«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘХМҮТ ҠАШҒАРИҘАН
+  - 

"Әбә" - әсә. Уғыҙса. Төркмән-карлуктарҙа ҡаты (һаңрау) "ба" менән әйтелә: "әпә".

Беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы лингвистик феномен. Боронғо уғыҙҙарҙың "әбә"һе башҡортса "әбей", татарса - "әби", ҡаҙаҡса "әже" тигән һүҙҙәргә фонетик яҡтан оҡшаш булһа ла, был һүҙҙәр кемдеңдер ата-әсәһенән олораҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ҡулланыла. Ә төркмәндәрҙең "әпә" һүҙенә оҡшаш булған "апа" һүҙе башҡорттарҙа, татарҙарҙа, "апа", "әпке" варианттары ҡаҙаҡтарҙа үҙеңдәң олораҡ ҡатын-ҡыҙҙы аңлата.

"Аba" - айыу. Был һүҙ ҡыпсаҡтар һөйләшенә хас".

Был боронғо төрки һүҙе башҡорт телендә һаҡланып ҡалмаған. Әммә телебеҙҙә үтә ныҡ ғәжәпләнеүҙе белдергән "абба-а-а" ымлығы менән бер рәттән, ниҙәндер ныҡ ҡурҡыу тойғоһон кисереү менән бәйле "абау" һүҙе бар. Айыу, боронғоса "аба" - ҡурҡыныс хайуан, шуға күрә әлеге "абба" һәм "абау" һүҙҙәренең килеп сығышы боронғо төркиҙәрҙең "аба - айыуы" менән бәйле булыуы бар.

"Аba" - атай. Тибет һөйләшенән. Был һүҙ уларҙың һөйләшендә һаҡланып ҡалған ғәрәп һүҙе. Улар (тибетлылар) төрки илдәренә ҡасып килеп, вариҫтарын ҡалдырған Сабит исемле Йемен кешеһенән таралған".

Ысынлап та, боронғо төркиҙәрҙә атай төшөнсәһе барса төрки ҡәүемдәре өсөн уртаҡ булған "ата" һүҙе аша бирелә. Ғәрәп халҡы үҙҙәрен "араба" тип атай, ә был һүҙ килеп сығышы буйынса "ар атаһы" тигән мәғәнәгә эйә. Әйткәндәй, телебеҙҙә киң ҡулланылған "ата-баба" ҡушма һүҙе бар; беҙ, ата-бабаларҙың хәҙерге заманда йәшәгән вариҫ-тоҡомдары булараҡ, ошо һүҙ аша уларҙың боронғо ир туғандарыбыҙ икәнлеген аңлатабыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ, этмологик мәғәнәһе буйынса ошо ҡушма һүҙ "ата-ата" тигәнгә тиң.

Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №9, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.03.24 | Ҡаралған: 368

Киске Өфө
 
Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru