«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 

Икенсе киҫәк. Урта быуаттар.
Бишенсе бүлек. Көньяҡ Урал IV - VIII быуаттарҙа

VI - VIII быуаттарҙа Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең хужалығы һәм ижтимағи тормошо

VI - VIII быуаттар ҡомартҡыларында ситтән килтерелгән йөҙәрләгән әйберҙәрҙең булыуы төрлө йүнәлештәге сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр хаҡында һөйләй. Ошо йәһәттән көньяҡ тарафтарын - иң элгәре борондан уҡ үҙҙәренең сығышы, иҡтисады һәм мәҙәниәте менән бәйле Кангюйҙы атап була. Йәнә тағы ла бер тапҡыр бына нимәне һыҙыҡ өҫтөнә алыу кәрәк: Көньяҡ Уралдағы күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡ менән көн итеү шарттарында ҡыштарын көньяҡҡа меридианаль күсеп китеүгә һәм яҙ-йәй миҙгелдәрендә кире ҡайтыуға мохтажлыҡ булған, шуға күрә VI - VIII быуаттар ҡәбиләләре өсөн көньяҡ менән бәйләнештәр уларҙың ҡәҙимге йәшәү рәүешенә тура килгән. Уралға көньяҡтан металлургия һәм керамика өлкәләрендә маһир булған оҫталар-һөнәрселәр килгән, тип фараз итергә була, әммә уларҙың үҙ тауарҙарын урындағы шарттар һәм традициялар йоғонтоһонда етештереүе хаҡында ла әйтеп үтмәйенсә булмай. Уларҙың һөнәри оҫталығын урындағы һөнәрмәндәр ҙә үҙләштергән. Ошо дәүерҙә эшләнгән әйберҙәрҙең күпселеге бер үк схема буйынса яһалғаны раҫ.
Көньяҡ Урал ҡәбиләләре көньяҡ тарафындағы төбәктәргә йәнлек тиреләре, бал, металл сығарып, алмашҡа ювелир әйберҙәре, ебәк туҡымалар һәм башҡа тауарҙар алған. Әйткәндәй, ебәк туҡыма киҫәктәре бер нисә бай әйберле турбаҫлы ҡәберлектәрендә - Өфө ҡалаһындағы медицина институты бинаһы аҫтында һәм Бөрө ҡалаһы янындағы бахмут ҡомартҡыһында табылған. Көньяҡ тарафтарынан килтерелгән әйберҙәр иҫәбендә быяла кубоктарҙы, алтын һырғаларҙы, медальондарҙы, быяла һәм гәрәбә муйынсаҡтарҙы, бил ҡайыштарындағы биҙәүестәрҙе атап үтергә була. Ошо уҡ фаразды Волга буйында, Кавказда, Ҡырымда, Себерҙә һәм Ҡаҙағстанда табылған йөҙәрләгән, меңәрләгән әйберҙәр раҫлай, әммә әлегә ошондай әйберҙәрҙе етештереү үҙәктәрен билдәләү мөмкин түгел.
Иртә урта быуаттарҙа Урал үҙенең тәбиғи байлыҡтары менән алыҫ илдәрҙең ҡыҙыҡһыныуын уятҡан, ә Кангюй ошо йәһәттән бәйләнеш звеноһы ролен үтәгән.
Быны ошо осорҙа Уралда сасанидтарҙың Иран һәм Урта Азия оҫталары-ювелирҙарының көмөштән ҡойолған әйберҙәренең киң таралыуы раҫлай. Улар иҫәбендә кубоктар, һауыт-һабалар, шулай уҡ ҡайһыларында мифологик сюжеттарҙы сағылдырған һүрәтле, алтын ялатылған көмөш кувшиндарҙы атап китергә мөмкин. Ошондай әйберҙәрҙе сәнғәт шедеврҙары тип атап була, һәм улар бик ҡиммәтле тауарҙар иҫәбенә ингән. Белгестәр Көнсығыш Европа территорияһында һәм Себерҙә табылған ҡиммәтле әйберҙәрҙең дөйөм һанын 200-ләп тип билдәләгән, уларҙың күбеһе Уралда - Пермь крайында, Екатеринбург өлкәһендә һәм Башҡортостанда табылған (мәҫәлән, Ғафури районында - (көршәк), Шишмә районында (табаҡ). Шулай итеп, археологик материалдар Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең көньяҡ илдәре менән киң күләмле сауҙа-иҡтисади бәйләнештәре булыуын раҫлай. Ошо нигеҙҙә был төбәктә тауар-аҡса әйләнеше булыуы хаҡында ла һығымта яһарға була. Быны Урал ерлегендә көньяҡ тәңкәләренән торған иң тәүге ҡаҙылма хазиналар табылыуы ла раҫлай. Ошондай тәңкәләр иҫәбенән Көньяк Уралда (Шестаково) һәм Пермь крайының Бардым районында табылған VI-VII быуаттарҙағы Византия аҡсаларын атап үтергә була. Ошо дәүергә ҡараған аҡсалар Урта Волга буйындағы именьков ҡәбиләләре торлаҡтарында - уларҙың ярым ер өйҙәрендә табылған.
VI - VIII быуаттарҙа Көньяк Урал ҡәбиләләре Көнбайыш Төрки ҡағанаты хакимлығына буйһоноп йәшәгән. Бында көньяҡ далаларынан килеп ерләшкән ҡәбиләләрҙең төбәктең төп халҡын тәшкил итеүен, шулай уҡ көньяҡ мәҙәниәтенең урындағы ҡомартҡыларҙағы сағылышын иҫәпкә алған хәлдә, турбаҫлы, кушнаренко, бахмут ҡәбиләләренең Көнбайыш Төрки ҡағанаты халҡына ҡарағаны хаҡында ышаныслы итеп әйтергә була. Шулай булғас, урындағы ҡәбиләләр мәҙәниәтен дә Көнбайыш Төрки ҡағанатының Көньяҡ Урал варианты итеп ҡарарға була.

Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.03.24 | Ҡаралған: 160

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru