«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАЛДАР ТУЛЫ БУЛҺЫН!
+  - 

Республикабыҙҙа һәр миҙгелдең үҙенә генә хас матур йолаһына әүерелгән саралары бар. Көҙ айының шундай йолаларының береһе - театр-филармонияларҙың яңы ижад миҙгеле асылыуы булыр. Ошо уңайҙан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры художество етәксеһе Илһам РӘХИМОВ менән әңгәмәләштек.

Быйыл 33-сө ижад миҙгелен ҡаршылаған театр тамашасылары өсөн ниндәй яңылыҡтар әҙерләне?

- Сираттағы ижад миҙгелен быйыл 12 октябрҙә асабыҙ. Ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ иғтибарына Флорид Бүләковтың "Гөлнара" повесы буйынса ҡуйылған драманы тәҡдим итәбеҙ. Спектакль "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Ш. Бабич исемендәге БР дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев - сценарий авторы һәм ҡуйыусы режиссер. Драмала үткән быуаттың 30-сы йылдарында барған ваҡиғалар бәйән ителә: ауылға беренсе уҡытыусы - йәш ҡыҙ Гөлнара йүнәлтмә буйынса эшкә килә һәм быуаттар дауамында үҙ йолалары менән йәшәгән урындағы халыҡ араһында агитация эштәрен йәйелдерә. Илебеҙ тарихы, халҡыбыҙ яҙмышы сағылыш тапҡан был спектаклдә. Гөлйемеш Ибраһимова - Гөлнара ролендә, Илнур Сәлимгәрәев -уның һөйгәне Рәшит, Марат Зөбәйеров - Рәшиттең ҡустыһы Ильясты уйнай, ә күмәк сәхнәләрҙә театрҙың барлыҡ тиерлек артистары ҡатнаша. Премьера спектакленән тыш, үткән ижад миҙгелендә бер тапҡыр ғына уйналған "Әсәй, бына һиңә килен...дәр" спектаклен ноябрь айынан дауам итәсәкбеҙ. Ғәҙәттәгесә, декабрь айында кескәй тамашасыларыбыҙҙы матур һәм мөғжизәле Яңы йыл әкиәте менән ҡыуандырмаҡсыбыҙ.

Яңы ғына Өфөгә килеп ҡайттығыҙ, гастролдәргә йыш йөрөйһөгөҙмө?

- Эйе, гастролдәргә йыш сығырға тырышабыҙ, сөнки ятҡан таш мүкләнә. Баш ҡалаға күренекле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаевтың 75 йәшлек юбилейы уңайынан "Нисек кейәүгә сығырға?" комедияһы менән барып ҡайтҡайныҡ, әлеге көндә коллективыбыҙ Стәрлебаш районында "сәйәхәттә". Октябрҙә Учалы һәм Әбйәлил райондары, 14-15 ноябрҙә тағы ла баш ҡала тамашасылары менән осрашырға ниәт итеп торабыҙ. Өфөгә Мөнир Ҡунафиндың "Ҡорос. Яугир ат яҙмышы" спектакле менән киләсәкбеҙ. Ғөмүмән, тамашасының ҡыҙыҡһыныуы һүнмәһен өсөн төрлө жанрҙарҙа ижад итергә тырышабыҙ, шулай ҙа репертуарыбыҙҙа комедия һәм мелодрамалар күпселекте тәшкил итеңкерәй. Был инде халыҡ ихтыяжына таянып эшләргә тырышыуыбыҙға ла бәйле.

Бөгөн театрҙың художество етәксеһен борсоған мәсьәләләр ниндәй?

- Артистарыбыҙ үҙ эшенең оҫталары, спектаклдәребеҙ бик яҡшы ҡабул ителә, тамашасыларыбыҙ килә, шөкөр. Әммә милли драматургияның үҫеш кимәле бөгөн һәр театрҙы борсоған мәсьәләләрҙең береһелер. Ҡыҙғанысҡа, пьесалар араһынан һайлап алыу мөмкинлегебеҙ бик юҡ, драматургтар аҙ. Шуға режиссерҙар күберәк проза әҫәрҙәрен сәхнәләштереүгә тотона башланы, сценарийҙар яҙыу тенденцияһы күҙәтелә. Был, бер яҡтан, милли драматургия өсөн бик ҡурҡыныс күренеш, уның киләсәге ниндәй булыр? Пьесалар яҙған йәштәр бик һирәк бит хәҙер. Күҙгә күренгәндәре менән бәйләнештә булырға, уларҙы үҫтерергә, кәңәш-төңәш итергә тырышабыҙ былай. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡтағы филиалында уҡыған йәштәрҙе был эшкә ылыҡтырырға тырышабыҙ: "Ашҡаҙар" әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнгәндәре менән бәйләнештәр булдырабыҙ. Күптән түгел ошо юғары уҡыу йортон тамамлаған Рәфис Ҡуйбағаровтың "Минең йөрәк һиндә тибә" тигән спектаклен сәхнәләштерҙек, уға ҡарап башҡалар ҙа өлгө алыр, эйәрерҙәр тип өмөт итәбеҙ. Тик, нишләптер, бөгөнгө йәштәргә саҡ ҡына сыҙамлыҡ етеңкерәмәй, ҡайҙалыр ашыға улар. Яҙғанын төҙәтеп, өҫтәп эшләргә теләктәре һүнә лә ҡуя. Шулай ҙа йәштәрҙе һис тә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ, даими бәйләнештәбеҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.10.23 | Ҡаралған: 146

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru