«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕР ҠЫРТЫШЫН АҠТАРЫП АЛТЫН ЭҘЛӘЙ СИТТӘР
+  - 

Төрлө ҡаҙылма байлыҡтар табыу менән шөғөлләнеүселәрҙең ерҙәребеҙҙе соҡоп, ер-һыуға, кейек-йәнлеккә күпме зыян килтереүен үҙебеҙ күреп йөрөйбөҙ. Бер туҡтауһыҙ байлыҡ арттырыуҙы маҡсат иткән ситтәрҙең урындағы халыҡтың сәләмәтлегендә лә, тәбиғәттең юҡҡа сығыуында ла эше юҡ - ауыр техника ер ҡыртышын аҡтара ғына. 2021 йылда Радий Хәбиров тәҡдиме менән Ер аҫты байлыҡтары менән ҡулланыу буйынса республика ведомство-ара комиссияһы булдырылғайны. Ул ҡаҙылма байлыҡ табыусыларҙы уларҙың эшмәкәрлектәре һөҙөмтәһендә уңдырышһыҙға әйләнгән ерҙең етештереүсәнлеген тергеҙергә мәжбүр итеү менән дә шөғөлләнә.

Яңыраҡ Учалы районында урынлашҡан "Альтинвест" алтын йыуыу компанияһы һәм уның подрядсыһы "Гасадд" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы эшмәкәрлеге тикшерелеп, суд Ураҙ ауылы эргәһендәге территорияларҙы рекультивацияларға тигән ҡарар сығарғайны. Әммә Комиссия ағзалары был ерҙәрҙә һаман да тергеҙеү эштәре башланмауы, улай ғына ла түгел, һаман да ер аҫты байлыҡтарын сығарыуҙы дауам итеүҙәрен асыҡлаған. "Альтинвест" компанияһын ойоштороусыларҙың береһе Польша гражданины Анджей Персона, ул әлеге мәлдә Варшавала йәшәй һәм компанияның 70 проценты уның ҡулында. 30 проценты иһә Кипрҙа теркәлгән компанияныҡы, уны инде Рәсәйҙең санкция исемлегендә булған Украина гражданы Леонид Козаченко ойошторған. "Альтинвест"тың Өфөләге юридик адресы буйынса офисы юҡ, отчеттарҙа ул килемен нуль тип күрһәтә, әммә Учалыла бик әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Компанияның был районда ике территорияла геологик тикшеренеүгә һәм алтын табыуға лицензияһы бар, улар икеһе лә Ураҙ ауылы эргәһендә.
Шуныһы ҡыҙыҡ, Комиссия 2022 йылдың апрелендә үк уны алтын табыу лицензияһынан мәхрүм иткән, бының өсөн төрлө закон боҙоуҙар нигеҙ булып торған. Әммә ошо уҡ йылдың октябрь айында Учалы район-ара прокуратураһы үткәргән тикшереүҙәр унда һаман да эштәр алып барылыуын асыҡлаған. Һөҙөмтәлә, "Альтинвест"ың яуаплы шәхестәренә ҡарата РФ Енәйәт кодексының "Эштәр алып барғанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙоу" 246-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Быйылғы йылдың февралендә иһә суд был ике компанияға рекультивация проектын эшләргә һәм уңдырышһыҙға әйләнгән ерҙең етештереүсәнлеген тергеҙергә тигән ҡарар сығара. Россельхознадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, ергә килтерелгән зыян 28,5 млрд һум иҫәпләнә.
Законға ярашлы, ерҙәргә рекультивация эшләү өсөн башта уның проекты булырға тейеш. Уны муниципалитет менән тикшереүсе органдар раҫлай. Быға тиклем фирма хужалары проектҡа дәүләт экологик экспертизаһын үткәреүҙе лә ойошторорға бурыслы. Тик бындай документ эшләнмәгән. Шулай ҙа "Гасадд" ойошмаһы август аҙағында рекультивацияға әҙерлекте башлаған, тигән хәбәр булған. Әммә Комиссия ағзалары билдәләүенсә, унда эшләүсе техника рекультивация менән түгел, ә, киреһенсә, алтын табыу менән шөғөлләнә. Тимәк, компания халыҡтың күҙен буяп, һаман да законһыҙ рәүештә алтын табыуын дауам итә, тигән фекерҙә улар.
Компания етәксеһе Динара Пигарева сәләмәтлегенә һылтанып, Комиссия үткәргән ултырышҡа килмәй. Предприятие вәкиле Тимур Латыпов төрлө һылтаныуҙар килтерә: әйтәйек, ерҙәрҙе терегеҙеү өсөн 2017-2018 йылдарҙа участкаларҙың һыу баҫыуы ҡамасаулай, ә 2019 йылда рекультивация проекты асыҡ тыңлауҙарҙы үтмәй. Компания эшлекле диалогҡа әҙер, проект дәүләт экспертизаһы үтеү менән, "финанс мөмкинлектәр булғас та" рекультивацияға тотонасаҡ, тип белдерҙе ул. Әммә ҡасан бындай финанс мөмкинлектәр була, быныһын әйтеүе ҡыйын. Белгестәр әйтеүенсә, уларға ойошманы ябыу хәҙер хатта ҡулайлыраҡ та. Был осраҡта иһә тәбиғәтте тергеҙеү бурысы тулыһынса дәүләт иңенә ятасаҡ.
Әлеге ваҡытта Учалыла 36 компания эшләй, уларҙың ҡиммәтле байлыҡтарҙы эҙләү, разведкалау һәм табыу буйынса 51 лицензияһы бар. 2022 йылдың октябренән лицензиялар биреү туҡтатылған. Дөйөм Башҡортостан буйынса алтын табыу буйынса бирелгән лицензияларҙың 84 проценты тап Учалыға тура килә. Комиссияға эш етерлек бында. Мәҫәлән, компанияларҙың дүрттән бер өлөшөндә штатта 1 кеше иҫәптә тора, тимәк, ҡалғандар килешеүһеҙ эшләй. Бынан урындағы бюджетҡа һалым килмәй. Һалымды һәм страховка взностарын да 15 предприятие ғына түләй, ҡалған 21-е йыл һайын килемде нуль тип бирә. Төрлө кимәлдә тикшереүҙәр булып торһа ла, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй. Бында бәләкәй бизнесты тикшереүгә мораторий булыуы ла ҙур роль уйнай.

Шулай итеп...
Тәбиғәткә зыян килтерелгән, ә хәлде үҙгәртеү өсөн аҡса юҡ, тигән һылтауҙар булмаһын өсөн республика Хөкүмәте аппараты, Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы һәм БР Дәүләт Йыйылышы федераль закон проекты өҫтөндә эш башланы. Лицензия хужалары өсөн эшмәкәрлектәре һөҙөмтәһендә уңдырышһыҙға әйләнгән ерҙең етештереүсәнлеген тергеҙеү өсөн банкта махсус иҫәп булдырырға тигән тәҡдим менән сығыш яһай улар. Иҡтисади ғына түгел, экологик зыян килмәһен өсөн бөтөн ысулдар ҙа үҙен аҡлаясаҡ һәр хәлдә. Был эштә иһә бөтөн кимәлдәге власть органдарының берләшеүе мөһим.

Роман ЯКИМЧУК.
"Башинформ".

"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.23 | Ҡаралған: 240

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru