"ata - атай".
"ана - әсә".
"ача - әкә һүҙе менән бер үк - "оло апай". [Бында] джимкяф менән алмаштырылған, ошолай уҡ [фарсыса] "чарм" һәм "гарм" - йылы, "чунбад" йә иһә "гундбад" - көмбәҙ тип һөйләшәләр".
Күрәһегеҙ, төрки телдәрендә "ата" һүҙе үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалған, әммә байтаҡ ҡына төрки ҡәүемдәре телдәрендә "ата" һүҙенә йәнәш шул уҡ мәғәнәләге "баба" һүҙе лә ҡулланыла (мәҫәлән, төрөктәрҙә һәм ҡаҙаҡтарҙа). Йыш ҡына юғары дин әһелдәре хаҡындағы яҙмаларҙа, мәҫәлән, Ғайса, Ибраһим, Нух һәм башҡа пәйғәмбәрҙәр табынған Аллаһы Тәғәлә шулай уҡ "Ата" тип атала. Шуныһы ҡыҙыҡ, ҡаҙаҡтарҙа ата мәғәнәһендә "әке", төркмәндәрҙә - "кака", "деде", әзербайжандарҙа - "дәдә" һүҙҙәре ҡулланылһа, үзбәктәр оло ағаларына, йә иһә башҡа оло кешеләргә "акә", ата-әсәһенән оло ағаларына "бува" тип өндәшә (әйле башҡорттары һөйләшендә "бабай" һүҙе урынына "быуай" тиҙәр). Бында оло апайға ҡарата ҡулланылған боронғо "ача", "әкә" һүҙҙәренең ҡайһы бер төрки ҡәүемдәрендә бөтөнләйгә икенсе, хатта ҡаршы мәғәнәлә ҡулланыла башлауына әлегә ниндәйҙер ышаныслы аңлатма биреүе ҡыйын. Ҡашғариҙың Баргсан төркиҙәренең бынан мең йыл әүәл ҡарт әбейҙәрҙе "ачи" һүҙе менән атауы хаҡында элегерәк яҙып үткәйнек.
Йәнә тағы ла бер ҡыҙыҡлы фонетик һәм семантик күренеш: Ҡашғари билдәләүенсә, фарсыларҙың "чунбад" йә иһә "гундбад" һүҙҙәре көмбәҙҙе аңлата икән. Бында бер-береһенән һүҙ башындағы тәүге өндәре менән генә айырылып торған һүҙҙәрҙең хәҙерге башҡорт телендәге "көмбәҙ" һүҙенә үтә оҡшаш булыуы күҙгә салынып тора. Был һүҙҙең килеп сығышы үтә ҡыҙыҡлы. Һинд халҡы телендә "гумбһаһ" тигән һүҙ филдең йоморайыбыраҡ торған башы тигәнде белдерә. Көмбәҙ тип биналарҙың, беренсе сиратта, дини ҡорамдарҙың кеше башына оҡшатыбыраҡ төҙөлөп, түңәрәк-йоморо башы хаҡында әйтәбеҙ. Татар телендә бәшмәктең ни өсөн "гөмбә" тип аталыуын аңлағанһығыҙҙыр, тим. Хатта урыҫ һөйләштәрендә йыш ҡына "купол" һүҙен аҙ ғына үҙгәртеп, "кумпол" тип әйтәләр. Бынан бер мөһим һығымта эшләү фарыз: һис шикһеҙ, боронғо кешелектең тәү теле тамырҙарын хәҙерге телдәрҙән эҙләй башлаһаң, халҡыбыҙ әйткән "тел асҡыстары"н да табып була.
Бәҙри ӘХМӘТОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 42-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №14, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|