«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫЛДА ЙӘШӘҮСЕЛӘР ТЫНЫСЛЫҠТЫҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛҺЕН ИНЕ
+  - 


"Ирҙәр айырылһа, ил таралыр", тигән боронғолар һәм ил өҫтөнә килгән һәр һынауҙа берҙәм күтәрелеп сыҡҡандар. Бөгөн дә илде берләштерер ирҙәр бар: уларҙың күбеһе Украиналағы махсус хәрби операцияла үҙ бурысын намыҫлы үтәй. Ошо көндәрҙә яҙмышын ил хәүефһеҙлегенә бәйләгән яҡташтарыбыҙ менән осрашыу мөмкинлегенән файҙаланып, "Әсән" хәрби ҡушаматлы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Радик Динәхмәтов, 1-се ротаның "Алпан" ҡушаматлы замполиты, лейтенант, "Аҡ барыҫ" ҡушаматлы өлкән сержант менән әңгәмәләштек.

Махсус хәрби операцияла һеҙ һәр берегеҙ үҙ урынында мөһим бурыстарҙы атҡараһығыҙ. Һүҙҙе ошо турала һәм МХО-ла ҡатнашырға тигән ҡарарға нисек килеүҙән башлайыҡ.

Әсән:
Һүҙемде күптәргә таныш һәм күңелемә яҡын, һәр концертта башҡарылған йырҙан башлайым: "Һаумы, гүзәл тыуған яҡтарым! Һаумы, шатлыҡ һайрар ҡоштарым! Һаумы, ғәзиз яҡын дуҫтарым! Һеҙгә һөйөү йырҙарым!" Бына ошо һүҙҙәрҙә, халыҡ көйҙәрендә, моңобоҙҙа күңелдәребеҙгә яҡын, рухи көс бирерҙәй тәрән мәғәнә, хистәр һалынған һәм беҙҙең хәрби хеҙмәтебеҙҙә еңеллек килтерә был. Был буш һүҙҙәр түгел, саҡ ҡына ваҡыт килеп сыҡһа ла, тиҙ арала ҡулға флейтамды алып, үҙебеҙҙең башҡорт-татар моңдарын уйнап, шиғырҙар һөйләп, ҡыҫҡа ғына осрашыуҙар ойоштороп алырға тырышабыҙ.
Мин, 22 июндә - Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, контрактҡа ҡул ҡуйҙым һәм үҙем менән ғорурланыу тойғоһо кисерҙем. 58 йәшемдә был минең иң мөһим дөрөҫ ҡарарҙарымдың береһе булыуына әлегә тиклем инанам. Тормоштоң ошо һынауҙарын да үтәм. Был килешеү минең өсөн Ватанды һаҡлау, ярҙам өмөт итеп торған күршеләребеҙҙе яҡлау кеүек мөһим эшкә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән әһәмиәтле.
Махсус хәрби операцияла мин ашығыс ярҙам машинаһының санитар-водителе булып хеҙмәт итәм. Был осраҡлы килеп сыҡты, әммә кеше тормошонда бер нәмә лә осраҡлы булмағанын да аңлайым. Башҡортостандан үҙ иректәре менән тупланған полктарҙың береһендә 17 кешелек тынлы оркестр төҙөү тураһында бойороҡ барлығын ишетеп, уйлап та тормайса, шул коллективта булырға теләнем. Ҡыҙғанысҡа күрә, кәрәкле музыканттар тупланманы. Т. Кусимов исемендәге 3-сө батальондың етәкселеге мине ҡайҙа тәғәйенләргә тип хәл иткәндә, шундай һорау яңғыраны: "Кемдең водитель таныҡлығы бар?" Яугирҙарҙың ҡайһыныһы үҙе менән алмаған, ҡайһыныһы уҡымаған, кемдеңдер таныҡлығын тартып алғандар, ә минеке кеҫәлә булып сыҡты. Ашығыс ярҙам машинаһын шулай ышанып тапшырҙылар. Яраланған яугирҙарға беренсе ярҙам күрһәтелгәндән һуң, тәүлектең ҡайһы сәғәтендә лә тиҙ арала ашығыс ярҙам машинаһында уларҙы кәрәкле дауаханаға алып барып еткереү - төп бурысым. Беҙҙә яраланғандар ғына түгел, кемдең теше һыҙлап, ҡан баҫымы күтәрелеп тә килә, уларға ла ярҙам итеп ебәрәләр һәм кәрәк саҡта дауаханаларға илтеп ҡуям. Йәш арауыҡтарыбыҙ төрлө булыуға ҡармаҫтан, хеҙмәттәштәрем менән беҙҙе рух ныҡлығы, илһөйәрлек, бер-беребеҙгә ярҙам итергә ашығыу тойғоһо берләштерҙе.
Алпан: Күптән инде бер урында был тиклем күмәк кеше йыйылғанын күргәнем юҡ, сөнки беҙ алғы һыҙыҡта, көн дә окоптарҙа: 3-4 кешенән дә артыҡ йыйылмайбыҙ. Минең төп бурысым: окоптарҙа йәшәгән яугирҙар насар уйҙарға бирелмәһен, өйҙә ҡалған яҡындары тураһында борсолмаһын өсөн улар менән аралашыу, хәл-әхүәлдәрен белешеү һәм ярҙам итеү. Ҡайһы урындарҙа ике кеше бергә йәшәй һәм уларҙың бар донъяһы шул, бөтә һуғышты икәүләп үтәләр. Төрлө кешеләр, төрлө яҙмыштар бында, әммә махсус хәрби операция барыһын да тигеҙләне. Иң мөһиме, ирекмәндәр полкы беҙ, һәр кем ҡайҙа барырын аңлап, Ватанды һаҡларға килгән.
Осрашыуҙа, ғәҙәттә, шундай мөһим һорауҙы йыш бирәләр: ҡурҡытамы? Әлбиттә, бик ҡурҡыныс. Был һүҙҙе үҙҙәре шунда булмаған кешеләр тулы мәғәнәһендә аңлап та етмәйәсәк. Мин дә элек һуғыш тураһында телевизорҙан ҡарай торғайным, тик беренсе атыш булғанда уҡ барыһы менән дә уйымдан ғына хушлаштым, ә бит ул саҡта минең эргәлә пулялар осмаған, шартлауҙар булмаған...
Махсус хәрби операцияға тиклем мин Дүртөйлөнөң "Алпан" балалар-йәштәр спорт мәктәбендә башта 7 йыл тренер, аҙаҡ 7 йыл директор булып эшләнем һәм был вазифанан арып, һуңғы йылдарҙа киренән тренерлыҡҡа күстем. Хәрби ҡушаматым "Алпан" да шунан алынған. Махсус хәрби операцияға барыуымдың сәбәбенә килгәндә, мин - хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуғанмын: атайым һәм ҡустым майор. Ҡустым баштан уҡ үҙ бурысын үтәй, күрешә лә алдыҡ. Миңә август айында лейтенант званиеһы бирҙеләр, минең контракт МХО тамамланғанға тиклем дауам итәсәк.
Аҡ барыҫ: Мин үҙемде профессионал хәрби тип иҫәпләйем: 15 йыл армияла хеҙмәт иттем. Шуға махсус хәрби операцияға барыу тураһында ҡарар минең өсөн еңел бирелде, әммә ғаиләне күндереүе ауырыраҡ булды. Сөнки армияла оҙаҡ йөрөгәс, һуң ғына өйләндем. "Шайморатов" полкы туплана башлағанда беренселәрҙән үк булып барҙым, әммә ул ваҡытта һаулыҡ яғынан сикләүҙәр бар ине, мине алманылар. Чечнялағы ике хәрби кампанияла ла ҡатнашып, шунда алған яраларымдың эҙемтәләрен күҙ уңында тоттолар. Шулай ҙа быйыл мине матди тәьминәт ротаһына тәғәйенләнеләр, ә үҙем элек огнеметчик булдым. Әлеге көндә яғыулыҡ-майлау материалдарын ташыусы автомобилдәр взводы командиры булып хеҙмәт итәм. Алғы һыҙыҡҡа бармайбыҙ, аҙна-ун көнгә кәрәкле яғыулыҡты урынына ташып торабыҙ.

Ошо арауыҡ эсендә һуғыш мәхшәрҙәрен дә күргәнһегеҙҙер, йөрәктәрегеҙ туңманымы? Бигерәк тә йырсы йөрәге быларҙы нисек кисерә?

Әсән:
Һамар өлкәһендә өс ай уҡыуҙарҙа булғанда психолог беҙҙең менән күп шөғөлләнде, күктән ергә төшөрҙө, тип әйтәйемме. Бер ваҡыт бергә ризыҡланып ултырғанда хәлдәремде һорашып: "Һин унда ниҙәр күрәсәгеңде күҙ алдына килтерәһеңме?" - тигәйне. Ул саҡта мин хистәргә тулышып, "Барыһы ла яҡшы, бына шул турала уйланам, аңым аша үткәрергә тырышам", тип яуап биргәйнем. Мин барлыҡ мәғлүмәтте күҙҙәрем аша хәтерҙә ҡалдырам, музыкант булараҡ, бөтә уйналаһы әҫәрҙәр күҙ алдымда тора һәм бында ла күргән һәр нәмә шул тиклем йөрәккә уйылып ҡала. Шуға бында баш менән уйлау, барыһын да баш аша үткәрә алыу бик мөһим һәм дөрөҫ. Яугирҙарҙың ҡаты яраланып, ыңғырашыуҙарын ишетеү, уларҙың яраларын бәйләүҙәрен күреүе ауыр тәьҫир итә. Ашығыс ярҙам машинаһында һәр кемде тиҙ арала тәғәйен табип ҡулына ваҡытында алып барып тапшырырға тырышаһың. Ә юлдарҙың торошо ҡот осҡос насар, асфальт юлға сыҡҡансы машина саҡ ҡына һикереп китһә лә, яугирҙың ауыртыныуы ихтимал. Мин инде флейтамды һәр ваҡыт үҙем менән алып йөрөргә, кемгә һүҙ, кемгә моң менән дә ярҙам итеп ебәрергә тырышам. Беҙҙең полктың үҙ гимны бар: һүҙҙәрен замполит Митрофаныч, ә көйөн БР-ҙың атҡаҙанған артисы Олег Жданов яҙҙы, башҡарыусыһы - атҡаҙанған артист Александр Петров. Гимнды уҡыуҙар осоронда уҡ бергәләп ижад иткәйнек. Уның һүҙҙәре былай яңғырай:
Время пройдет, мы пройдем через беды
Татарин, мариец, чуваш и башкир.
Русские братья, добъемся победы!
Долгожданный наступит наш мир!
Равняйся на наши знамена,
Батыров великих на них имена.
И мы пред ними клянемся,
Достойными быть на все времена!
Алпан: Хәрби бәрелештәрҙә, шөкөр, әлегә тиклем бер яуҙашыбыҙҙы ла юғалтманыҡ. Күптән түгел мин дә контузия алдым, әммә ауыр яраланғандар арабыҙҙа юҡ. Шулай ҙа кеше яҙмышы төрлөсә була, һаҡһыҙлыҡ, вайымһыҙлыҡ арҡаһында бәләгә тарығандар бар. Мәҫәлән, сентябрь башында килгән мобилизацияланған яугирҙар араһында береһе ике дуҫын саҡырып, "ҡыңғырау" тип йөрөтөлгән кассеталы снарядты алып, уға отвертка тыҡҡан. Уның һәр нәмәнән рюмка оҫталау ғәҙәте бар ине, был осраҡта ла шул маҡсатты алға һөргәндер... Үҙ ғүмерең өсөн яуаплыһың унда, сөнки беҙ йөрөгән урындарҙа аҙым һайын мина, билдәле һуҡмаҡтарҙан ғына үтергә мөмкин. Һеҙҙең һорауға яуап биреп, шуны әйтер инем: тыныс тормош шарттарында бө-төнләй ҡабул ителмәгән күренештәр һуғышта күнегелгәнгә әүерелеп китә.
Беҙҙең штурмлаусы отрядҡа тәү сиратта эстән әҙер булғандарҙы һайлап алалар, унда физик көс, әҙерлек ҡайһы саҡта мөһим дә түгел. Штурмлаусы отрядтаһың икән, был - һин дошманға ҡаршы барырға тейеш, тигәнде аңлата. Ҡыйыулыҡ, геройлыҡ - ул ни тиклем ҡурҡыуыңды тик үҙең генә белеү. Бөтәһе лә ҡурҡа, шуға психологик яҡтан ныҡлы әҙерлек талап ителә. Шәхсән мин һуғыш ысынбарлығын ике аҙна тирәһе ҡабул иттем, тип әйтәйемме. Тәү сиратта дошман ҡайҙа булыуын аңлап алырға кәрәк. Беҙҙе башта алғы һыҙыҡтан алыҫтараҡ ятҡан урынға алып килделәр, унда бөтә ерҙә атыш тауыштары яңғырап тороуына иҫебеҙ китте һәм үҙебеҙҙекеләр ҡайҙа икәнен, дошман ҡайһы яҡта булыуын аңлай алмай торҙоҡ. Ошо шарттарҙа ике аҙна тирәһе йәшәгәс кенә кем ҡайһы яҡта һуғышыуын, һин ҡайһы яҡта булырға тейешлекте, үҙ-үҙеңде ҡарарға өйрәнәһең. Ер аҫтында һәм яҡтылыҡһыҙ йәшәргә күнегергә кәрәк, төндә лә ут ҡабыҙмай йөрөйһөң.
Әсән: Атыштар тураһында һуҙ сыҡһа, көләмәскә әүерелгән, әммә һуғыштың барлыҡ фажиғәһен сағылдырған бер осраҡ хәтергә төшә. "Прилет" булһа, дошмандар беҙгә ҡаршы снаряд яуҙыралар, "отлет" булһа, беҙҙекеләр - уларға. Беҙ урынлашҡан тораҡ пунктта ике яугир урам буйлап китеп барған, эргәләрендә магазиндан бер ҡарсыҡ аҙыҡ-түлек күтәреп ҡайтып бара икән. Шул саҡ бик көслө шартлау яңғырай. Беҙҙе баштан уҡ шартлау ишеткәндә ергә ятырға өйрәтәләр, яугирҙар шундуҡ ҡолаған. Ә теге ҡарсыҡ шундай тыныс тауыш менән быларға: "Балалар, тороғоҙ-тороғоҙ, был "отлет", "отлет", - тип юлын дауам итеүен белгән.
Урындағы халыҡ шул тиклем шартлауҙарға күнегеп бөткән. Хатта балалар ҙа. Бына яңыраҡ ата-әсәһенә етәкләнгән ҡыҙ ҡапыл яңғыраған көслө шартлауға хатта тертләмәне лә, мәктәпкә китеп бара ине, буғай. Бына шулай. Тормош дауам итә.

"Тел" алғанығыҙ булдымы?

Алпан:
Беҙ - юҡ. Ә бына күршеләге хеҙмәттәштәр алғаны бар, уларға төрлө милләт вәкилдәре әсир төшә. Бер поляк һәм африканлы үҙ ирке менән килгән. Ҡаршы яҡтың ғәскәрендә ирекһеҙҙән һуғышып йөрөгәндәр ҙә бар: ҡайһы осраҡта шартлатҡысһыҙ снарядтар ташлайҙар, йәки күрәләтә ҡыйыш аталар - һуғышырға теләмәйбеҙ, тиҙәр. Беҙгә яҡын тораҡ пункттың ир-егеттәре шулар араһында булыуы ихтимал, беҙҙең артта уларҙың ҡәҙерлеләре.

Йәштәр бөгөн заманса, ҡайһы саҡта мәғәнәһеҙ йырҙар тыңлай. Ә бына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәштәрҙең музыкаль зауығы ниндәйҙер үҙгәреш кисерәме?

Әсән:
Беҙҙең арала йәш, һөнәр, донъяға ҡарашы һәм башҡа йәһәттән ғәйәт айырылған, төрлө кешеләр бар. Шулай ҙа яугирҙар йыш ҡына патриотик йырҙар башҡарыуҙы һорай, ундай йырҙар беҙгә ныҡ ярҙам итә. Баян моңон бик үҙ итәләр, мин, ҡыҙғанысҡа күрә, уйнай белмәйем. Егерме йәшлектәр ҙә бар, улар инде заманса йырҙарҙы күберәк тыңлайҙыр, моғайын. Шулай ҙа ҡолағына һәм башына зыян килтермәй, киреһенсә, күңелен күтәрә икән - тыңлаһындар, әйҙә. Барыбер йәш егеттәрҙең яйлап донъяға ҡарашы үҙгәрә бында, улар уйлана башлай, күңелдәрендә тыуған яғына, туған халҡына һәм уның йыр-моңона ҡарата бөтөнләй икенсе, йылы хистәр уяна. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуым минең дә ижадыма йоғонто яһамай ҡалмаҫ, концертымды бөтөнләй башҡаса күҙ алдыма килтерәм хәҙер, йырҙарым да үҙгәрер, тип уйлайым.

Тылдағыларға әйтер һүҙегеҙ ниндәй булыр?

Алпан:
Улар бәхетле кешеләр. "Баш осонда аяҙ күк йөҙө" тигән һүҙҙәр минең өсөн элек ниндәйҙер байрамда әйтелгән теләк кенә булһа, хәҙер бөтөнләй башҡаса яңғырай. Был, мин тыныс ҡына өйҙән сығып, эштәрем буйынса ян-яғыма ҡаранмайса, ҡайҙалыр барып килә алам, тигәнде аңлата. Украинала ҡалалар емерек, кешеләр атыш-шартлауҙарға күнегеп бөткән, яҡтылыҡты даими һүндереп торалар, сиккә яҡын ҡалаларҙа бәйләнеш юҡ, ә тормош дауам итә - баҡсаларҙа эш менән булышып йөрөйҙәр, мал аҫрайҙар. Ә бында барыһы ла шул тиклем яҡшы, иң мөһиме - балаларыбыҙ тыныс йәшәй.
Аҡ барыҫ: Бындай осраҡтарҙа ғүмереңде, ғаиләңде, туғандарыңды ҡәҙерләй башлайһың. Улар имен-һау булһын, ошондай көндәрҙе күрмәһендәр.
Әсән: Унда яраланған яугирҙарға ашығыс ярҙам күрһәткәндә башыма бер уй килде: тыныс тормошта шундай ваҡ-төйәк нәмәгә зарланабыҙ, көйөнәбеҙ икән. Ә бит барыһы менән дә ҡәнәғәт булырға, шатланып йәшәргә генә кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Яугирҙарҙы хәстәрләп, республикабыҙ етәкселеге һәм халҡы күрһәткән ярҙам барып етәме, барлыҡ кәрәк-яраҡтар ҙа бармы икәнен белешкәс, барыһы ла бер үк яуап ҡайтарҙы: "Өҫтөбөҙгә, аяғыбыҙға, ашарыбыҙға бар". Беҙҙең баш осонда аяҙ күк булһын тип үҙ ғүмерҙәрен аямаған барлыҡ яугирҙарыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәр белдерәбеҙ һәм тыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.11.23 | Ҡаралған: 235

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru