Ҡырағай хайуандар менән осрашыу тәртип ҡағиҙәләрен белмәү арҡаһында фажиғәгә әйләнергә мөмкин. Хайуандарҙың һөжүмендә күпселек кеше үҙе ғәйепле.
Бынан алда социаль селтәрҙәрҙә Учалы районының Күҫәк ауылынан алыҫ түгел йәш егеттең урманда йүгереп йөрөгәндә осраҡлы рәүештә балалары менән айыу осратҡаны тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Егет бындай осрашыуға әҙер булмауын белдерә, йыртҡыстарҙы ҡурҡытыу өсөн көслө итеп ҡысҡыра башлай. Һуңыраҡ Баҡалы районының Яңы Тымытыҡ ауылында йәшәүсе ҡатындың ҡырағай йәнлектән ҡурҡып, ҡотҡарыусыларҙы ағас башында көтөүе тураһында хәбәр булды. Был ваҡиғаларҙа бер кем дә зыян күрмәгән.
Кешеләрҙең ҡырағай хайуандар менән осрашыу осрағы йышайыуы менән бәйле БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә йыртҡыстар менән үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөргә ҡарар иттеләр. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ғәҙәттә, хайуандар кешегә һөжүм итергә уйламай, шуға күрә ул кеше килеүен белһен һәм был урындан китһен өсөн (күренеү мотлаҡ түгел) тауыш бирергә кәрәк.
Йыртҡыстарҙың йәшәү урындарында яңғыҙ булмаҫҡа тырышығыҙ, кешенең күплеге хайуан барлығын һиҙмәй ҡалыу мөмкинлеген кәметә. Хайуанды күреү һәм ваҡытында асыҡлау өсөн асыҡ урындан йөрөргә тырышығыҙ.
"Әгәр айыу, бигерәк тә уның балаһын күрһәгеҙ, фото, видео төшөрәм, ашатам тип, янына бармағыҙ, сөнки эргәлә айыу булыуы мөмкин, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар министрлыҡта. Уларҙың ҡырағай хайуан булыуын иҫтә тоторға кәрәк, кешегә ҡарата мөнәсәбәте теләһә ҡайһы ваҡытта агрессияға алмашыныуы ихтимал.
Айыу менән осрашһағыҙ, унан ҡасырға ярамай, сөнки был уның эҙәрлекләү инстинктын уятырға мөмкин, арҡа менән боролмай ғына был урындан китеү мөһим.
Сүплек, аҙыҡ ҡалдыҡтары келәте, үле хайуандар, иген культуралары (һоло) баҫыуҙары айыуҙы йәлеп итә һәм уларҙы ул үҙенеке тип иҫәпләй. Бындай урындарҙан алыҫ йөрөргә кәрәк.
Тораҡ пункттарҙа һәм улар янында сүплектәрҙе, аҙыҡ ҡалдыҡтарын бөтөрөргә, шулай уҡ йорт хайуандарын төндә биналарға ябырға, йөрөгән ерен кәртәләргә кәрәк.
Айыу тыныс булып күренгән хәлдә лә уның йыртҡыс икәнлеген оноторға ярамай, ул һәр ваҡытта һөжүм итергә әҙер.
Әгәр һеҙ йыртҡыстарҙың тораҡ пункттарға сығыуына шаһит булһағыҙ, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив дежур телефонына +7 (347) 218-04-30, шулай уҡ 112 телефоны буйынса хәбәр итегеҙ", - тип кәңәш бирҙеләр ведомствола.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|