«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАҠТАНЫРЛЫҠ ТА ШУЛ!
+  - 


Уҙған йылдың декабрь аҙағында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев матбуғат конференцияһы уҙғарҙы, унда республикабыҙҙың һәм баш ҡалабыҙҙың 20 киң мәғлүмәт саралары журналистары һәм 6 блогосфера вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыу, һәр ваҡыттағыса, хакимиәттең Ҙур залы фойеһында түңәрәк өҫтәл форматында ойошторолдо. Әйткәндәй, Ратмир Мәүлиев, тиҙҙән ошо фойеға реконструкция эшләнеп, ҡала менән заманса идара итеү үҙәге булдырыласағы хаҡында белдерҙе. "Беҙҙең Өфө иң "аҡыллы" 3 ҡала иҫәбенә инә, шуға күрә беҙ ҙә заман менән бер ҡатар атларға тейешбеҙ", - тине ҡала етәксеһе. Артабан ул журналистарҙы 2023 йылдың ҡыҫҡаса йомғаҡтары менән таныштырҙы.

2024 йыл - Өфөнөң ил кимәлендә билдәләнәсәк 450 йыллыҡ юбилейы менән бәйле тарихҡа инәсәк. Ошо ҙур күләмле сараға әҙерлек эштәре байтаҡтан бара баш ҡалала. Ратмир Мәүлиев журналистар иғтибарын ошо юбилейға арналған күргәҙмә стендтарына йүнәлтте. Стендтарҙың береһендә Өфө ҡалаһының туристик кодын формалаштырыу буйынса мәғлүмәттәр сағылдырылған: Ростуризмдың сираттағы конкурсында еңеп сыҡҡас, ошо проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн федераль үҙәктән 210 миллион һум аҡса күсерелгән. "Баш ҡалабыҙҙың тарихи үҙәгендә 100 гектар майҙанда эштәр бара. Ошо проект буйынса 40 контракт төҙөлдө: улар иҫәбендә туристик навигация, төрлө фотозоналар, урам кинотеатры, йәрминкә йыһаз-ҡорамалдарын урынлаштырыу ҡаралған", - тине ҡала башлығы.
Журналистар ҡала башлығына берәм-берәм Өфө халҡын борсоған һорауҙарҙы еткерҙе. Ә Ратмир Мәүлиев ҡуйылған һорау-мәсьәләләрҙе нисек хәл итеү хаҡында ихлас һәм төплө аңлатмалар бирҙе. Мәҫәлән...Бөгөнгө ҡарлы ҡыштың эҙемтәләре кемде генә борсомай, тиһең. Һорауҙарҙың тәүгеһе, әлбиттә, урамдарҙы ҡарҙан таҙалау тураһында булды.
- Урам-ихаталарҙа йыйылған ҡарҙы иретеү осһоҙораҡҡа төшөр ине, әлбиттә, - тип башланы хакимиәт башлығы. - Бына әле коммуналь хужалыҡ эштәрен башҡарыу өсөн 660 берәмек техника алдыҡ. Әммә ҡаланан ҡар сығарыу бик ҡиммәткә төшә, унан һуң, ҡала юлдарында автотранспорт һәр саҡ күп булғас, эш оҙаҡҡа һуҙыла. Өфөлә әлегә тиклем Трамвай урамында бер генә ҡар иретеү пункты эшләй, киләһе йылда икенсеһен монтажлауҙы хәстәрләйбеҙ, уның ҡеүәте тәүлегенә 2700 куб метрға етәсәк.
Ҡалабыҙҙы йәшелләндереү буйынса эштәр күп ул - быны ваҡытында һәм дөрөҫ итеп башҡарыу фарыз. Был үҙе бер сәнғәт эше. Ҡартайған, ҡалай етте, шулай үҫкән ағастар күп урамдарҙа. Элек быға иғтибар ителмәне. Ағастарҙың ботаҡтарын биотехнологияға ярашлы киҫеп алыу мотлаҡ, ул уларҙы оҙағыраҡ "йәшәтә", урамдарҙы матурлай. Сатырлаштырыу (кронлаштырыу) ҙа талап ителә, беҙ меңләгән ағасты ошолай эшкәрттек тә инде. Өфөләр быны аңлап ҡабул итһендәр ине, шул уҡ ваҡытта беҙ бер сәбәпһеҙ һәйбәт ағастарҙы киҫеп алыуҙы тыябыҙ.
Мәҙәни мираҫ объекттары төҙөкләндерелә. Ошо йәһәттән Өфөнөң 450 йыллығына иң боронғо урамдарҙың береһе - Октябрь революцияһы урамына һәм ундағы күсемһеҙ мәҙәни мираҫ исемлегенә ингән йорттарға киң күләмле реконструкция эшләйбеҙ. Башҡарыла торған эштәр өс өлөштән тора: тәүҙә юл һәм тротуарҙар яңыртыла, шунан йорттар реконструкциялана, аҙаҡтан ихата территориялары төҙөкләндерелә. Ошо урамда 35 объект реконструкцияға мохтаж, 21 йорттан унда йәшәүселәр ҡаланың башҡа йорттарына күсерелде.
Әлбиттә, байрамдар үтә лә китә, әммә ҡала юбилейы уңайы менән башҡарылған эштәр артабанғы үҫешкә нигеҙ буласаҡ. Шул уҡ яңы физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, Көрәш үҙәге киләсәктә теләһә ниндәй кимәлдәге спорт ярыштарын уҙғарыу мөмкинлеген бирәсәк. Студенттар кампусы фән-ғилем үҫешенә терәк булыр. Технологик үҫешкә өлгәшә алыу, цифрлаштырыуҙы әүҙемләштереү өсөн дә тейешле шарттар кәрәк. Байрам уңайы менән инвестициялар йәлеп ителә, улар 100 млрд һумдан ашып китте. Парктарҙы, скверҙарҙы, аллеяларҙы төҙөкләндереү, йәйәү һәм велосипедта йөрөү һуҡмаҡтарын булдырыу - былар барыһы ла ҡалабыҙҙың комфортлы йәшәү мөхитен хасил итә, ә кешеләр өсөн ошондай һәйбәт шарттар тыуҙырыуҙы беҙҙең өҫтөнлөклө стратегик бурысыбыҙ ул, тип аныҡлар инем.
"Өфө муйынсағы" - минең иң яратҡан проектым. Ошо проектты башлаусыларға рәхмәт. Беҙ тәүҙән үк уны ихлас ҡабул иттек һәм бойомға ашыра ла башланыҡ. Проектҡа исем биргәндә төрлө тәҡдимдәр булды, ә "Өфө муйынсағы" - килешле лә, матур ҙа. Был проект баш ҡалабыҙҙың барса райондарына ла ҡағылышлы. Байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды, проект дауам итә. Ул тулыһынса әҙер булған хәлдә Өфөлә йәшәүселәрҙең яртыһынан күберәге 15-20 минут эсендә йәйәү йә велосипедта йөрөп була торған һуҡмаҡтарға барып етә ала, бында тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн барыһы ла буласаҡ.
Йәмәғәт транспортын камиллаштырыу - мөһим бурыс. Ҡала транспорты үҫешә, яңыра бара. Быйыл 200-ҙән ашыу транспорт саралары һатып алдыҡ, тағы ла 50-не алыу күҙаллана. Электр транспорты буйынса ла яңылыҡтар, үҙгәрештәр буласаҡ. Йәмәғәт транспортының эш графигына килгәндә, теләһәң, уны көнө-төнө буйына ла йөрөтөп була. Ә төнөн уларҙа кем йөрөр икән? Мәҫәлән, Дим биҫтәһен генә алып ҡараһаҡ та, унда һәр предприятиеның үҙ графигына ярашлы эшләүе билдәле. Ошо йәһәттән, бер генә шартты үтәү фарыз: транспорт эшкә барыусы-ҡайтыусыларға уңайлы булһын. Йәмәғәт транспортын камиллаштырыу өсөн эшҡыуарҙарҙың шәхси транспорт сараларын иҫәпкә алыу зарур, инвесторҙарҙы йәлеп итеү ҙә мөһим. Концессион килешеүҙәргә иҫәп тотабыҙ. Шул уҡ электр транспорты килемһеҙ бөгөн. Дотациялар бирергә тура килә. Яңы, заманса электр транспорты сараларын һатып алыу, яңы маршруттар һәм туҡталыштар булдырыу күҙаллана. Өфөбөҙҙөң минең өсөн иң ҡәҙерле урындары. Бала сағымдан бирле иң иҫтәлекле урын - Салауат Юлаев һәйкәле. Икенсеһе - Дәүләт циркы, унда атай-әсәйебеҙ менән барған инек, төрлө йәнлектәр менән сығыш яһалған программа бик тә оҡшағайны. Әлбиттә, бөгөн "Өфө муйынсағы" тип аталған экоһуҡмаҡ ныҡ оҡшай, бында муниципалитет командаһы Өфөнөң иң әүҙем ирекмәндәре менән бергәләшеп эшләй. Йәнә, Ленин урамын бала сағымдан бирле иң матур урам, тип иҫәпләйем.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.01.24 | Ҡаралған: 196

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru