«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРЫБЫҘ КИТАП УҠЫЙМЫ?
+  - 

Республикала үткән бик матур Китап байрамы алдынан беҙҙе, башҡорт теле уҡытыусыларын борсоған ошо һорауҙарымды күтәргем килә: "Ниндәй ул бөгөнгө балалар әҙәбиәте?", "Кескәй балалар уҡыһын өсөн ниндәй әҫәрҙәр ижад итергә кәрәк?"

Мостай Кәримдең "Өс таған", "Беҙҙең өйҙөң йәме", Зәйнәб Биишеваның "Дуҫ булайыҡ" әҫәрҙәре яҙылыуға ярты быуаттан күберәк ваҡыт үткән. Әммә хәҙерге быуын - гаджет заманы балалары ошо әҫәрҙәрҙе һаман яратып уҡый. Яратып уҡылған әҫәрҙәргә һуңғараҡ яҙылған Фәрзәнә Аҡбулатованың "Атай икмәге"н дә индерер инем. Бының сере нимәлә? Балаларҙың психологияһын белеүҙәнме, яҙыусының балалар кимәлендә фекерләп, ябай тел менән яҙыуындамы? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер мин башҡорт әҙәбиәтендә шул кимәлдә йығылып ятып уҡырлыҡ әҫәрҙәрҙе ҡапыл ғына иҫкә лә төшөрә алмайым. Был башҡорт әҙәбиәтендә ҙур бер проблема. Хатта башҡорт әҙәбиәте программаһын алып ҡарағанда ла, унда күберәк ололар өсөн, ололар темалары булған әҫәрҙәрҙе үтәбеҙ.
Хәҙер Гарри Поттерҙы уҡыған тотош бер быуын үҫеп сыҡты. Бөгөн килеп, минең ейәнем Старкерҙы мауығып уҡый. Бына ошондай кимәлдә балаларҙың бөтә зиһенен биләп алған, ҙур бер сенсация тыуҙырған әҫәрҙәр бик әҙ. Шуға ла уйланам: бөгөнгө башҡорт балаларының милли әҙәбиәтте уҡымауы, бәлки, әҫәрҙәрҙең ҡатмарлы тел менән яҙылыуындалыр? Улар өсөн ябайыраҡ тел менән яҙырға кәрәктер, мажаралы, мауыҡтырғыс, әммә ябайыраҡ тел менән. Тағы ла беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә балаларҙың мәктәп тормошон күрһәткән әҫәрҙәр юҡ, тиерлек. Уҡыусыларҙың тормошон сағылдырған, дәрестә рәхәтләнеп, кинәнеп анализларлыҡ әҫәрҙәр кәрәк. Әҙәбиәт программаһында ла юҡ ул. Бәлки, бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәтен уҡымауҙың проблемаһы ла шунда яталыр?
Эйе, беҙ бәләкәй саҡта башҡорт әҙәбиәтен йығылып ятып уҡыныҡ. Балалар әҙәбиәтеме, ололарҙыҡымы, беҙҙең өсөн барыбер ине. Ә бөгөнгө заман балаһы ул бөтөнләй икенсе. Уларҙы әүрәтеп алып китерлек, үҙебеҙгә ылыҡтырырлыҡ балалар әҙәбиәтен табыуы еңел түгел. Бәлки, матур әҫәрҙәр барҙыр ҙа, баҫылып та сығалыр, әммә улар мәктәп китапханаһына килеп етмәй. Мин каникулға балалар ҡулына китап тоттороп ҡайтарырға, тип, китапханаға барам. Тик элекке заманда ололар өсөн сыҡҡан әҫәрҙәрҙән башҡа, бишенсе-етенсе класс уҡыусылары ҡулына тотторорҙай китап таба алмайым. Нишләп китапханаларҙы яңы нәшерләнгән әҫәрҙәр менән тәьмин итмәйҙәр? Улар килеп етмәйме, әллә юҡмы? Килеп етмәгәс, беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары ла, ул әҫәрҙәрҙе уҡымайбыҙ, улар менән таныш түгелбеҙ. Бына ошо һорау асыҡ ҡала.

Фаягөл ӘМИРХАНОВА,
Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы.

"Киске Өфө" гәзите, №20, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.05.24 | Ҡаралған: 123

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru