Һуңғы ваҡытта тормошобоҙ тотош стрестарҙан ғына торған кеүек: ваҡыт шул тиклем тиҙ елә, бер нәмәгә өлгөрөп булмай, ахырҙа, үҙебеҙҙе "ашай" башлайбыҙ. Ә кешенең эмоциональ фоны туранан-тура уның организмына йоғонто яһай. Хатта табиптар ҙа "Сирҙәрҙең 80 проценты - психосоматиканан", тип белдерә. Ни өсөн тап шулай килеп сыға һәм ауырыуҙарҙың иҫ-аҡыл көйлөлөгөнә бәйле булыуының сәбәбе ниҙә?
Кеше - физик тыш, тән генә түгел. Кеше - һәр ваҡыт энергия таратҡан һәм ҡабул иткән энергия мәғлүмәтле йән эйәһе. Ғалимдар кеше тәненең энергетик ҡатламын фотоға төшөрөүгә өлгәшкән. Бындай прибор совет физиотерапевтары - ирле-ҡатынлы Кирлиандар тарафынан уйлап табылған. Шуға күрә ысул да Кирлиан ысулы тип атала.
Әгәр үҙебеҙҙең төрлө диапазонлы энергиялар үҫешкән йән эйәләре булыуыбыҙҙы аңлаһаҡ, энергияны һаҡлау ҡануны йоғонтоһонда булыуыбыҙҙы төшөнәсәкбеҙ. Был ҡанунға ярашлы, бер генә энергия ла әллә ҡайҙан алынмай һәм бер ҡайҙа ла юғалмай: ул бары тик бер тороштан икенсеһенә күсә. Шулай итеп, үҙебеҙҙең иҫ-аҡыл көйлөлөгө менән төрлө: ыңғай йәки кире (төҙөүсе йәки емереүсе) энергияларҙы үҫтереү мөмкинлегенә эйә булыуыбыҙҙы аңларбыҙ. Был нисек сағылыш таба? Ғалимдар һыуҙың мәғлүмәтте хәтерендә ҡалдырыу үҙенсәлеген раҫлаған. Был осраҡта һыу билдәле энергиялар йоғонтоһонда үҙенең молекуляр төҙөлөшөн үҙгәртә. Молекулаларҙың торошо үҙгәргәндә һыу молекулаларының эске энергияһы диапазоны ла үҙгәрә. Һыуҙың үҙенсәлекле сифаты тап ошонда ла инде.
Беҙҙең атай-олатайҙар һыуҙың төрлө сифатлы мәғлүмәт һаҡлау үҙенсәлеген белгән. Һыуҙың был сифаты беҙҙең тәнебеҙҙә нисек эшләй һәм организмға нисек билдәле бер тонус бирә һуң? Тәнебеҙ 70-80 процентҡа һыуҙан тора. Тимәк, теләһә ниндәй хис-тойғоноң энергияһы бар һәм ул, организмдағы һыуға йоғонто яһап, уның эске молекуляр торошон үҙгәртә. Йәғни организмдағы һыу үҙгәреп, үҫтереү йәки емереү процестарына шарттар тыуҙыра. Ҡуҙғыусанлыҡ, асыу, үпкәләү, ярһыу, ҡурҡыу кеүек емергес хис-тойғолар төрлө сирҙәрҙең нигеҙе булып тора ла инде.
Барлыҡ изге яҙыуҙарҙа кешенең үҙен аңларға һәм эске донъяһын камиллаштырырға тейешлеге тураһында яҙыла. Был гармонияға, тынысланыуға, хис-тойғоларҙы һәм аҡылды контролдә тотоуға килтерә. Замана кешеһе, матди донъя хакимлығына бирелеп, эске донъяһын гармонияға килтереүгә иғтибарҙы аҙ бүлә. Ул һәр саҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, үҙендә кире көйләнеш, асыу, үпкә һаҡлай, уны һәр саҡ төрлө ҡурҡыу оҙатып йөрөй. Йәш ваҡытта организм ныҡ булһа ла, тиҫтәләрсә йылдарҙан һуң сәләмәтлек ҡаҡшай, сирҙәр барлыҡҡа килә башлай, үлемесле ауырыуҙар көсәйә. Быларҙың барыһының да сәбәбе - эске донъяның үҫешмәүе һәм ошоға бәйле тормош алып барыу.
Шуға күрә, хәҙерге психологтар тыныс булырға, төрлө тормош хәл-торошон күңелгә яҡын алмаҫҡа, һәр саҡ ыңғай көйләнештә булырға саҡыра һәм төрлө юлдар тәҡдим итә. Барлыҡ донъяуи диндәрҙең рухи тәжрибәһе эске донъяны таҙартыуға һәм күңелде медитация аша тынысландырыуға йүнәлтелә.
Замана кешеһенә үҙенең эске донъяһына күберәк ваҡыт бүлергә, уны программа көйләнешенән, ҡалыптарҙан, донъяуи ҡараштарҙан таҙартырға кәрәк. Психологтар "парадигманы үҙгәртеү" тигән термин ҡуллана. Йәғни, тормоштағы күп нәмәләргә ҡарашты үҙгәртергә кәрәк. Аңды үҙгәртеп (был шәхси характерға эйә, йәғни кеше үҙен үҙе генә үҙгәртә ала), кеше автоматик рәүештә тормошона килеп ингән ауырыуҙарҙан арына, яҡын кешеләре һәм тотош йәмғиәт менән гармонияла уңыш ҡаҙана ала. Моғайын, донъяла бәхеткә ынтылыу нигеҙе ошолор.
Айбулат УРАҘБАХТИН.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА