«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТТАРҘЫ КЕЙЕНДЕРӘМ
+  - 

Быйыл йәй Баймаҡ районында икенсе тапҡыр үткән "Башҡорт аты" фестивале ябай бәйге генә булманы. Ул үҙен йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү, халыҡ кәсептәрен, традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған ҙур сара итеп танытты. Йылҡысылар, ошо тармаҡтағы ғалимдар, биҙәү-ҡулланма ижад оҫталары, һөнәрселәр, рәссамдар, халыҡ ижады өлкәһендәге белгестәр, фольклорсылар, этнографтар, халыҡ уйындарын һәм спорттың милли төрҙәрен үҙ итеүселәрҙе йыйған киң масштабтағы байрам булды ул.

Учалы районынан ат егеү кәрәк-яраҡтары эшләү оҫтаһы Кәрим Мостафин өсөн был фестиваль айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Ул бына ике йыл рәттән "Башҡорт аты" фестивале сиктәрендә үткәрелгән сбруй эшләүселәрҙең республика конкурсында беренсе урын яулай.
Бала саҡтан, олатаһынан килә уға йылҡы малына булған һөйөү. Ғөмүмән, уның кеүектәр хаҡында "Ат ене ҡағылған" тиҙәр беҙҙең халыҡта. Ҙур түҙемлек, ижадилыҡ һәм күп ваҡыт һәм көс талап иткән мәшәҡәтле эшкә ул үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында ныҡлап тотона.
- Йылҡы малына ихтирамды алты йәшемдә ат өҫтөнә ултыртҡан олатайым тәрбиәләһә, оҫталыҡ, теүәллек менән эшләй торған был кәсепте 1987 йылда ағайым Нәбип Хәкимовтан өйрәндем һәм шунан алып ташлағаным юҡ. Ошо дәүерҙә яһаған, биҙәгән, һатҡан һәм бүләк иткән ат егеү кәрәк-яраҡтарымдың иҫәбе-һаны юҡтыр. Үҙемдең аттарыма үҙем эшләгән дилбегә-йүгәндәрҙе кейҙереү ҙә кинәнес бирә, - ти билдәле оҫта.
Кәрим Мостафин Стәрлетамаҡтағы тире эшкәртеүсе бер танышы менән дә хеҙмәттәшлек иткән, үҙе лә өй шарттарында эшләп ҡараған. Әле әҙер материалды Силәбенән һатып ала. 1 килограмм тиренән, ғәҙәттә, бер комплект сбруй сыға. - Сбруй эшләү еңел түгел, түҙемлек кәрәк. Яныңда ярҙамсың булыуы ла мөһим, - ти оҫта.
Был тәңгәлдә уның борсолорға урыны юҡ - кесе улы Вадимға ат егеү кәрәк-яраҡтарын эшләү нескәлектәрен өйрәткән. Ваҡыты булғанда улы һәр саҡ атаһы янында.
Оҫта һөйләүенсә, ябай нуҡтаны яһауға 2 сәғәт тирәһе ваҡыт кәрәкһә, ышлыя, йүгән, дилбегә, ыңғырсаҡтары һәм башҡа кәрәк-яраҡтары булған тулы комплект эшләүгә байтаҡ ваҡыт кәрәк. Тирене тигеҙ итеп ҡырҡыу, дегет менән буяу ғына ла бик мәшәҡәтле. Ә Кәрим ағай ижади кеше булараҡ, уларҙы биҙәүгә лә етди иғтибар бүлә. Уларҙы баҡыр, ҡалай сөй һәм сигә менән биҙәү өсөн махсус станок һатып алған. Төрлө кимәлдә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә, халыҡ кәсептәре байрамдарында, бигерәк тә "Башҡорт аты" фестивалендә уның эшләгән ат егеү кәрәк-яраҡтарына һоҡланмаған кеше һирәктер. Һатып алырға ла килешәләр, бүләккә лә һайлайҙар. Уның тауары Учалы районынан тыш, Әбйәлилдә һорау менән файҙалана. Башҡа төбәктәрҙән дә заказ бирәләр.
Эйе, эшһеҙ тормай оҫта. Ҡулы эш белгән кеше ауылда ла матур итеп йәшәй. Кәрим ағай Мостафин башҡорт халҡының ат егеү кәрәк-яраҡтарын яһау традицияларын да һаҡлай, яратҡан шөғөлө килем дә килтерә.

Ләйсән СӘЛИХОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.01.24 | Ҡаралған: 221

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru