Быйыл Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге булдырылыуға 25 йыл тулды. Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә булған төбәктә Вәкиллеккә ниндәй бурыстар йөкмәтелгән? Милли мөхит булдырыу ниндәй кимәлдә? Башҡортостандың Силәбеләге рәсми вәкиле Әлфир Зөлфәр улы БАЙЫМОВ менән әңгәмәбеҙ ошо юҫыҡта ҡоролдо.
Вәкиллеккә йөкмәтелгән бурыстар ниндәй?
- Урал федераль округын һәм Пермь өлкәһен үҙ эсенә алған Вәкиллек алдында торған тәүбурыстарҙың береһе - ике өлкә араһында тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу, дәүләт органдарының әүҙем берҙәм эшмәкәрлеген тәьмин итеү һәм сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни өлкәләге мәнфәғәттәрен күҙаллаған эшмәкәрлекте булдырыуға, уны үҫтереүгә һәм нығытыуға ҡайтып ҡала. Әйтергә кәрәк, Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан вәкиллеге әлеге көндә эшләп килгән берҙән-бер төбәк вәкиллеге, башҡа төбәктәге вәкиллектәр үҙ эшен туҡтатты. Көньяҡ Урал башҡорттарҙың тарихи ватаны икәнен күҙ уңында тотоп, республика етәкселеге Силәбеләге вәкиллектең эшен туҡтатмаҫҡа ҡарар итте. Ошо ерҙәрҙә башҡорт халҡы мәҙәни, тарихи, географик йәһәттән формалашҡан. Мәҫәлән, Силәбе ҡәлғәһенә 1736 йылда табын ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, Шаимов Таймас тархандың ауылы урынында нигеҙ һалына. Әлеге мәлдә Силәбе өлкәһендә йөҙ меңдән ашыу башҡорт Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка, Сыбаркүл, Незяпетровск, Красноармейск һәм Верхнеуфалей ҡала округтарында тупланып йәшәй.
Сығышы менән Силәбе өлкәһенән булған билдәле шәхестәр тураһында ла ишетергә ине.
- Был өлкә менән күп кенә билдәле башҡорттарҙың тормошо һәм яҙмышы бәйле. Улар араһында Троицк ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән Зәйнулла ишан Рәсүлев, башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла, мәғрифәтсе, күренекле дини, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәммәт Ҡорбанғәлиев, 18-19-сы быуаттың дәүләт эшмәкәрҙәре, илселәр Таймаҫ Шәһимов, Мөхәмәтҡолой Кучуков, Дәүләтша Бикмәтов, 20-се быуат вәкилдәре Абдулҡадир Инан, Хафиз Ҡушаев, Нуриәғзәм Таһиров, Таймаҫ Шафиҡов һәм башҡаларҙы билдәләп үтергә була. Замандаштарҙан иһә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ҡадир Даянды, Хәй Мөхәмәтйәров, Кәтибә Кинйәбулатова, ғалимдар Зәйнулла Иҡсанов, Дамир Вәлиев, Ҡадир Тимерғәзинде әйтеп үтергә кәрәк. Сығыштары менән Силәбе өлкәһенән булған байтаҡ милләттәштәребеҙ спорт өлкәһендә лә ҙур уңыштар яулай. Улар араһында көрәшсе, Силәбелә дзюдо буйынса Көньяҡ Урал мәктәбенә нигеҙ һалыусы Харис Йосопов, спорт һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған, Рәсәйҙең иң көслө спортсыһы исемен йөрөтөүсе Эльбрус Ниғмәтуллин һәм башҡалар бар.
Башҡорттар тығыҙ тупланып йәшәгән был төбәктә этник һәм мәҙәни өлкәлә ниндәй эшмәкәрлек алып барыла?
- 2015 йылда Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында фәнни-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Беҙҙең эшмәкәрлек нигеҙендә ошо документ ята. Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең ике яҡлы хеҙмәттәшлегенең оҙайлы нигеҙҙә булыуы тарихи яҡтан нығынған. Бөгөн Силәбе өлкәһе, Башҡортостандан ҡала, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәр араһында икенсе урында тора. Рәсәйҙә үткән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, Силәбе өлкәһендә 120 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.
Вәкиллек алдында тәү сиратта мәҙәниәт һәм белем биреү өлкәһендә эшлекле бәйләнеш булдырыу һәм нығытыу бурысы тора. Һәм был йәһәттән күп эштәр башҡарыла. Силәбе өлкәһендә 32 мәктәптә яҡынса өс меңдән ашыу уҡыусы башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Башҡортостан был мәктәптәрҙе тулыһынса уҡыу-методик әҙәбиәт, күргәҙмә әсбап, стенд һәм кадрҙар менән бушлай тәьмин итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары даими рәүештә квалификация күтәреү курстары үтә. Шулай уҡ йыл һайын уҡытыусылар өсөн күсмә семинар һәм курстар уҙғарыла, уҡыу йылы барышында улар республикаға килеп, төрлө төбәк-ара фәнни-практик конференцияларҙа һәм башҡа төрлө сараларҙа ҡатнаша, уҡыусыларын башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән үткән олимпиадаларға алып килә. Төбәктә Силәбе һәм Ҡурған өлкәһендә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Ассоциацияһы булдырылған. Силәбе өлкәһендә йыл һайын республика тарафынан башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ беҙ һабантуй, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, Башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте көндәрен уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ.
Республика Силәбе өлкәһендә йәшәп ижад итеүселәрҙе лә күтәрмәләп тора. Мәҫәлән, "Ватандаш" журналы күптән түгел Силәбе өлкәһе Арғаяш районында йәшәүсе башҡорт яҙыусыһы Рәшит Хәкимовтың "Япон мулла, йәки Имамдың ауыр юлы" исемле яңы романының исем туйын үткәрҙе. Башҡорт мәғрифәтсеһе, дини, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, имам Ҡорбанғәлиев Мөхәммәт-Ғабдулхай Ғәбиҙулла улына арналған роман ағымдағы йылда журналдың биш һанында донъя күрҙе.
Республика етәкселегенең башҡорт һәм төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың теленә иғтибары ҙур булыуы ҡыуандыра. Был йүнәлештә эшләргә теләгәндәргә республика Башлығы гранттары бүленеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Һәм иң мөһиме, гранттар тик Башҡортостан менән генә сикләнмәй. Мәҫәлән, быйыл Силәбе, Свердлов, Ҡурған өлкәләре һәм Пермь крайынан тәҡдим ителгән проекттар республика Башлығы гранттары конкурсында еңеү яуланы. Шулай итеп, 4,5 миллион һум ошо төбәктәрҙә телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.
Ике өлкәләге хеҙмәттәшлектең шулай уҡ иҡтисади йәһәттән дә ныҡ булыуы шарттыр?
- Һис шикһеҙ, ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлек тик мәҙәниәт, әҙәбиәт өлкәһенә генә ҡағылмай. Иҡтисад өлкәһенә килгәндә, тәү сиратта, ике төбәк предприятиелары араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыуға ҡайтып ҡала. Төп бурыс - кооперация бәйләнештәре һәм тура партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыу. Башҡортостанда етештерелгән продукцияны Силәбе өлкәһенә сығарабыҙ. Әлеге мәлдә 600-ҙан ашыу республика етештереүселәре күрше өлкәлә үҙҙәренең продукцияһын һатыуға сығара. Башҡортостанда сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек етештерелеүе совет ваҡытынан уҡ билдәле һәм бөгөнгө көндә лә беҙҙең етештереүселәр ошо кимәлдән төшмәй.
Республика менән Силәбе өлкәһе араһындағы тағы ла бер мөһим йүнәлеш тураһында әйтеп китеү кәрәктер. Башҡортостандың өлкә менән сиктәш булыуы республика халҡының күпләп бында эшкә килеүенә булышлыҡ итә. Милләттәштәребеҙ төрлө өлкәлә эшләй һәм үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтә, шуға күрә күршеләр Башҡортостандан килгән эшселәрҙе һәм белгестәрҙе ҡуш ҡуллап ҡабул итә. Силәбе өлкәһендә эш табыуы еңелерәк булыуын күҙ уңында тотоп, өлкәнең эш биреүселәре республикала вакансиялар йәрминкәһе ойоштора. Күптән түгел Дыуан районында үткән ошондай сарала өлкәнең тау-завод зонаһында урынлашҡан 10 ойошмаһы эш урындары тәҡдим итте. Шулай уҡ өлкәнең "Завод пластмасс", "ЧТЗ", "УралАЗ" предприятиелары республиканың техник юғары уҡыу йорттарында белем алыу өсөн үҙҙәренән маҡсатлы йүнәлтмәләр бирергә әҙер булыуы тураһында ла белдерҙе. Был иһә, диплом алғас уҡ йәш белгескә эш урыны буласағы тураһында һөйләй.
Силәбе эшҡыуарҙары республиканың төрлө өлкәһендә эшләргә әҙер. Мәҫәлән, Өфө - Ырымбур һәм М-5 Урал трассаларында юл яны сервисына инвестиция индереләсәк. Инвестиция күләме 10 миллион һумдан ашыу буласаҡ. Ошо һәм башҡа проекттар ике төбәк араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлектең ныҡ булыуын тәьмин итә.
Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА