Донъяла көн һайын меңәрләгән ваҡиғалар булып тора. Көн һайын телевизорҙан төрлө илдәрҙә барған мәхшәрҙәрҙе күҙәтеп, оло борсолоуға төшәбеҙ. Көн һайын кемдер кемендер юғалта, кемдер кемделер таба...
Кеше тәбиғәте менән бик тә ҡыҙыҡһыныусан, яңынан-яңы тәьҫораттар көҫәп йәшәй торған йән эйәһе. Ә ул тәьҫораттар күберәк йорттарыбыҙ мөйөшөндә урынлашҡан ҡара ҡумталар аша килеп етә беҙгә. Уларға ҡарайбыҙ ҙа, ҡайҙалыр беҙ йәшәмәгән сит ерҙә тормош шундай матур, ҡабатланмаҫ, сәйер тип уйлап, баш әйләндергес хыялдарға сумабыҙ. Ул ерҙәрҙә үҙ тормошоңдо ҡороу ҙа, эшкә урынлашыу ҙа күпкә еңелерәк һымаҡ тойола башлай...
...Теүәл ике йыл элек курсташым һөйгән йәре артынан алыҫ Себер яҡтарына юл тотто. Әллә һөйөүе көслө булды, әллә, күптәр кеүек, Себер яҡтарында аҡсаны көрәкләп алып була, тигәнгә алданды. Ә шулай ҙа донъя беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Теге ҡыҙҙың да егетенә булған мөхәббәте тиҙ арала селпәрәмә килде. Ул Себерҙән дә, егетенән дә төңөлөп, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтты, һәйбәт кенә бер фирмаға эшкә урынлашты. Себергә сәйәхәтен алама төш кеүек хәтерләй хәҙер...
...Студент саҡтан яҡын дуҫым Мәскәүҙәге бер университетта яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп уҡып йөрөнө. Магистратураға ла бер ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инеп китте, бик башлы егет ине бит ул. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған яҡтарына үҙ аяҡтары менән ҡайта алманы шул. Уҡыған ваҡытта уҡ эшкә урынлашты. Эш менән булып, дәрестәренә даими йөрөй алмай башлағас, уҡыуынан ҡыуылды. Шунан башкөллө эшкә сумды ул. Интернет селтәрендә "Бәйләнештә" һәр ваҡыт "Мин шул хәтлем арыным, ҡайтҡым килә..." тип яҙғылай ине. Тик, нишләптер, ҡайтырға ла ашыҡманы. Иртәнән кискә тиклем сәйер башлыҡтарына бил бөктө, бахыр. Август айында был яҡты донъянан китеүе тураһында хәбәр алдыҡ. Сәбәптәрен бөгөнгәсә бер кем дә белмәй. Бында, Башҡортостанда, уның тома-һуҡыр инвалид әсәһе япа-яңғыҙы тороп ҡалды...
...Work and travel бөтә илдәргә билдәлелек яулаған компания. Ошо компанияның өгөтөнә эйәреп, йыл һайын студент халҡының байтағы инглиз телен ныҡлап өйрәнергә, әҙерәк аҡса эшләргә, сит илдәр буйлап гиҙеү бәхетенә өлгәшергә тип, Америка яҡтарына китә. Берәүҙәрҙең ата-әсәһе балаһының хыялына ҡаршы сыҡмайынса, кредиттар ала, машинаһын һата, икенселәре бер юлы ике-өс эштә эшләп, тейешле аҡса туплай. Төркөмөбөҙҙәге бер нисә курсташыбыҙ ана шулай беҙ киноларҙан ғына ҡарап белгән Америкала эшләп, иҫтәре китеп ҡайтҡайны бер ваҡыт. Юҡ, рухланып түгел, киреһенсә, тыуған яҡтарыбыҙҙы һағынып, юҡһынып ҡайтып кергәйнеләр, бисаралар. Сит илдәрҙә Рәсәй халҡын хайуан менән бер рәткә ҡуялар, беҙҙе мәғәнәһеҙ һәм бөтөнләй әҙәп-әхлаҡ нормаларын да белмәгән кешеләр тип күҙ алдына килтерәләр икәнен ишетеп беләбеҙ. Әлеге курсташтарым был фекерҙәрҙе, ҡырын, мыҫҡыллы ҡараштарҙы үҙҙәрендә лә татып ҡарағайны, уфылдауҙары ла шунан ине...
Эйе, йыш ҡына йәштәр бер көн менән йәшәргә өндәгән, "Бөтә нәмәне лә татып ҡара!" тигән девиздар менән йәлеп иткән саҡырыуҙарға алданып, йәйге каникулдар мәлендә, йә уҡыуын тамамлағас, сит тарафтарға юлланырға атлығып тора. Хатта барған илендә ғаилә ҡороп, ғүмерлеккә башҡа ил гражданы булып китеүҙе зарур күргәндәр ҙә йышая башланы. Ҡайһы бер ата-әсәләрҙең: "Минең ҡыҙым французда кейәүҙә", - тип ғорурланып һөйләгәненә лә шаһит булған бар. Әммә бындай ялған ғорурланыуҙар, ялтырауыҡтар, аҡсаның алдаҡсы ләззәт икәнен, теләктәрҙең беҙҙе хаталы юлға этәреүен аңлаһын ине йәштәребеҙ. Кеше күңеле һәр саҡ нимәлер эҙләй инде ул, эҙләгәне йә бәхет, йә тәхет, йә ләхет була.
Ә ШУЛАЙ ҘА...
Балалар белем алһын, башлы-күҙле булһын, тип, әллә нисәмә эштә эшләп йонсоған ата-әсәләр ҙә уйланһын ине бер аҙ: балалары, ысынлап та, уҡып йөрөймө, әллә башҡа юлдамы? Күҙ нурылай күреп үҫтергән балаһы уның өмөттәрен аҡлармы, ҡартайған көнөндә таянысы булырмы? Балаларын оло ғилем артынан йыраҡ ҡалаларға, сит ерҙәргә ебәрер алдынан да оҙаҡ итеп уйларға кәрәктер атай-әсәйҙәргә. Әйләнеп ҡайтырмы балаһы үҙенең тыуған яҡтарына, ата-әсәһенә, халҡына хеҙмәт итерме? Ә бит был үтә мөһим.
Алһыу ҠЫҘРАСОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА