Һәр ата-әсә үҙ сабыйына был донъяны гүзәл бер бағ итеп танытырға, оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда бала саҡ осоро хаҡындағы яҡты хәтирәләре күп булһын тип тырышалыр. Был йәһәттән баш ҡалабыҙҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тағы ла бер шәп мөмкинлеге бар: улар балаларын йыл да мөғжизәләр иленә сәйәхәт иттерә ала. Быны нисек эшләйҙәр, тиһегеҙме? Теләге һәм тырышлығы булғандар ҡулындағы мөғжизәләр иленә асҡыс - башҡорт телен яҡшы белеү һәм һөйләшеү оҫталығы менән өлгәшә быға.
Был серҙе белгән һәм әһәмиәтен аңлаған, күңелдәрендә туған теленә, халҡына ҡарата һөйөү йөрөткән һәм киләсәген хәстәрләргә маҡсат иткән өлкәндәр һәм уларҙан өлгө алып үҫеп килгән бәләкәстәр Донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсында әүҙем ҡатнаша. Бына инде 15-се тапҡыр үткәрелгән конкурста бөтәһе 7430 бала мөғжизәле әкиәт иленә сәйәхәт иткән, шуларҙың 221-е - быйылғы ҡатнашыусылар.
Ғаилә йылына арналған "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсының йомғаҡлау тантанаһы яңыртып төҙөлгән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бинаһында уҙғарылды. Бында балаларҙы үҙҙәре яратҡан әкиәт геройҙары театр тупһаһынан уҡ ҡаршы алды, ә инде тамаша залында "Алиса мөғжизәләр илендә"нән Алиса, Ҡуян һәм Эшләпәсе сәләмләне. Быны кескәй тамашасылар бик ихлас ҡабул итте, артабан үҙҙәре үк сәхнәнән тиҫтерҙәренә тылсымлы, фәһемле һәм, иң мөһиме, туған телендә әкиәттәр һөйләп, күмәкләп сәхнәләштереп, байрамды йәнләндереп ебәрҙеләр. Тәүгеләрҙән булып Р. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһынан Азалия Көмөшбаева "Күк һыйыр" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләп ишеттерҙе һәм яңғыҙ башҡарыусылар араһында 1-се урынға лайыҡ булды. "Мин өсөнсө класта уҡыйым, ә был конкурста балалар баҡсаһына йөрөгәндән алып ҡатнашам. Әкиәтте үҙем һайлайым, шунан аңламаған һүҙҙәрҙе өйрәнеп, ҡат-ҡат уҡып, ятлап алам. Был юлы "Күк һыйыр" тигән әкиәтте бик оҡшаттым. Конкурс башҡорт телен һаҡлау, белеү, онотмау өсөн кәрәк", - ти Азалия. Ҡыҙ өйҙә тик башҡортса һөйләшеүҙәре, рәсем түңәрәгенә яратып йөрөүе һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына "Амеля" спектаклендә уйнауы тураһында ла һөйләне.
Конкурс, ғәҙәттәгесә, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолдо. "Әкиәтте ғаилә менән сәхнәләштереү" номинацияһында быйыл 63-сө балалар баҡсаһынан Алсыновтар ғаиләһе "Алтын балта" әкиәте менән, 82-се гимназиянан Хәсәновтар "Тылсымлы ҡурай" әкиәте менән сығыш яһап, Гран-приға лайыҡ булдылар. Шулай уҡ был номинацияла I урын 308-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Ғүмәровтар менән Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһынан Алсыновтар, II урын "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Йыһангировтар һәм 117-се мәктәптән Йосоповтар, III урын 18-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Ғиззәтуллиндар һәм Р. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһынан Хәмитовтар ғаиләһенә бирелде.
Бергәләп сығыш яһаған ғаиләләргә һоҡланған арала шундай күренешкә лә иғтибар ителде: атайҙар ҙа әүҙемләшә бара, шөкөр. Юғиһә, тәүге йылдарҙа күберәк әсәй һәм балалар ғына сәхнәгә күтәрелә торғайны. Был юлы атайҙар ҙа ситтә ҡалмаған, тормош иптәштәренә терәк булып, ул һәм ҡыҙҙарына өлгө күрһәтеп, зауыҡлы башҡорт халыҡ кейемдәрендә килгәндәр, кемеһе баянда, кемеһе ҡурайҙа уйнарға оҫта, телмәрҙәре лә саф икән. Ғөмүмән, балаларыбыҙ ир-егет һәм атай кеше өлгөһөн үҙ тиҫтерҙәренең татыу, ижади ғаиләһенә ҡарап белә ала хәҙер.
"Фольклор коллективы менән һөйләү" номинацияһында ҡатнашыусылар һәр ваҡыттағыса үҙҙәренең төплө әҙерлеге менән һөйөндөрҙө. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр балаларға ролдәренә ярашлы һүҙҙәрҙе генә ятлатып ҡалмай, уларҙы актерлыҡ оҫталығына ла, йыр-бейеүгә лә өйрәтә, сағыу сәхнә кейемдәре һәм биҙәлештәрҙе лә хәстәрләй. Бында балаларҙың ата-әсәләренең теләктәшлеге, ярҙамы ла барлығы тойола. Гран-при быйыл М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы һәм "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһы фольклор коллективтарына бирелде. Уҡыусылар "Ни өсөн ҡаҙҙар ала була?" башҡорт халыҡ әкиәтен оҫта сәхнәләштерҙе: бик матур башҡорт йырҙары, көйҙәр яңғыраны, думбырала һәм ҡумыҙҙа оҫта сиртеп тә тамашасыларҙың иғтибарын яуланылар. "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында етенсе тапҡыр ҡатнашам. Икенсе класта уҡығанда әкиәтте яңғыҙ һөйләп, Гран-приға лайыҡ булғайным. Был минең иң яратҡан конкурсым. Ул балаларҙы телефондан айырырға, әкиәттәрҙе хәтергә төшөрөргә, туған телебеҙгә ҡарата һөйөү уятырға ярҙам итә. Шуға тиҫтерҙәремә "Һаумы, һаумы, әкиәт"тә ҡатнашығыҙ, тип әйткем килә. Ул тормошоғоҙҙа ярҙам итәсәк", - ти 136-сы Башҡорт лицейының 4-се класс уҡыусыһы Әминә Аллабирҙина.
"Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһының фольклор коллективы ағзалары менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе. Улар "Йомро икмәк" рус халыҡ әкиәтен бик оҫта сәхнәләштерҙе, хатта тамаша залында ултырған шаян-шуҡ балалар ҙа бер аҙға тынып ҡалды һәм бар иғтибарын сәхнәгә йүнәлтте - был бик юғары баһа. Йомро икмәкте уйнаған Булат Батыровҡа алты йәш, ул тәүге минуттарҙан уҡ көләслеге, ихласлығы менән арбаны. "Был байрам бик оҡшаны миңә. Йомро икмәк булыуы ла оҡшай. Ә үҙем тағы "Урал батыр" әкиәтен яратам, ул малайҙарҙы батыр, яҡшы булырға өйрәтә", - ти Булат. Әкиәттә Төлкөбикә ролен башҡарған Айзилә Бикмөхәмәтоваға ла тантаналы сара бик оҡшаған, бүләктәргә ҡыуанған ҡыҙ. Ә бына Әмирхан Хәсәнов нимәләр яратыуы тураһында һөйләне: "Йомро икмәк" әкиәтен яратам, "Өс бесәй" мультигын, бөгөнгө байрамды, машина һәм лего уйнарға, балалар баҡсаһында уйнарға һәм йоҡларға яратам. Миңә 6 йәш, тиҙерәк мәктәпкә барғым килә. Унда уҡыясаҡмын. Әле хәрефтәрҙе беләм, Арыҫлан ағайым өйрәтте", - ти малай.
Фольклор коллективтары менән сәхнәләштергәндәр араһында I урын 40-сы Башҡорт балалар баҡсаһы һәм 160-сы лицей коллективына, II урын 308-се Башҡорт балалар баҡсаһына, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһына һәм 24-се мәктәпкә, III урын 18-се Башҡорт балалар баҡсаһына һәм Р. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһына бирелде.
"Йәш әкиәтселәр" номинацияһы - конкурстың балаларҙың ижади ҡомарын үҫтереүгә арналған бик мөһим өлөшө. Бында үҙҙәре әкиәт уйлап сығарған кескәйҙәр ҡатнаша ала. Быйыл номинацияла I урынға 102-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Айсилә Хәсәнова менән М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһынан Айлина Ишбаева лайыҡ булды. II урында - 296-сы балалар баҡсаһынан Розалина Ялалова, 46-сы лицейҙан Илшат Бикмәтов, III урында - 95-се балалар баҡсаһынан Асҡар Ситдиҡов, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһынан Алтынай Хәлилова.
Быйыл ойоштороусылар "Яратҡан әкиәтте тауышландырыу" тигән яңы номинация булдырған. Унда ебәрелгән эштәр ҙә бик үҙенсәлекле булған. Балалар әҙер төшөрөлгән әкиәт геройҙарын үҙ тауыштары менән "һөйләштереп" кенә ҡалмаған, хатта ҡурсаҡтар һәм уйынсыҡтар ярҙамында айырым видео төшөрөп, тотош бер йәнһүрәт эшләп тә ҡуйған. Был йәһәттән 18-се Башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Ильяс һәм Мираҫ Ишдәүләтовтарҙың, йәнә Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Алтынай Хәлилованың эштәре иң юғары баһаланып, уларға I урын бирелде. II урынға 239-сы балалар баҡсаһынан Данияр Кәримов, 111-се гимназия коллективы, ә III урынға 102-се башҡорт балалар баҡсаһынан Азалия Дәүләтова, 46-сы лицейҙан Әлмир Ғәббәсов лайыҡ булдылар.
Конкурстың иң төп номинацияһы - "Яңғыҙ башҡарыу". Был номинацияла ҡатнашҡан балаларҙың телмәр оҫталығына ғына түгел, әртислегенә, күмәк кеше алдында баҙамай сығыш яһай алырлыҡ ҡыйыулыҡтары булыуына ла хайран ҡалырһың. Быйыл Гран-приға 24-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Нурсолтан Фазылов менән 107-се лицейҙың 2-се класс уҡыусыһы Йософ Зарипов лайыҡ булды. Өс йәшлек Нурсолтан "Ҡарға ни өсөн исемен әйтеп бөтөрмәй?" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен бик оҫта һөйләне. Йәше бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, хатта "р" хәрефен дә асыҡ итеп әйтә белеүе лә, зирәклеге лә хайран итте: "Балалар баҡсаһында бик ҡыҙыҡ миңә. Ә был байрамда ҡотлауҙары, уйынсыҡ бүләк итеүҙәре оҡшаны. Ҡарға тураһында әкиәтте һөйләгәйнем, әсәйем өйрәтте. Үҙем "Маша һәм айыу"ҙы ҡарарға яратам, уйынсыҡтарым да күп. Конструкторҙан машина, пирамида төҙөйөм", - тип үҙе тураһында ихлас бәйән итте Нурсолтан. Исеме есеменә тура килеп торған бәләкәстең ата-әсәһе Таңсулпан һәм Вилдан Фазыловтар әйтеүенсә, улар был конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашҡан, артабан да улдарына туған телдә матур һөйләргә, күмәк кеше алдында сығыш яһарға өйрәтеүҙе дауам итергә теләктәре ҙур.
Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусы мәктәп уҡыусылары араһында Гран-при эйәһе Йософ Зарипов менән дә әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Ул "Батыр малай" тигән дағстан халыҡ әкиәтен һөйләгәйне. "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында быға тиклем дә ҡатнашҡаным бар, йыл һайын бик матур байрам ойошторола. Ҡурсаҡ театрында элек тә булғаным бар ине, хәҙер ул тағы ла матурыраҡ, барыһы ла алтындан. Быйыл миңә "Йомро икмәк" әкиәтен сәхнәләштергән балаларҙың сығышы бигерәк оҡшаны. Үҙемә был конкурс башҡорт телен яҡшыраҡ аңларға, күп кеше алдында сығыш яһарға өйрәнеү йәһәтенән ярҙам итә. Мин уҡыған 107-се лицейҙа башҡорт балалары бик күп түгел, шулай ҙа башҡорт теле дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә. Хәҙер үҫкәс, әкиәттәрҙе бик уҡымайым. "Ҡыҙыл китап" бүләк иткәйнеләр миңә, шуны өйрәнергә яратам. Тағы ла каратэ, музыка түңәрәктәренә йөрөйөм, баянда уйнайым. Дуҫым менән футбол тибәбеҙ", - ти Йософ.
Шулай уҡ "Яңғыҙ башҡарыу" номинацияһында I урын - "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Булат Батыровҡа, Р. Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһынан Азалия Көмөшбаеваға, II урын - 51-се Башҡорт балалар баҡсаһынан Салауат Ғүмәровҡа, 160-сы лицейҙан Алһыу Һабанбаеваға һәм М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейынан Әмирә Билаловаға, III урын 166-сы Башҡорт балалар баҡсаһынан Рамаҙан Йәркинбаевҡа, 161-се лицейҙан Йәсминә Йәрмөхәмәтоваға бирелде.
- Беҙ балаларҙың теле асылғандан бирле "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында ҡатнашабыҙ, сөнки ул бик мөһим. Бала үҙ туған телен белеп үҫергә тейеш. Шуға башҡорт мөхите булған балалар баҡсаһын, гимназияһын һайланыҡ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Азалия быйыл ҡатнашып, беренсе урын яуланы. Уртансыбыҙ Илсиә лә апайынан күреп ҡатнашыр йәштә, ә Дилиәбеҙ әле бәләкәй. Ҡала мөхитендә балаға туған телен өйрәтеү ысынлап та ғаиләнән башлана, беҙ хатта шаяртып: "Рус телен тышта ҡалдырайыҡ", - тип әйтәбеҙ. Балалар өйгә "Һаумыһығыҙ!", "Хәйерле кис!", тип килеп инә. Бына шундай ябай ғына тылсымлы һүҙҙәрҙән телдәре асылып киткәйне ҡыҙҙарыбыҙҙың, хәҙер матур итеп үҙебеҙсә һөйләшеп йөрөүҙәренә һөйөнәбеҙ. Был конкурста улар матур бүләк аласаҡмын, тип тә тырыша: үҙҙәре әкиәт һайлай, теләп ятлай. Шулай балаларҙың күңелдәрен күреп, сағыу байрам үткәргән ойоштороусыларға бик рәхмәтлебеҙ, - тине әңгәмә барышында Розалия Көмөшбаева.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА