Рәсәй Президенты Владимир Путин сығышы һайын тиерлек ғаилә ҡиммәттәрен социаль сәйәсәт өлкәһендәге иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе тип атай һәм беренсе урынға ҡуя. Һәм был юҡтан ғына түгел. Ғаиләләрҙең тарҡалыуы бөгөн ҡот осҡос хәлгә килеп терәлде. Федераль статистика хеҙмәтенең ошо бер генә мәғлүмәтен алып ҡарайыҡ: быйылғы йыл башынан апрелгә тиклемге арала ғынала 210 215 никах теркәлгән булһа, айырылышыуҙар һаны 3 меңгә артып киткән һәм 213 332 ғаилә юҡҡа сыҡҡан.
Күптән түгел генә әле теркәлгән никахтар һаны менән айырылышыуҙар һаны бермә-бер тиңләшә башлағайны. Күренеүенсә, хәҙер инде ошо нисбәттең "емерелеү" тигән күңелһеҙ, ә бәлки, хәүефле яғы "иркенлеккә" сығып, күҙ эйәрмәҫ тиҙлек алды. Эйе, бындай хәл бер бөгөн генә башланманы, һуңғы сирек быуат буйына быҫҡыны, ләкин яҙмыштарҙы көйҙөргөс ялҡынға әйләнмәҫ элек дәүләт кимәлендә ҡоро хәбәр һөйләүҙән башҡа бер эш тә башҡарылманы.
Айырылышыуҙарҙың сәбәптәренә туҡталып тормайынса (сөнки ул үҙе генә лә күп томлыҡ тема), Рәсәй Финанс министрлығының ошо "янғын" афәтен үҙ мәнфәғәтенә бороп, аҡса эшләргә ниәтләнеүен алып ҡарайыҡ, булмаһа. Әгәр финансистарҙың планы бойомға ашырыла ҡалһа, айырылышыуҙар ҡиммәткә төшәсәк: никахты тарҡатыу өсөн дәүләт пошлинаһы хаҡын ... һигеҙ тапҡырға арттырыу тәҡдим ителә! Йәғни 650 һумдан 5 меңгә тиклем. Бындай һандар, әлбиттә, бюджетты нисек тулыландырырға белмәй, ҡайҙан кемде йолҡҡоларға тип баш ватҡан финансистарға әлеге 213 мең айырылышыу ғына ла миллиардтан ашыу "файҙа" килтерәсәк бит! Былай тип әйтергә тел дә әйләнмәй, әлбиттә, ләкин парадокстар заманында йәшәйбеҙ бит, аптырарға түгел. Әлеге Министрлыҡ иҡтисадсылары ла, бәлки, "бер ҡатлылыҡтары" менән госпошлинаға хаҡ арттырыуҙың айырылышыуҙарға тотҡарлыҡ яһау ихтималлығын күҙҙә тоталыр, тик был ниәттең барыбер үҙен аҡламаҫы көн кеүек асыҡ. Социаль селтәрҙәрҙә һәм киң матбуғат сараларында барған бәхәстәр ҙә шул турала һөйләй.
Мәҫәлән, демограф Алексей Ракша "Московский комсомолец" гәзитенә биргән интервьюла раҫлауынса, был сараның ғаиләләрҙе һаҡлауҙа һәм тыуымды арттырыуҙа файҙаһы булмаясаҡ. "Дәүләт пошлинаһын һигеҙ тапҡырға арттырып, тыуым күрһәткесен һигеҙ тапҡырға күтәреү мөмкин түгел. Киреһенсә, бындай "кәртә" ҡуйыу тыуымдың кәмеүенә генә килтерәсәк," - ти ул. Ысынлап та, ғаилә башлыҡтары айырылышырға ҡарар иткән икән, тимәк, уларҙың ярашып, килешеп китеү осраҡтары һирәк, сөнки статистик мәғлүмәттәр ысынбарлыҡтан алынған бит. Икенсе яҡтан, айырылышыуҙың ҡиммәткә төшөүе (был осраҡта мораль йәһәттән генә түгел) кемдәрҙелер никахһыҙ ғына йәшәргә этәрмәҫ тип кем әйтә ала? Бөгөн бындай гражданлыҡ никахтары былай ҙа киң таралған.
Демограф фекеренсә, илдә тыуымды арттырыуҙа һәм шул уҡ ваҡытта ғаиләләрҙе һаҡлауҙа ла ғаиләләргә финанс ярҙамы ғына булышлыҡ итә ала. Мәҫәлән, шундай иҫәп тә бар: ғаиләләге һәр икенсе һәм өсөнсө тыуған балаға 1,5-2 млн түләгән хәлдә илдәге халыҡ һаны 15 процентҡа артасаҡ. Рәсәй ошо йүнәлештә тәжрибә туплай. Бөгөн икенсе балаға Әсәлек капиталы түләү һәм өсөнсөһө тыуғандан һуң ипотеканы ҡапларға 450 мең һум субсидия биреү сараһы ғына ла өс йыл эсендә 100 мең сабыйҙың донъяға килеүенә булышлыҡ иткән. Ошо юл менән барғанда, ти демограф, Рәсәй Европа илдәре араһында алдынғы урынға сығасаҡ.
Шулай була күрһен, тип теләйек, сөнки ғаиләлә атай менән әсәй мөнәсәбәттәрен бәйләп тороусы тап ана шул балалар ҙа инде. Күп балалы ғаиләләрҙә атай менән әсәй уртаҡ хәстәр һәм маҡсаттар менән берегеп йәшәй, уларға бер-береһенән "кер" эҙләү, тормоштарында иң ҡәҙерле булған сабыйҙарын илатып, айырылышыу хаҡында уйлау, ғаиләне ташлап китеү баштарына ла килмәйәсәк. "Балалы өйрәк күлдән китмәҫ", тигән бит халҡыбыҙ ҙа.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА