Башҡортостан тәбиғәтенең иҫ киткес матурлығы барыһын да хайран итә. Ҡуйы урмандар, икһеҙ-сикһеҙ дала, бейек ҡаялар, зәңгәр күлдәр, мәмерйә һәм башҡа тәбиғәт мөғжизәләре йәлләмәйенсә бүләк ителгән беҙгә.
Тәбиғәттәге ер-һыу атамалары, ауыл, ҡала исемдәре -урындағы халыҡтың тарихи һәм мәҙәни мираҫы, тел ҡомартҡыһы улар. Географик атамаларҙың күпселек өлөшө теге йәки был ерҙең тәбиғи үҙенсәлегенә бәйләнгән. Күпселек топонимдарҙа ниндәйҙер шәхестең эшмәкәрлеге, уның тәбиғәткә булған йоғонтоһо, халыҡтарҙың йәшәү тарихы, ошо ерҙәрҙә барған тарихи ваҡиғаларға бәйле мәғлүмәт сағылған. Ҡыҫҡаһы, бер атама ла осраҡлы рәүештә йыйылған өндәр йыйылмаһынан тормай, ә һәр ҡайһынының мәғәнәүи контексы бар. Шуға күрә тарихи атамаларҙың юҡҡа сығыуына, икенсегә үҙгәртелеүенә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөнгө көндә топономика өлкәһендә күҙәтелгән иң ҙур проблемаларҙың береһе Башҡортостанды ла ситләтеп үтмәй.
Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк. Халыҡ үҙе йәшәгән төбәктә урынлашҡан бәләкәй генә тәбиғәт объекттарына ла исемдәр бирә. Мәҫәлән, һәр ауыл янындағы сауҡалыҡ, йылға боролмаһы, ҡалҡыулыҡ, быуа һәм башҡаларҙың үҙ атамалары бар. Ундай атамалар, ғәҙәттә, географик белешмәләрҙә һәм яҙма документтарҙа сағылыш тапмайынса, халыҡ телендә генә йәшәй.
Республика юлдары буйлап ҡуйылған күрһәткестәрҙә, радио тулҡындарында, телевизор экрандарында һәм гәзит биттәрендә ер-һыу атамаларының, ауыл һәм ҡала исемдәренең тупаҫ боҙолоуына, үҙгәртелеүенә, бөтөнләй икенсе мәғәнәле итеп тәржемә ителеүенә шаһитбыҙ. Әгәр ҙә оло быуын уларҙың ысынбарлыҡтағы исемдәрен яҡшы хәтерләһә, йәштәр һәм айырыуса балалар хаталы атамаларҙы күңеленә һеңдереп буй еткерә. Был иһә, тарихи атамаларҙың юғалыуына тура юл.
Хаталы миҫалдарҙы бик күп килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, Урал аръяғы райондарына барыусыларҙың юлы мотлаҡ Елмәрҙәк һырты аша үтә. Бөгөнгө көндә уның был исемен бик һирәктәр "Елмәрҙәк", тип белә, күбеһенең телендә ул "Тещин язык" булараҡ йәшәй.
Бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡырҙан килгән ҡунаҡтар ғына түгел, хатта урындағы халыҡтың күбеһе һәм, иң ҡыҙғанысы, экскурсоводтар ҙа "Капова пещера", тип йөрөтә. Мәмерйәнең тәүге атамаһын онотторорға тырышыумы был, әллә шул тиклем битарафлыҡмы - әйтеүе ҡыйын.
Тағы ла бер күңелһеҙ миҫал - Ағиҙел йылғаһының "Белая"ға әйләнеп китеүе. Уны ниндәй телдә лә әйтеүе һис ауырлыҡ тыуҙырмай, ләкин беҙ ныҡышмалы рәүештә Ағиҙел тип әйтеүҙән тайпылабыҙ. Йылға янынан үткәндә йәки уның аша һалынған күпер башында урыҫ телендә "Агидель" тигән яҙыу ҡайҙа бар? Осратҡанығыҙ юҡтыр.
Халҡыбыҙ йыр бағышлаған Төйәләҫ йылғаһы ҡасан һәм ни өсөн Худолаз булып китте һуң ул? Урал йылғаһының тәүге атамаһы Яйыҡ икәнлеген дә онотмаһаҡ ине. Ҡариҙелдең - Уфимкага, Әбйәлилдәге Бөрсөнсө күле - Желтое тигәнгә һәм башҡа бик күп ер-һыу атамалары, ауылдар исеме килде-киттеле итеп тәржемәләнеп бөткән. Бындай миҫалдарҙы бик күп килтерергә була.
Шулай ҙа ыңғай миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән "Дүнәнһуйған" тауы, "Киндерле" мәмерйәһе һәм башҡа ошондай атамаларҙы ла күрергә һәм ишетергә мөмкин әле. Теләк булғанда, тимәк, барлыҡ күрһәткес, алтаҡта, тәбиғәт атамалары, ауыл һәм ҡала исемдәрен дөрөҫ итеп яҙырға була. Бының шулай булыуын дәүләт кимәлендә тикшереп-ҡарап тороу ҙа фарыз, урындағы халыҡтың да битараф булмауы мотлаҡ. Тарихи исемдәрҙең юғалыуына юл ҡуймау бары тик үҙебеҙҙән тора.
Шулай итеп, топонимдар - төрлө объект атамалары ғына түгел. Улар үҙҙәрендә халыҡтың милли үҙенсәлеген, мәҙәниәтен, тарихын һаҡлаған мисәт, бай мәғлүмәти сығанаҡ. Үҙебеҙ уларҙы боҙмайынса әйтергә өйрәнмәйенсә, башҡаларҙан быны талап итә алмайбыҙ.
Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА