«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ҠАҘАНЫБЫҘҘА ҠАЙНАМАЙБЫҘ
+  - 

Беҙҙең республика Рәсәй составындағы төбәктәр араһында иң алдынғылар рәтендә. Бер яҡтан, уникаль тәбиғи байлыҡтары менән данлыҡлы булһа, икенсенән, төрлө милләт вәкилдәренең берҙәм һәм татыу йәшәүе, һәр этносҡа ла үҙ телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалырға мөмкинлектәр бирелеүе менән дә үҙенсәлекле беҙҙең Башҡортостан.

Республикала һәр кемгә шәхси үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Мин эшемә бәйле төрлө ҡалаларҙа оҙайлы ваҡыт йәшәнем, шуға күрә сағыштырып ҡарай алам. Башҡортостан үҙгәрә, үҫешә, алға бара. Ләкин был үҫеш, миңә ҡалһа, тиҙерәк барһа, йылдамыраҡ булһа, тағы ла нығыраҡ шатландырыр ине. Был, бәлки, урындағы халыҡтың менталитетына ла бәйлелер. Төбәктә йәшәүселәр төплө уйлап эш итеүсән, еңел-елпе ҡыланмайҙар. Был, үҙ йәһәтендә, йәшәү рәүешенең бөтә өлкәләрендә лә сағылыш таба.
Һуңғы ваҡытта туризм ныҡ үҫешә республикала. Үҙем сәйәхәт итергә яратҡан кеше булараҡ шуны әйткем килә: үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәгән төбәктәр рәтендә булмауыбыҙ һөйөндөрә. Туризмдың үҫеше төбәк иҡтисадына ла ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Башҡортостандың Бөрө һәм Благовещен ҡалалары туризм өлкәһендәге мәртәбәле премияға лайыҡ булды. Ил кимәлендәге премиялар буш урында таратылмай, тимәк, беҙҙең төбәктең был йәһәттән киләсәге ҙур. "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ". Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Республика халҡына медицина ярҙамы алыу бөтә яҡтан да уңайлы булырға тейеш. Һәм был йәһәттән Башҡортостан етәкселеге ҙур эштәр башҡара: йәш белгестәрҙе күтәрмәләп тора, фельдшер-акушер пункттары асыла, дауаханаларҙа заманса ҡоролмалар ҡуйыла һәм башҡалар. Халыҡ та үҙ һаулығына битараф булмаһа ине, тип теләргә генә ҡала. "Асылды", "эшләй башланы" тигән һүҙҙәр артында күпме тырышлыҡ, хеҙмәт һалынғанлығын һәр кем аңлап торалыр, моғайын.
Республикала эшләй башлаған "Башҡортостан вахтаһы" проектын бик хуплап ҡаршы алдым. Өфөләге ҙур предприятиеларҙың егеттәргә вахта менән эшләргә мөмкинлек биреүе ҙур хуплауға лайыҡ. Был проектҡа Өфөнөң генә түгел, ә республиканың башҡа ҡалаларында эшләгән ойошмалары ла ҡушылыр, тип өмөт итәм. Ер аяғы, ер башы ерҙә, Себер тарафтарында йөрөгәнсе, үҙебеҙҙең республикала эшләп йөрөүе йөҙ тапҡыр артыҡ бит.

Арыҫлан ИҪӘНҒӘЛИН.
Туймазы районы.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.04.24 | Ҡаралған: 143

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru