Был арала республикала милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыу айҡанлы күп төрлө саралар ойошторола. Башҡортостандың Милли музейы ла Салауат Юлаев тураһындағы хәтерҙе һаҡлаған һәм киләсәк быуындарға уның хаҡында мәғлүмәтте еткереүсе булып тора. Музейҙа милли батырыбыҙ исеме менән бәйле уникаль экспонаттар тупланған, уға бағышлап, уның ғүмеренә, яу юлына һәм ижадына арналған күргәҙмәләр һәм башҡа саралар үткәрелә.
Әлеге мәлдә Милли музейҙа батыр образын заманса сәнғәттә кәүҙәләндереү (сағылдырыу) буйынса Төбәк-ара конкурс һөҙөмтәләренән сығып ойошторолған "Салауат - мәңгелек батыр" исемле үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй. Конкурсты ойоштороусы шулай уҡ Башҡортостандың Милли музейы. Экспозиция нигеҙенә һынлы сәнғәттә, графикала, биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә һәм башҡа техникаларҙа Салауат Юлаев образын художестволы интерпретациялау һалынған.
- Конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларынан 65 ғариза ҡабул ителеп, финалға 81 эш менән 50 оҫта үтте. Конкурс шарттарына ярашлы, һәр ҡатнашыусыға 1-ҙән 5-кә тиклем эшен тәҡдим итеү мөмкинлеге булды. Билдәле рәссам, тарихсылар, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе тәжрибәле белгестәр һәм музей хеҙмәткәрҙәренән торған жюри 15 оҫтаны еңеүсе итеп билдәләне, - тип белдерҙе конкурстың авторы һәм кураторы, Башҡортостан Милли музейы этнография бүлегенең фәнни хеҙмәткәре Гөлйемеш Ҡылысова.
Күргәҙмәлә еңеүселәрҙең һәм финалға сығыусыларҙың Салауат Юлаевтың күп яҡлы шәхесен тәрәнерәк аңларға, милли герой образының күп яҡлылығын һәм тәрәнлеген күрергә мөмкинлек биргән үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ 75 эше урын алған. Уларҙың һәр береһе батыр йәшәгән замандың рухын сағылдырған, заманса контекстан быуаттар төпкөлөнә күҙ һалырға мөмкинлек биргән сәнғәт өлгөләре.
Конкурс дүрт номинация - биҙәү-ҡулланма (биҙәү-ғәмәли) сәнғәте, скульптура һәм пластика, һынлы сәнғәт һәм графика, сувенир продукция буйынса уҙғарылды. Һәр номинацияла 3 урын ҡаралып, еңеүселәргә аҡсалата премия тапшырылды. Еңеүселәр билдәләүенсә, бындай наградалар илһам өҫтәй, артабан ижад итеү өсөн көслө стимул булып тора һәм яңынан-яңы үрҙәр яуларға дәртләндерә.
"Сувенир продукцияһы" номинацияһында 1-се урын яулаған Рәшиҙә Миңлеғолова конкурсҡа "Ҡолаҡсын бүрек" брелогын, "Бүрек" магнитын һәм "Салауаттың яугиры - уҡсы" ҡурсағын тәҡдим иткән.
- Конкурсҡа "Салауаттың яугиры - уҡсы" исеме аҫтында махсус эшләнгән ҡурсаҡ тәҡдим иттем. Уның өсөн мин шул ваҡыттағы яугирҙарҙың хәрби ҡоралдарын, кейемдәренең ниндәй булыуын ентекле өйрәндем һәм эшемдә һынландырҙым. Был, үҙ сиратында, балаларға һәм ололарға милли геройыбыҙ йәшәгән осорҙо күҙ алдына баҫтырырға булышлыҡ итә, яугирҙар тураһында белемде киңәйтә. Ғөмүмән, балалар өсөн генә түгел, ә ололарға ла милли кейемдәге ҡурсаҡтар башҡорт халҡы тураһында төплө мәғлүмәт биргән сығанаҡ булып тора. Ошо эшкә тотонған ике йыл ярым эсендә 450-нән ашыу башҡорт милли кейемендәге төрлө ҡурсаҡтар эшләнем. Улар бер-береһен ҡабатламай, һәр береһенең иҫәп һаны бар. Ҡул эштәремдең республика ғына түгел, ә Рәсәй, сит ил коллекционерҙарында ла булыуы, үҙебеҙҙең милләт тураһында бик күптәрҙе таныштыра алыу мөмкинлеге менән ғорурланам, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Рәшиҙә Суфиян ҡыҙы.
Конкурс ағасҡа һүрәт төшөрөп, ағасты һырлап, ағасты яндырып биҙәктәр эшләнгән, фелтинг техникаһындағы ҡул эштәре, биҙәкле декоратив тәрилкәләр, Салауат Юлаев һыны төшөрөлгән шыршы уйынсыҡтары һәм перәниктәр, батырҙың ғүмер юлының төрлө осорон кәүҙәләндергән картиналар, футболка һәм башҡа төрлө сәнғәт әҫәрҙәренең төрлөлөгө һәм күплеге менән хайран итте. Милләттәштәребеҙҙең һәм төбәктә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренең Салауат Юлаевҡа ҡарата булған ихтирамы һәм тарихҡа иғтибары шатландыра. Уның быуаттар төпкөлөнән килеп еткән батырлыҡ, сәсәнлек һәм тыуған иленә ҡарата булған һөйөү осҡоно, тимәк, бөгөнгө замандаштарыбыҙ күңелендә лә йәшәй һәм дөрләй.
"Салауат - мәңгелек батыр" күргәҙмәһе Башҡортостандың Милли музейында эшләүен дауам итә. Һоҡланғыс ижад әҫәрҙәре менән танышырға саҡырабыҙ.
Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА