Һәр заманда ил-йортҡа ауырлыҡ ишерелгәндә йә ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк булғанда майҙанға зыялылар сыҡҡан. Уларҙың аҡылы, ялҡынлы телмәре яуға күтәргән, урынһыҙ сәбәләнеүҙәрҙән төңөлдөргән, ярһыуҙарҙы баҫҡан йә тоҡандырған. Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа замандаш зыялыларҙың үҙ халҡына әйтер һүҙе ниндәй булыр?
Морат ЛОҠМАНОВ, тележурналист, "Йома" тапшырыуы авторы, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы: Аҡыллы кешеләрҙең, зыялыларҙың һүҙен ишетер өсөн халыҡтың тыныс булыуы шарт. Шуға инанғанмын: ярһыулыҡ бер ҡасан да яҡшыға килтермәй. Дини яҡтан ҡарағанда ла, айыҡ аҡыл менән уйлағанда ла, ғаиләләме, сәйәсәттәме, йәмғиәттәме - ҡыҙған баштан ҡарар ҡабул итеү хәйерлегә булмай. Шуға күрә, ҡыҙған кешенең фекерен тыңлап, тағы ла нимәлер өҫтәп йөрөү - ул утҡа утын өҫтәгән һымаҡ, тағы ла ҡыҙҙырыуға ғына килтерә. Беҙҙең милләттә хис-тойғоға бирелеп барыу, ҡыҙыулыҡ тигән нәмә бар ул, тибеҙ, әммә был осраҡта башҡараҡ ҡыҙыулыҡты күҙ уңында тотабыҙ, ул яҡшылыҡ, именлек хаҡына фиҙаҡәрлек. Бөгөнгө йәмғиәттә йыш күҙәтелгән ҡыҙыулыҡ иһә ул именлек хаҡына эшләнмәй. Әгәр ҙә кеше диндән алыҫлашһа, ҡыҙыуға тиҙерәк бирешә, был бөтөн халыҡтарға ла хас.
Тормош ҡанундарҙан тора, әйтәйек, һыуҙың формулаһы бар, унда тәүге элементҡа икенсеһен ҡушҡанда ғына һыу килеп сыға. Шуның шикелле, бөтөн нәмә лә ҡанундарға ҡоролған һәм "дөрөҫлөк" тигән ваҡытта ла һәр кемдең үҙ дөрөҫлөгө. Хатта ғаиләлә лә бәхәс сыҡты икән, һин ирҙе тыңла, ул 100 процентҡа дөрөҫтө һөйләй, ҡатынды тыңла, ул да хаҡлы. Тимәк, һәр бер кешенең, халыҡтың, йәмғиәттең үҙ дөрөҫлөгө һәм ул дөрөҫлөктәр уларҙың һәр береһенең күҙлегенән иң дөрөҫө булып күренә. Берәү ҙә үҙен хаҡлы түгел тип һанамаясаҡ һәм һәр ваҡыт башҡа дөрөҫлөктәргә ҡаршы торасаҡ. Быны туҡтатыу өсөн нимә кәрәк? Шул урталыҡта Аллаһы Тәғәләнең биргән дине. Әгәр динде дөрөҫ итеп аңлап ҡараһаң, ул шул бөтәһенә лә яраған дөрөҫлөктө күрһәтә. Шуға ғаиләлә ығы-зығы сыҡһа ла, иманлы кеше ошо дөрөҫлөккә ҡарап, тыныслана ла, һуңынан үҙенең хатаһына тәүбә итә йәки ғәфү үтенеп, уртаҡ тел таба.
Милләткә бәйлеме ул, башҡа нәмәгәме - ниндәйҙер ваҡиға, мәғлүмәт һине ҡыҙҙыра, сығырыңдан сығара икән, был - шайтандан. Ул дуҫ рәүешендә килһә лә, һине аҙаҡтан һәләк итеү маҡсаты менән килә, был үҙгәрмәй торған ҡанун, шуға ла дошманға, шайтанға юл ҡуймайбыҙ. Иманы ныҡлы, ғилеме булған кеше ошоно аңларға тейеш. Шуға күрә был осраҡта дөрөҫлөк эҙләмәйбеҙ, ҡысҡырышҡан ерҙән китәбеҙ, сөнки унда беҙгә юлдаш юҡ. Аҙаҡтан: "Эй, һин, шул-шул мәлдә милләтте күтәрмәнең",- тип әйтерҙәр, әммә ул ерҙә хәҡиҡәт тә, киләсәк тә юҡ.
Дауыл, ғәрәсәт сығып торғанда һин ергә ниндәй генә яҡшы орлоҡ һипһәң дә, ул тупраҡҡа төшөп етмәй, ел осороп алып китеп тик тора. Күңелдәрҙә дауыл ҡоторған ваҡытта аҡыллы һүҙ барып етмәй, күңелдәр, иң тәүҙә, тынысланырға тейеш. Тынысланмай икән, ниндәйҙер бер көс киләсәк - был да хәҡиҡәт, тарихтан ҡараһаҡ та, бөтөн күҙлектән күҙәтһәк тә шулай. Ниндәйҙер көс уны барыбер туҡтатасаҡ, тик был көс емергес сифатҡа эйә буласаҡ. "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәрендә Мостай Кәрим дә әйтә бит, һинең урыҫса белеүең генә етмәй, һинең урыҫсаңды аңлай торған урыҫтарҙың да булыуы кәрәк икән. Шуға күрә, ҡыҙған кеше алдында әллә ниндәй аҡыл эйәһе бул, улар һине ишетмәйәсәк. Ҡыҙған кеше - аҡылынан сыҡҡан кеше була. Ул ниндәй генә ғәҙеллек өсөн тырышмаһын, был осраҡта файҙаһынан зыяны күберәк була.
Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА