«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫУ МЕНӘН ЙЫУЫНАҺЫҢМЫ?
+  - 

Оҙаҡ йылдар инде косметологтар һәм дерматологтар араһында, нимә файҙалыраҡ - битте һыу менән йыуыумы, әллә был маҡсатта махсус косметик саралар ҡулланыумы, тигән бәхәс бара.

Бығаса бихисап косметология клиникалары, һыу битте ҡорота, шуға күрә иртәнге һәм киске процедуралар өсөн мотлаҡ косметик һөт, лосьон йәки тоник ҡулланыу зарур, тип ҡәтғи белдерҙе. Был фекер бит тиреһе ҡороуына бәйле тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән нығытылып килде. Йәғни ғәҙәти крандан аҡҡан һыу менән йыуынғандан һуң бит тиреһе тартылып, "эзбиз" пленкаһы менән ҡаплана. Ҡайһы бер айырым төбәктәрҙәге һыуҙан һуң тирене "эзбиз" пленкаһы урынына тутлы, тоҙло пленка ла ҡаплауы ихтимал. Әгәр йыуынғандан һуң шунда уҡ туҡландырыусы йәки дымландырыусы косметик крем һөртһәгеҙ, тире үҙ функцияларын дөрөҫ башҡармаясаҡ. Шуға күрә һыу менән йыуыныу ҡәтғи тыйыла ине. Әммә XX быуат һуңында косметик һөттөң һөҙөмтәһеҙерәк һәм зыянлы булыуы асыҡлана. Беренсенән, биттәге косметиканы, шул иҫәптән көн оҙоно ултырған саңды иретеп, ул тиренең төпкө ҡатламына бактериялар үтеп инеүен еңеләйтә. Икенсенән, һауыты асылған косметик һөттө һыуытҡыста һаҡламаһағыҙ, ул 3-5 көндән үҙе үк микробтар үрсетмәһенә әйләнә. Өсөнсөнән, биткә таҙартыу өсөн һөртөлгән сараны яҡшы итеп йыуып алмағанда, ул һауа менән ҡатнашып, токсик пленка барлыҡҡа килтереүе һәм уның аҫтында ялҡынһыныу процесы башланыуы ихтимал.
Дерматологтар битте һыу менән йыуырға ярамаған бер нисә сир һәм ваҡытлыса сәбәп бар, тип иҫәпләй. Мәҫәлән, майлы себорея - май биҙҙәре дөрөҫ эшләмәүгә бәйле тире ҡатламдарының ауырыуы. Майлы себореяны дауалағанда битте таҙартыу өсөн махсус препараттар ҡулланыла, шуға күрә дауаланыу осоронда битте һыу менән йыуыу тыйыла. Йәки етди косметологик процедура эшләткәндән һуң тирене ваҡытлыса йыумай тороу хәйерле. Мәҫәлән, гликоль пилингы (химик пилингтың бер төрө) эшләгәндән һуң реабилитация осоронда тирене таҙартыусы һәм һаҡлаусы махсус крем ҡулланыу зарур. Барлыҡ башҡа осраҡтарҙа - ҡоро, майлы, ҡатнаш тире өсөн таҙа һыу ҡулланырға кәңәш ителә. Бөгөн косметологтар һабынға ҡаршы түгел, әммә ғәҙәти һабын урынына үҫемлек майҙарынан һәм үлән экстракттарынан эшләнгән тәбиғи һабынға өҫтөнлөк бирелә.
Ләкин беҙҙең тәнебеҙ биттән генә тормай. Тәнебеҙҙең башҡа өлөштәре менән нимә эшләргә? Мәҫәлән, ҡайҙалыр сәсебеҙҙе йыуһаҡ, улар бала сәсе кеүек йомшарып китә, икенсе урында һаламға әйләнә, ҡайһы берҙә сәстәрҙән шампунды ғүмерҙә лә йыуып бөтөрә алмаҫтай тойолоп китә. Хәҙер көн һайын ингән душ сәсегеҙгә һәм тирегеҙгә нисек тәьҫир иткәнен күҙ алдына килтерегеҙ инде.
Эйе, бөтөн ерҙә лә крандан аҡҡан һыу идеалдан алыҫ тора. Эш уның бик ҡаты йәки бик йомшаҡ булыуында ла түгел, ә сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙ булһын өсөн уға хлор ҡушылыуҙа. Халыҡ инде быға өйрәнеп бөткән, хатта уның еҫен дә һиҙмәй. Ә бит хлор - ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙы һәм вирустарҙы ғына түгел, ә... кешенең үҙен дә үлтереүсе матдә. Яйлап ғүмерҙе ҡыҫҡарта ул. Һуңғы тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: душ ингәндә хлор парҙарын даими еҫкәү аллергиянан алып баш ауырыуына, хатта яман шеш ауырыуына сәбәп булыуы мөмкин. Юҡҡа ғына хлор химик ҡорал - иприт һәм фосген сифатында ағыулау газы составына инмәй. Һыу торбаларында хлор санитар нормалар буйынса көйләнһә лә, берәү ҙә коммуналь хеҙмәттәрҙең уны күҙәтеп тороуына инана алмай. Ҡайһы бер осраҡта хәл-торош үҙе үк юғары концентрация һалыуҙы талап итә. Мәҫәлән, яҙғыһын ҡыш буйына яландарҙа, ҡар өҫтөндә тупланған бысраҡ тупраҡ аша һыуға эләгә, бысраныуҙың юғары кимәлен нейтралләштереү өсөн хлор ҡулланыла. Йәки ныҡ эҫе ваҡытта һыу ятҡылыҡтарында бактериялар күпләп үрсей башлай, ошо ваҡытта ла һыуға хлор күпләп һалына.
Әлбиттә, ғалимдар һыуҙы хәүефһеҙ таҙартыу тураһында уйлана. Сөнки кеше 80 процентҡа һыуҙан тора һәм уның сәләмәтлеге туранан-тура һыуҙың сифатына бәйле.
Һыу нигеҙендә тирене тәрбиәләү өсөн бына тигән тәбиғи саралар эшләргә мөмкин. Иң ябайҙары - үҫемлек экстракттарынан эшләнгән боҙ кубиктары. Уларҙы әҙерләү өсөн фильтр аша үткәрелгән таҙа һыу һәм үҫемлек компоненттары кәрәк: майлы тире өсөн - кипкән кесерткән һәм йәшел сәй, ҡоро тире өсөн - роза сәскәләре таждары һәм яңы ғына һыҡтырылған ҡурай еләге һуты, нормаль тире өсөн - кипкән гөлйемеш, ҡатнаш тире өсөн - һоло. Артабан таҙа һыуҙы 80 градусҡаса йылытып (ҡайнатырға ярамай), уны әүҙем ингредиент (1 ҡалаҡ үҫемлек ҡатнашмаһына 1 стакан һыу) өҫтөнә ҡойорға, ҡапҡас ябырға һәм һыуытып, һөҙөргә. Артабан формаларға ҡойоп туңдырырға. Көн дә иртән йыуынғандан һуң ошо кубиктарҙы битегеҙгә ышҡығыҙ: боҙ ҡан әйләнешен яҡшырта, коллаген (тиренең тығыҙлығы өсөн яуап биреүсе аҡһым) синтезын яҡшырта, шешенеүҙе бөтөрә.
Майлы тире өсөн имән ҡайырыһынан һыу төнәтмәһе әҙерләргә мөмкин: 2 ҡалаҡ ваҡланған ҡайырыға бер стакан һыу ҡойорға һәм был ҡатнашманы һыуытҡысҡа алып ҡуйырға кәрәк. Көнөнә бер-ике тапҡыр битегеҙҙең майлы өлөшөн шул төнәтмә менән таҙартығыҙ, ул май биҙҙәренең эшмәкәрлеген әкренәйтә. Төнәтмәне һыуытҡыста бер аҙна тоторға мөмкин, бер аҙна үткәс, яңы төнәтмә эшләргә кәрәк.

"Киске Өфө" гәзите, №12, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.03.24 | Ҡаралған: 185

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru