Йәнәш баҫҡан ике үрмәксегә ҡарап, бер килке аптырап торҙом. Тәү ҡарамаҡҡа, икеһе лә бер үк һымаҡ. Әммә айырма бар. Берәүһенең төҫө ҡап-ҡара. Ә икенсеһенеке күпкә тоноғораҡ. Етмәһә, кәүҙәһе лә бер аҙ ҡайтыш һымаҡ. Аяҡтары ла ҡыйыш-мыйыш, тигәндәй. Әллә зәғиф инде...
Шул мәл "ҡараҡай" көс-хәл менән бер нисә аҙым ситкә атланы ла бер аҙға тынып ҡалды. Миндә шундай тойғо тыуа, әйтерһең дә, ул ял итә. Бер килке тын алып торғандан һуң, яйлап ҡына ҡуҙғала биреп ҡуйҙы. Бер аҙ шыуыша биргәс, уның аҙымдары күпкә нығый төштө. Ҡара әле, әллә йүгерергә маташа инде? Шул арала "ҡараҡай" апаруҡ юрғалай бирә барып, бүрәнә ярығына инеп тә юғалды. Ә теге зәғифе нимә эшләй икән? Хәҙер ҡарашымды уға йүнәлтәм. Ә уныһы тик ята. Хатта ҡымшанмай ҙа. Һайт, бар ҡас, тип ҡулды һелтәй бирҙем дә... эштең айышына төшөнөп, көлөмһөрәп ҡуйҙым. Бына бит, насип иткәс, үрмәксенең үҙ тиреһен алыштырған мәлен дә күрергә тура килде!
Эйе, тап шулай. Үҫә барған һайын үрмәксе үҙ тиреһен алыштыра бара. Аллаһы Тәғәлә нишләптер уны шулай яратҡан: тән үҫә, ә тире үҫмәй. Ә үҫешкән тәнгә яңы "размерлы" тире үҫешә. Һәм үрмәксе иҫке "тунды" ташлап китә. Уйлап ҡараһаң, иҫ китмәле инде. Үрмәксе, нисектер, арҡаһы яғынан һығылып килеп сыҡҡан. Тәүҙә нисектер кәүҙәһен, ә аҙаҡ аяҡтарын тартып алған. Ә аяҡтары уның дүрт пар. Йәғни, үрмәкселә һигеҙ аяҡ. Ә муйын юҡ. Баш менән арҡа бергә тоташҡан. Нәҙек кенә биле бар. Бына хәҙер үрмәксенең йүгерә алмай маташыуы аңлашыла. Беренсенән, иҫке "кейемдән" сығыу өсөн үрмәксегә барлыҡ көсөн һалырға тура килә. Арманһыҙ булып килеп сыға ул. Икенсенән, яңы тирегә бер аҙ ҡатып, бер аҙ нығынып алыу кәрәк. Шуға ҡапылғара атлай алмай этләнгән икән "ҡараҡай". Ғалимдар билдәләүенсә, беҙҙең республикала йәшәгән үрмәксе өс йылға хәтлем йәшәй. Һәм ул ошо ғүмер эсендә ун тапҡырға хәтлем үҙ тиреһен алыштыра. Әйткәндәй, үрмәксенең тире алыштырыуы тураһында халыҡ элек-электән белгән. Бушҡа ғына беҙ асыуынан ни эшләргә белмәй йөрөгән кешегә "Нишләп тиреңә һыймай йөрөйһөң?" тип әйтмәйбеҙ бит.
Үрмәксе беҙгә таныш - ул ау үрә. Ул бар ерҙә лә киң таралған. Урман-яланда ла, ауылдағы өй-ҡурала ла күп улар. Ғалимдар әйтеүенсә, беҙҙең республикала үрмәксенең 458 төрө йәшәй. Шуныһы ҡыҙыҡ, һәр бер төр үрмәксе үҙенсә ау үрә. Һәр ау үҙ ҙурлығы, үҙ биҙәлеше, үҙ матурлығы менән айырылып тора. Әйткәндәй, күптәр үрмәксенән ҡурҡа. Әммә улар кеше өсөн ҡурҡыныс тыуҙырмай. Үрмәксе ауға эләккән себен-серәкәйҙе ашап көн күрә. Бына әле мин уның тимер күперҙә үргән ауына ҡарап торам. Әле ау ептәренә ысыҡ төшкән. Шуға улар матур һәм асыҡ күренә. Тиҙҙән ҡояш сығыр. Уның нурҙары ысыҡ тамсыларын киптерер. Һәм ошо мәлдән башлап үрмәксе ауы ҡарар күҙгә күренмәҫ ауға әйләнер. Шуныһы аптырамалы. Бына ошо үрмәксе ауы елгә өҙөлмәй. Сөнки ау үрер алдынан үрмәксе тикшереү эштәре үткәрә. Был "ғалим" тәү сиратта аяҡ остарында урынлашҡан ҡылдар ярҙамында елдең йүнәлешен һәм көсөн билдәләй. Аҙна самаһы билдәләп ултыра микән, әллә бер аймы, тигәндәй, бына быныһын әйтә алмайым. Әммә ул елдең көсөн дөрөҫ билдәләй. Һәм ау ептәрен елдең көсөнө ҡарап тарта башлай. Шуға ау артыҡ һәленеп тә тормай. Шул уҡ ваҡытта ептәр артыҡ ныҡ та тартылмай. Ярай әле бында тимер бағанаға ау үргән, тип уйлап ҡуям мин. Ә урманда хәл икенсе. Унда ағас ботаҡтары елгә һәр ваҡыт бәүелйеп тора. Аптырамалы инде, үрмәксе ау үргәндә ошо хәлде лә билдәләргә һәләтле.
Ә шулай ҙа тимер бағанаға ау үреү күпкә анһатыраҡ. Тәүҙә үрмәксе ау ебен бағанаға нығыта һәм уны һуҙа-һуҙа икенсе бағана яғына сыға. Шунан ау ебен кире йыя башлай. Һәм самалап тартып, тәүге "бауҙы" йәбештереп ҡуя. Шунан яйлап башҡаларын нығыта башлай. Күреп тораһығыҙ, ауҙы нисек етте шулай үрмәй, ә уны бик матур итеп үреп ҡуя. Урманда ау үреү күпкә ҡатмарлыраҡ. Бында тәүге бауҙы нығытыр өсөн уға тәүге ағастан төшөргә, ер буйлап барырға һәм икенсе ағастың олонона үрмәләргә кәрәк була.
Үрмәксе бик һәйбәт күрә. Сөнки уның күҙҙәре күп. Төп күҙҙәр булып пар күҙ иҫәпләнә. Был ҙур күҙҙәр йөрөй һәм тирә-яҡты һәр ваҡыт күҙәтеп тора. Шуға өҫтәп, тағы алты бәләкәй күҙ бар. Улары йөрөмәй. Һәр бәләкәй күҙ үҙенә тәғәйен йүнәлеш өсөн генә яуаплы. Үрмәксенең тағы бер үҙенсәлеге бар - ул һәйбәт ҡышлай. Ныҡ һыуыҡтарҙа уның тәне һыуыҡҡа бирешмәгән матдә бүлеп сығара. Беҙҙеңсә әйткәндә, тосол (йә антифриз) була инде.
Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына ул үрмәксе. Ә ниндәй мөғжизәләргә эйә! Һүҙемде тамамлап шуны әйткем килә. Әйҙә, йәшәгән үрмәксе йәшәһен үҙ тиреһенә һыйыша алмай. Ә беҙгә һәр ваҡыт тыныс тормошта тирегә һыйып ҡына йәшәргә насип булһын.
Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА