«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ МАТБУҒАТТЫ АЛДЫРАҺЫҒЫҘМЫ, УНЫ БАҺАЛАЙҺЫҒЫҘМЫ?
+  - 

Әлфис ҒАЯЗОВ, БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, педагогия фәндәре докторы: Шундай бер хыялым-теләгем бар: бала булған һәр өйгә гәзит-журналдар килһен ине. Беҙ тап шулай "Башҡортостан пионеры"нда үҫтек бит, туған телдең барлыҡ нескәлектәрен, мәғлүмәтте шул гәзиттән алдыҡ. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн бала-сағаға, өлкәндәргә тиҙ генә барып етә торған баҫма ҡалманы. Аҙнаһына бер килә бөгөн баҫмалар, уға тиклем бөтә мәғлүмәтте интернеттан ҡырҡ тапҡыр уҡып-күреп белеп бөтәһең. Шуғалыр ҙа ике-өстән артыҡ баҫманы өйгә алдырып та булмай.
Бөгөнгө баҫма матбуғаттың функциялары үҙгәрергә тейеш һәм ул яңылыҡ еткереүҙә радио-телевидениены, интернетты уҙҙыра алмай икән, кешене уйланырға этәрерлек, күңел ҡылдарын тирбәлтер мәҡәләләре менән арбарға тырышһын. Милли матбуғатта аналитик мәҡәләләргә күберәк урын бирелһә, яҡшы булыр ине. Әммә аналитика яҙыусы журналистар ҙа хәҙер һирәк, сөнки бының өсөн белем, донъяға киң ҡараш, тәжрибә кәрәк һәм күп кеше был эшкә тотона алмай. Шулай ҙа уҡыусыны уйландырырлыҡ, ниндәйҙер осраҡтарҙа дөрөҫ фекер йөрөтөргә этәрерлек, тулҡынландыра торған мәҡәләләр көҫәйбеҙ ваҡытлы матбуғаттан.

Фәнзил САНЪЯРОВ, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты: Милли матбуғат бөгөн башҡорт милләтен берләштереүҙә, рухын, әҙәбиәтен һәм телен үҫтереүҙә, бөгөнгө ауыр шарттарҙа йәшәүгә ышанысын арттырыуҙа бик әһәмиәтле урын биләй. Кешегә һыу һәм һауа нисек кәрәк булһа, гәзит-журналдарыбыҙ ҙа шул ҡәҙәрем кәрәкле. Әммә был хаҡта бик күптәр уйланмай: баш ҡалабыҙҙа туғыҙ ҡатлы йортта йәшәп, нисәмә йылдар подъезда бер мин генә гәзит-журналдар алдырып уҡыйым. Хатта почта хеҙмәткәрҙәре ҡайһы осраҡта: "Беҙгә эш өҫтәп, нишләп шул тиклем гәзиттәргә яҙылаһығыҙ?" - тип битәрләйҙәр, йәнәһе, уларға мәшәҡәт тыуҙырам. Ни эшләйһең инде, кемгә мәшәҡәт, кемгә рухиәт.
Хәҙерге шарттарҙа артыҡ күп баҫмаларҙы алдыра алмаһам да, беҙгә һәр ваҡыт "Башҡортостан" һәм "Киске Өфө" гәзиттәре, "Башҡортостан уҡытыусыһы" һәм "Ағиҙел" журналдары килә. Ә инде Рәсәйҙә һәм республикала нәшер ителгән башҡа баҫмаларҙы интернет селтәрендә күҙәтеп барам, бөгөн бындай мөмкинлек тә бар. "Киске Өфө" гәзите тураһында әйткәндә, уның аудиторияһы ҙур - уҡытыусылар, педагогтар, тәрбиәселәр гәзите ул. Сөнки башҡорт мәҙәниәте, тарихы, теле һәм әҙәбиәтенә ҡағылышлы бик матур мәҡәләләр бирелә. Айырыуса башҡорт халҡының боронғо тарихына ҡағылышлылары йылдар дауамында донъя күрә. Әбделҡадир Инан, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек күренекле ғалимдарыбыҙҙың һәм башҡа зыялыларыбыҙҙың хеҙмәттәрен әле һаман баҫтырып килеүе өсөн дә баһалы "Киске Өфө". Милләтебеҙгә хеҙмәт иткән әһәмиәтле баҫмаларҙың береһе ул "Киске Өфө".

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, шағирә, Башҡортостандың Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты: Мин үҙем "Башҡортостан", "Киске Өфө", "Йәшлек" гәзиттәрен, "Ватандаш", "Шоңҡар" журналдарын алдырып уҡыйым. Ижад кешеһе булараҡ та, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе урынбаҫары булараҡ та милли матбуғатыбыҙҙы күҙәтеп барыуҙы үҙемдең яуаплы бурысым итеп һанайым. Бер мәл бөтә баҫмалар ҙа электрон вариантҡа күсереләсәк, ҡағыҙ гәзит-журнал уҡыусы булмаясаҡ, тип әйтәләр ине. Әммә был бик дөрөҫ фекер түгел, сөнки халыҡ ҡағыҙ баҫманы алдырып уҡырға ярата, ундағы һүҙгә ташҡа баҫылған тип бик ышана. Шуға бөгөн милли баҫмаларыбыҙҙың даналарын арттырыу өсөн иң төп мәсьәлә почта бүлексәләренең эшен яйға һалыу. Яҙылған гәзит-журналды ваҡытында алып килеп биреүсе булһа, тираждар, һис шикһеҙ, артасаҡ, халҡыбыҙҙың телен, рухын үҫтереүҙә, тормошон яҡшыртыуҙа кәңәшсе һәм тоғро дуҫ булған милли матбуғат йәшәйәсәк.
Ә инде "Киске Өфө" гәзите тураһында телгә алғанда, уның халыҡты тәрбиәләү, күңелен үҫтереү, рухын күтәреү йәһәтенән урыны бик юғары. Был гәзитте уҡыған саҡта дуҫыңдың фекерен ишеткән, кәңәшләшкән кеүек тояһың. Баш ҡала гәзите булараҡ, республикабыҙҙа һәм унан ситтә йәшәгән милләттәштәр менән дә таныштырып, күтәрмәләп эшләп килеүе менән әһәмиәтле был баҫма.

"Киске Өфө" гәзите, №23, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.06.24 | Ҡаралған: 158

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru