«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨЛӨГӨҘ, ФАЙҘАҺЫ БАР - БЕЛЕГЕҘ!
+  - 

Донъялыҡта йылмайыу һәм көлөү һәләте тик әҙәми заттарға ғына бирелгән. Донъяға килеп, күп тә үтмәй, бала ата-әсәһенең яғымлы ҡарашына, йылмайып бағыуына үҙе лә йылмайып яуап бирә башлай. Ваҡыты еткәс, баланың ихлас итеп, кеткелдәп көлөүе үҙе үк өйҙәребеҙҙең бер йәменә әйләнә. Бер тикшеренеүҙә иртәнән кискә тиклем балаларҙың көлөүен яҙҙырып алғандар: баҡтиһәң, улар көнөнә 400 тапҡыр көлә ала икән. Ә ололар? Иң күбендә - 15 тапҡыр.

Кешеләр йәшәйештә тәбиғи рәүештә йылмая һәм көлә: бының өсөн сәбәптәр етерлек. Йәнәшәбеҙҙәге кешеләрҙе ике төркөмгә бүлергә мөмкин - йылмайып-көлөп йәшәргә яратыусылар (юмористар) һәм етдилек, хатта ҡараңғы сырайлылыҡ йөҙҙәренән һис бер китмәгәндәр. Тәүгеләре тирә-яҡтағыларға нур сәсеп, үҙҙәренә тартып торған кеүек булһа, икенселәре янында кешеләр оҙаҡ тора алмай.
Йылмайыу, көлөү кешенең йәненә лә, тәненә лә файҙалы. Көлгән саҡта кешене ыңғай эмоциональ кисерештәр биләп ала, күңеле күтәрелә, негатив уйҙары онотола, ул донъяны йәмлерәк, күркәмерәк итеп тоя башлай. Уның организмы башҡа саҡта булмаған физиологик халәткә инә: йөҙ-ҡиәфәте тик көлгән саҡта ғына була торған форма ала (күҙҙәре йылтырай, ауыҙы йырыла), тын алышы үҙгәрә, өҙөк-өҙөк тауыштар сығара, күкрәге ғәҙәти булмағанса һелкенеп ала. Ныҡ көлгәндә күҙҙәренән йәш сыға, хатта эсе ҡатып китә. Ошо халәтте дауалау (терапия) сараһы итеп ҡабул итергә мөмкин.
Көлөү терапияһы менән ғалимдар һәм психотерапевтар уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан бирле шөғөлләнә, хәҙер "Юморҙы өйрәнеү буйынса халыҡ-ара йәмғиәт", "Ғәмәли һәм терапия юморы ассоциацияһы" тигән ойошмалар бар. Күп илдәрҙә көлөү тренингтары уҙғарыла, сөнки күмәкләп көлөү күпкә файҙалыраҡ икән. Хәҙер көлкө терапияһы ауыр сирле балаларҙы дауалағанда бик һөҙөмтәле фактор сифатында танылыу тапты: дауаханаларҙа аниматорҙар, клоундар сығыш яһағандан һуң балаларҙың организмында ыңғай үҙгәрештәр булыуы рәсми теркәлгән.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә көлөүҙең шифалы һөҙөмтәләре асыҡланған:
- тән ауыртыуын кәметеүгә килтерә;
- организмда стресс гормоны булған кортизол, шулай уҡ адреналин бүленеп сығыуын тотҡарлай;
- артериаль ҡан баҫымын түбәнәйтә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлыҡҡа килеү мөмкинлеген кәметә;
- организмдағы эндорфиндар кимәлен арттыра;
- диафрагма, эс, ҡулбаш мускулдарын әүҙемләштерә, шулай уҡ йөрәк тибешенә ыңғай тәьҫир итә;
- 10-15 минут дауамында 2 - 10 калорияны яндырыуға алып килә;
- организм кислород менән күберәк һәм тиҙерәк тәьмин ителә, һөҙөмтәлә мейе эшмәкәрлеге яҡшыра.
Ғөмүмән, йылмайып-көлөп йәшәргә әүәҫ булған кешеләр үҙҙәрен бәхетлерәк тоя. Шуға күрә психологтарҙың бик ҡыҙыҡлы бер тәҡдимен үтәргә өйрәнергә кәрәктер, тим. Уларҙың кәңәше ошондай: иртән йоҡонан уяныу менән, көҙгө алдына баҫып, үҙеңә йылмайып ҡарап алып, бына тағы яңы көн тыуҙы, барыһы ла бик яҡшы буласаҡ тип, эстән генә түгел, ә үҙең ишетерлек итеп әйтергә кәрәк. Йылмайыу - көлөүҙең тынысыраҡ, йомшағыраҡ бер прелюдияһы икәнен онотмау зарур. Үҙегеҙ ҙә башҡаларға йылмайыбыраҡ бағығыҙ, йышыраҡ көлөгөҙ һәм көлдөрөгөҙ, йәмәғәт.

"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.24 | Ҡаралған: 105

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru