Ураҙа тота башлауға күп быуаттар үтһә лә, уның файҙаһын донъя ғалимдары егерменсе быуатта ғына раҫланы. Әйтергә кәрәк, асығыуҙың, ураҙаның файҙаһы тураһында асыш яһаған ике ғалим да Нобель премияһына лайыҡ булды.
Тәүге асышты Бельгия ғалимы Кристиан де Дюв 1963 йылда ҡомаҡтарҙа тәжрибә үткәргән саҡта яһай. Ул күҙәнәктәр эсендә майҙы, аҡһымды, углеводты эшкәрткән төҙөлөш туҡымаһы барлығын асыҡлай, был үҙенсәлекле туҡыма хатта зарарланған күҙәнәктәрҙе лә "ашай" икән. Уға аутофагия-лизосома тигән исем бирелә. Кәрәкмәгән, зарарлы компоненттарҙан таҙарыныу организм өсөн бик мөһим. Мәҫәлән, ул яман шеш ауырыуҙарынан ҡотолоуҙың бер ысулы ла. Ашауҙан туҡтап торған саҡта лизосома әүҙемләшә һәм ағыулы күҙәнәктәрҙе "йота" башлай.
Тап япон ғалимы Осуми ашауҙан туҡтап тороу, тыйылыу аутофагияға көс биргәнен, уны әүҙемләштереүен раҫлай. Ошо тикшеренеүҙәр нигеҙендә ул интервал менән асығыу системаһын уйлап сығара, донъяла бөгөнгө көндә ул иң танылған асығыу системаһы булып тора. Унда ҡатнашыусылар тәүлегенә һигеҙ йәки ун ике сәғәт ашамай торалар. Бына ошо ике ғалимдың асыштары ураҙаның фәнни яҡтан ни тиклем файҙалы икәнен аңларға ярҙам итте.
Ураҙа организмда мат-дәләр алмашыныуын тәьмин итеүсе эндокрин системаһына ыңғай тәьҫир итә. Был осраҡта беҙ һимереү мәсьәләһенә ҡағылырға тейешбеҙ. Һимеҙлектән ҡотолоу тураһындағы һорау күптәрҙе борсой. Хирургтар хатта самаһыҙ ауырлыҡтан ҡотҡарыр өсөн һимеҙ кешенең ашҡаҙанын бәләкәсәйтергә, йәғни дүртән бер өлөшөн ҡырҡып алырға мәжбүр. Хирургия ул ниндәйҙер кимәлдә хәүефле лә. Ә ашҡаҙан бит һауыт һымаҡ, шуға ла ураҙа мәлендә кесерәйә ала. Быны бөтә ураҙа тотоусылар ҙа яҡшы белә, сөнки ураҙа аҙағында улар бөтөнләй әҙ ашай башлай. Ашҡаҙан бәләкәсәйгәс, тән ауырлығы ла кәмей. Был ғына түгел, сирҙәр юҡҡа сыға башлай, мәҫәлән, холестерин, ҡан баҫымы нормаға килә, шәкәр түбән төшә. Инсульт ҡурҡынысы кәмей. Әле беҙ атаған тап шул сирҙәр кеше һаулығына, ғүмер оҙайлығына, уның сифатына йоғонто яһай. Бына шуға ла ураҙаның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Ураҙа мәлендә ниндәй ризыҡ ашарға кәрәк, тип һорайҙар. Мин бында көндәлек ашаған файҙалы ризығығыҙҙы ашағыҙ, ураҙа бер нәмә менән дә айырылмай, тип яуап бирәм. Йәшелсә, емеш-еләк, ярма, икмәк - бына шулар. Аҡһым менән май, ҡалған яртыһы - углевод. Ризыҡ күҙәнәкле туҡымаға бай булырға тейеш. Һыу йәки хөрмә менән ауыҙ асабыҙ, ә бының мөһимлеген Бәйғәмбәребеҙ ҙә әйтеп ҡалдырған. Ураҙа тотҡан кеше иң элек үҙен һыу менән туйындырырға тейеш, тип уйлайым. Бының өсөн ике стакан һыу эсергә тәҡдим итәм. Унан инде үҙебеҙҙе тиҙ генә һеңдерелә торған глюкоза менән туҡландырыу кәрәк, хөрмә тап шундай емеш булып тора. Хөрмә көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф бирә. Унан инде намаҙға баҫыу зарур. Намаҙҙан һуң, туҡлыҡлы итеп ашап алабыҙ. Алда әйткәнемсә, файҙа бирә торған тәғәм - йәшелсә-емеш, еләк, ярма. Ҡатындар күберәк бутҡа ярата. Ирҙәр ит, балыҡ ашай. Ҡатмарлы углевод мотлаҡ рационда булһын, ябай углеводтан айырмалы рәүештә, ул яй һеңдерелә, кеше тиҙ генә асыҡмай. Ә дөйөм алғанда, туҡланыу буйынса ниндәйҙер ҡаты талап юҡ.
Кемдәргә ураҙа тоторға ярамай, тип тә һорайҙар. Эндокрин системаһына бәйле сирлеләрҙең, мәҫәлән, тотмауы ихтимал. Диабет менән сирлеләр ҙә тотмаҫҡа мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың күпселеге ураҙа тота. Бик ауыр сирлеләргә генә тыйылырға кәрәк. Ишемик ауырыуҙар тураһында шулай тип әйтер инем. Ә былай статистика уларҙың да ураҙа тотоуын күрһәтә. Кешенең эске ынтылышы, халәте шулай икән, беҙҙең уларҙы тыйырға хаҡыбыҙ юҡ. Бөйөр сирлеләр шулай уҡ үҙҙәре хәл итә. Алда атаған ауырыуҙарҙың кәйефен һәм теләген иҫәпкә алып, Рәсәй диабет ассоциацияһы 2021 йылда ураҙа тотоу буйынса система эшләне.
Ураҙа тотҡан кешеләргә минералдар балансын һаҡлау кәрәк. Ярма, һөт ризыҡтары, йәшелсә, емеш-еләк, балыҡта, иттә улар етерлек.
Һыу балансы - иң мөһиме, шуға ауыҙ асыуҙы һыу эсеүҙән башлағыҙ, тип тәҡдим итәм. Һыу тын алған саҡта ла, тире һәм бөйөр аша ла сыға, тимәк, кеше көнө буйы ике ярым литрға тиклем һыуҙы юғалта. Ауыҙ асҡанда ошо юғалтыуҙы тиҙ арала һәм шул уҡ күләмдә кире ҡайтарыу кәрәк.
Ураҙаның файҙаһы тураһында әйттек. Нейробиологтар: "Ураҙа - ул еңел стресс, ә еңел стресс организмдың көс-ҡеүәт туплауын тиҙләтә", -тигән фекер әйтә. Асығыусылар тормошон даими күҙәтеүҙә тотҡан ғалимдар уларҙа нейрондарҙың үҙ-ара бәйләнеше нығыуын теркәгән. Бәйләнеш нығыуы мейе эшмәкәрлегенең шәп эшләй башлауын аңлата. Ҡайһы бер нейробиологтарҙың ифтар алдынан кешеләрҙең теремекләнеп китеүен күрәләр, был теремеклек иһә уларҙа асығыу һынауын үтә алыуҙан барлыҡҡа килә. "Еңеү" гормоны әүҙемләшә. Былар барыһы ла нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.
Ләйлә ФӘРХЕТДИНОВА,
профессор, медицина фәндәре докторы.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА