә милләткә ташланған хаҡһыҙ ғәйептәргә йөҙ һүҙ менән түгел, бер һүҙ менән генә яуап бирерҙәй дәрәжәгә етерлек белемле булһындар. Эйе, тормош - үҙе уҡытыусы, әммә был юлдан үтер өсөн дә умыртҡаң ныҡ булыуы, аҡты ҡаранан айыра белеүең кәрәк. Шуға ла заманға һылтанмайыҡ әле, ошо замандың лайыҡлы кешеһе булыу өсөн тырышайыҡ һәм йәштәрҙе лә үҙебеҙҙең арттан эйәртәйек.
Раушания СОЛТАҠАЕВА,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Башҡорт филологияһы факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА