Мин Көнбайыш Себерҙә эшләгән дәүерҙә, 2000 йылдың мартында, "Когалым хәбәрҙәре" гәзитендә "Валерия Порохова: "Ҡөрьәнде тәржемәләргә 12 йыл кәрәк булды" тигән баш аҫтында мәҡәлә баҫылды. Журналист Валерий Рябиков унда тәржемәсе Валерия Михайловна Порохова менән бик ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора. Бындайыраҡ әңгәмәләрҙең береһе 2023 йылдың апрелендә "Киске Өфө"лә лә баҫылып сыҡҡайны. "Когалым хәбәрҙәре" гәзитендәге яҙма күләме һәм эстәлеге яғынан тулыраҡ булыуы менән әһәмиәтле, тип уйланым һәм уны тәржемәләп, "Киске Өфө" уҡыусыларына тәҡдим итергә ниәтләнем.
"Бер нисә көн элек Когалымда Рәсәй мосолмандары араһында иң популяр кеше - Валерия Михайловна Порохова ҡунаҡта булды. Ул Сталин репрессиялары йылдарында атылған урыҫ дворяны ҡыҙы. Ире - Мөхәммәт Сәйед Әл Рәшид - Дамаск университеты шәриғәт факультетын һәм Мәскәү инженер-төҙөлөш вузы аспирантураһын тамамлаған Сүриә гражданы. Уларҙың ике еткән улдары бар. Валерия Михайловна бер нисә сит ил академиялары академигы итеп һайланған, инглиз, немец, ғәрәп телендә еңел аралаша. Рәсәй ҡатыны тарафынан атҡарылған Ҡөрьән тәржемәһе мәғәнәһе яғынан дөрөҫ булыуы менән уға донъяла билдәлелек килтерә. Валерия Михайловна Исламға табынған беренсе урыҫ тәржемәсеһе.
Валерия Михайловна, һеҙ күп ҡалаларҙа, илдәрҙә булғанһығыҙ, данлыҡлы кешеләр, ҙур рухани әһелдәр менән осрашҡанһығыҙ, Когалым менән сағыштырғанда нимә әйтер инегеҙ?
- Мин туң һаҙлыҡтар араһындағы күркәм сюрпризды көтмәгән инем. Когалым мине үҙенең йөҙө менән арбаны. Бында йәшәү иҫ киткес күңелле. Миңә мәктәп, балалар баҡсаһында булырға мөмкинлек бирҙеләр. Бында балаларға Мәскәүгә ҡарағанда иғтибар күберәк. Ҡаланың энергетик климаты яҡшы.
Беҙҙең гәзитте уҡыусыларыбыҙ Һеҙҙең менән яҡыныраҡ танышырға теләр ине.
- Мәскәүҙә, ваҡыты менән Дамаскта йәшәйем. Сит телдәр институтын тамамланым, дипломды инглиз телендә яҡланым, артабан инглиз теленең синхрон тәржемәсеһе булып эшләнем. МИФИ-ҙа уҡыттым, бер үк ваҡытта МДУ-ның фәлсәфәүи факультеты дипломына эйә булдым. Әлеге ваҡытта ирем менән икебеҙ ҙә Әл-Фурҡан үҙәгендә эшләйбеҙ. Беҙҙең төп шөғөлөбөҙ - мосолмандарҙың аң-белемен үҫтереү, Ҡөрьәнде һәм Бәйғәмбәр хәҙистәрен нәшер итеү.
Когалымлылар алдындағы бер сығышығыҙҙа билдәле кешеләрҙең Исламға күсеүе тураһында әйткәйнегеҙ: француз фәйләсуфы Роже Гароди, киноартист Умар Шәриф, ғалим Жан-Жак Кусто һ.б. Бына Һеҙ ҙә Исламға инанғанһығыҙ. Был нисек килеп сыҡты?
- Кешеләрҙең күбеһе Исламға Ҡөрьәнде уҡып күсә. Ул виртуоз Яҙма, кешене арбай һәм уны үҙгәртеп үк ҡора. Минең Исламға күсеүемә мин йәшәгән мосолман мөхите һәм Изге Китаптың йоғонтоһо ҙур булды. Шулай уҡ беҙҙең бөтәбеҙҙең дә - йәһүдтәр, христиандар, мосолмандар, буддасыларҙың асылда бер үк Аллаһы Тәғәләгә ышанғаныбыҙҙы аҡлау ҙур әһәмиәткә эйә булды. Инанған кеше өсөн Аллаһы Тәғәлә - ул Йыһан Тәңреһенең суперкөсө, супераҡылдың кодланған исеме. Һәр кеше Хоҙайға инаныу менән донъяға килә. Кешеләрҙе тик инаныуҙың структураһы ғына айыра. Әгәр һеҙ ерҙә Алланы кәүҙәләндереүсе итеп Христосты һанайһығыҙ икән - һеҙ христиан. Әгәр һеҙ ерҙә супераҡылдың булыуын инҡар итәһегеҙ, ә ергә Алла ебәргән Бәйғәмбәрҙең тәғлимәтенә ышанаһығыҙ икән, тимәк, һеҙ, моғайын, мосолман. Әммә мосолмандың теләһә кеме Хоҙай ергә ебәргән Ғайса бәйғәмбәрҙең бөйөк миссияһына ышанмай икән, ул ысын мосолман тип һаналмай.
Һуң бөтә диндәр ҙә Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән бит?
- Шуны күҙҙә тоторға кәрәк: элек Алланың ергә ебәрелгән бәйғәмбәрҙәренең функциялары киңлек-ваҡыт, милләт һ.б. факторҙар тарафынан сикләнгән. Шунан сығып, ваҡыт үтеү менән Изге Яҙмаларҙа бәйән ителгән белемдең үтәлеше тамамланғас, улар үҙ вазифаһын тамам үтәгәс, әҙәби ҡомартҡыға әйләнгән. Бөтә васыяттарҙың (заветы) артыҡ үҫеше (гипертрофия) наҙанлыҡтан килеп сыға - кешелек донъяһы үҙенең үҫешендә юғарыраҡ кимәлгә күтәрелһә, яңы яҙма мөрәжәғәткә (послание) ихтыяж барлыҡҡа килә. Бына шулай Тәүратҡа (Тора) алмашҡа Иҫке Ғәһед (Ветхий завет), уға алмашҡа Яңы Ғәһед (Новый завет), ә уға алмашҡа Мәңгелек Ҡөрьән төшөрөлгән. Ҡөрьәндәге ғилми белем шаҡ ҡатыра. Ә күпме йәшерен асылы (кодтар) әле асылмаған!
Дамаскта ирем Ҡөрьән уҡырға тәҡдим итте, Бөйөк Китап мине шул тиклем ылыҡтырғас, мин ғәрәп телен өйрәндем һәм 12 йыл ғүмеремде уны ысын күңелдән урыҫ теленә тәржемә итеүгә һәм уға комментарийҙар төҙөүгә бағышланым.
Һәр хәлдә, төрлө диндәр йәшәүен дауам итә ...
- Шуны аңлағыҙ, халыҡтарҙы Аллаға ышаныу айырмай, ә шул инаныуға кәрәгенән артыҡ ер структуралары өйөмө айыра. Лука Инжилында: "Үҙ-ара бүлешмәгеҙ, сөнки эсендәген бүлешкәнлектән өй юҡҡа сыға",- тигән. Мин Библияны бик яратам, Тәүратты гүзәл әҫәр тип һанайым, ә Ҡөрьән буйынса йәшәргә тырышам. Шул уҡ ваҡытта Бөтә Изге яҙмалар бер ҡулдан ебәрелгән икәнен аңлайым, алда әйтелгәнсә, киңлек-ваҡыт һәм милли нескәлектәр менән. Кешеләр дөрөҫ юлға баҫһындар тип, Алла ергә бәйғәмбәрҙәр ебәргән, Хәбәр артынан Хәбәр төшөргән, ә халыҡтар шуларҙан дин эшләгән. Улай ғына ла түгел, кешеләр көлкөгә ҡалдырмаған бер генә бәйғәмбәр ҙә ҡалмаған.
Валерия Михайловна, Һеҙ Ҡөрьәнде ғәрәпсәнән тәржемәләгәндә төп нөсхәһенме, әллә башҡа тәржемәләрҙе ҡулландығыҙмы?
- Параллель рәүештә барыһын да ҡулландым.
Рәсәйҙә Ҡөрьәндең урыҫ теленә әйләндерелгән башҡа тәржемәләре бармы?
- Ундай 10-ға яҡын тәржемә бар. Минең тәржемә шиғри юлдар формаһында атҡарылған. Текстың аң-аҡылын һаҡлап ҡалыу минең ирем һәм Ислам ғалимдары тарафынан ентекләп тикшереү аҫтында барҙы. Беҙҙең Рәсәйҙә Г.С. Саблуков*, Д.Н. Богуславский, И.Ю. Крачковский, М.О. Османов һ.б. иң билдәлеләре һанала. Сағыштырғанда, мәҫәлән, Англияла инглиз телендә сыҡҡан Ҡөрьәндең 106 тәржемәһе бар.
Тотороҡло фекер йәшәй: Ислам - урта быуат дине, ҡатындарҙы түбәнһетә, күп бисәлеккә өгөтләй, йыһат һуғышына өндәй ...
- Ислам белеме етмәү һәм аңламау - йәмғиәттең етди проблемаһы. Беҙҙә 26 млн Исламға бирелгән кеше һанала. Рәсәй - христиан-мосолман иле, шул уҡ ваҡытта Ислам христиан диненә ҡарағанда 150 йыл алда Рәсәйгә индерелә. Әммә халыҡтың күпселеге генә түгел, мосолмандарҙың күбеһе Исламды белмәй, наҙанлыҡта ҡала. Урта быуат мәҙәниәтле кеше, әлбиттә, Ҡөрьәндә үҙенең менталитетына тура килгәнен генә таба һәм аңлай алыр. Хәҙерге заман мәҙәниәтле кеше Ҡөрьәндә үтә юғары аң-белемде асыр. Яҙмала бөтә нәмә кодҡа һалынған һәм уларҙы уҡыу асҡысы булып һеҙҙең шәхси интеллект һәм мәҙәни кимәлегеҙ тора. Әгәр һеҙ фәнни-техник прогресҡа әҙер булһағыҙ, Ҡөрьәндә күҙалланған ғилми асыштарҙы күрерһегеҙ. Миндә билдәле Канада ғалимы - эмбриолог, медицина өлкәһендә Нобель премияһы лауреаты Кейт Мур ҡунаҡта булғайны. Ул: "Әгәр мин Ҡөрьәнде 20 йыл элек уҡыған булһам, 20 йыл элек Нобель премияһын алған булыр инем", - тине. Ҡөрьән тикшеренеү өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ майҙан **.
Ислам үҙ иркең менән донъянан китеүгә ҡәтғи рәүештә ҡаршы. Ул уңайлы, матурлыҡта һәм шатлыҡта йәшәргә саҡыра. Ҡара кейем, пәрәнжә, аскетизм Исламға тура килмәй. Шәхсән мине Ислам һоҡландыра. Был диндең баһаһы нимәлә? Тәрбиә мәсьәләһен генә алғанда ла, был тәрбиә емештәрен мин ғәрәп илдәрендә бик күп күрҙем. Унда эскесе ирҙәр юҡ, тирә-яҡта идеаль таҙалыҡ, хәйерселек юҡ. Унда мосолмандарға хәйерсе булырға мөмкинлек бирмәйәсәктәр. Ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә, бер генә дин дә ҡатын-ҡыҙға шул тиклем киң хоҡуҡ бирмәй. Ғәрәп ҡатыны яҡшы кейенә, косметиканы дөрөҫ ҡуллана, тәрбиәле.
Даны сыҡҡан полигамияға ҡарата шулай уҡ аныҡ-тарихи күҙлектән ҡарарға кәрәк. Ҡөрьән һәр мосолманды дүрт ҡатын алырға мәжбүр итмәй. Ҡөрьәндең ҡатын-ҡыҙ тип аталған дүртенсе сүрәһе, минеңсә, мосолмандарҙың инаныу ҡағиҙәләре уставы һәм конституцияһы булып тора. Унда һуғышта ҡәбилә ирҙәренең һәләк булыуы проблемаһы ҡарала. Бындай осраҡтарҙа көн тәртибенә күп ҡатынлылыҡты законлаштырыу баҫа. Ул күпселек тол ҡалған ҡатындарға һәм егеттәрен юғалтҡан еткән ҡыҙҙарға ғаилә ҡорорға һәм бала табырға мөмкинлек бирә ***.
Валерия Михайловна, ә һеҙҙең ирегеҙҙең икенсе ҡатын алғанын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?
- Намыҫ менән әйткәндә, юҡ. Бының өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ, сәбәп күрмәйем. Мин ҡот осҡос ҡиәфәтле һәм аңһыҙ түгелмен, улдар тапҡанмын һәм өйөмдө арҙаҡлы кешеләр өсөн асыҡ тотам. Минеңсә, беҙ еңел аҡыл менән билдәле аятты рисәлә итеү хәлендә түгелбеҙ: икенсе, өсөнсө ҡатын алығыҙ, әммә ғәҙеллекте һаҡлау яғынан һеҙҙә ҡурҡыу тыуһа, ҡатының фәҡәт берәү булһын. Ә был планда ғәҙеллекте бер нисек тә һаҡлап булмаясағы көн кеүек асыҡ икән, ниңә тағы икенсене алырға?
Мосолман йә христиан ҡатыны булһынмы, уныһы мөһим дә түгел, уларҙың үҙенең иренең берҙән-бере булырға теләмәгәне юҡ.
Һеҙ һуғыштар, йыһат тураһында нимә әйтерһегеҙ?
- Иҫегеҙгә төшөрәйем, Ислам һүҙе именлекте, тыныслыҡты аңлата, Ислам дине - ул тыныслыҡ дине. Дин белгесе булып "һаташҡан" мосолмандар йыһатты "изге һуғыш" тип нарыҡлай. Ә ысынында иһә аңдың беренсе дәрәжәһендә йыһат - ул Хоҙай юлындағы тырышлыҡ, иң алда - инаныу уставын белеү: кеше мотлаҡ һаҡларға тейеш васыяттар һәм тыйыуҙар. Йыһаттың икенсе дәрәжәһе - яныңда торғанға белемеңде биреү, Исламға йәлеп итеү. Ҡылыс һәм ут менән түгел, "ә аҡыллы һәм яғымлы һүҙҙәр менән Аллаға ылыҡтырығыҙ, ризаһыҙҙарҙы телмәрегеҙҙең йомшаҡлығы менән ышандырығыҙ. Әгәр ҙә улар һеҙҙе аңламаһа, "тыныслыҡ" тип әйтегеҙ ҙә янынан китегеҙ". Йыһаттың бөтә методикаһы шунда инде. Уны ҡапма-ҡаршы мәғәнәлә боҙғандар: "Теләмәйһең икән - мәжбүр итербеҙ", - тиҙәр. Ә Ҡөрьәндә ап-асыҡ әйтелгән: Алланың эше өсөн тик һиңә ҡаршы менән генә көрәш, мөмкин булғандың сигенән сыҡма, Алла бер ниндәй хыянатҡа түҙемлеккә юл ҡуймай. Йыһатты аңлауҙың өсөнсө дәрәжәһе - үҙеңде һаҡлау. Ҡөрьәнгә ярашлы, беренсе булып агрессия башлау мөмкин түгел, ҡәтғи тыйыла.
Валерия Михайловна, әңгәмәнең аҙағында үҙегеҙ тураһында бер нисә һүҙ. Нимә менән мауығаһығыҙ, ниндәй аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирәһегеҙ, кешенең ниндәй сифаттарын иң алға ҡуяһығыҙ?
- Бөтә тәмле аҙыҡты: балыҡ, еләктәрҙе, йөҙөргә, шахмат уйнарға яратам, күп уҡыйым, хәҙистәр өҫтөндә эшемде дауам итәм. Элеккесә әйткәндә, ижтимағи эштәр - лекциялар, юлда йөрөү күп ваҡытты ала. Кешеләрҙә аҡыл, унан да алда намыҫлылыҡҡа өҫтөнлөк бирәм. Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, кем дә кем инана һәм яҡшылыҡ эшләй, Алла һис шикһеҙ уны йылғалар һуғарған Баҡсаларға индерер.
Былары - минең өҫтәмәләр:
* Ҡаҙан Дини академияһы профессоры, күренекле ғалим, Рәсәйҙә беренсе булып Ҡөрьәнде ғәрәп теленән тура урыҫ теленә тәржемә иткән Г.С. Саблуковтың (1759-1835) атаһы Архангел районы үҙәгендәге сиркәүҙә дин әһеле була. Сиркәү 1786 йылда төҙөлөп бөтә, ул Башҡортостандағы 220 сиркәү араһында иң олоһо.
** Беҙҙең мәшһүр ғалимыбыҙ, фи-зика-химия һәм химик технологиялар өлкәһендәге химия фәндәре докторы Нәжип Хәтмулла улы Вәлитов (Өфө ҡалаһы 9-сы башҡорт мәктәбен һәм Нефть институтын тамамлаған) элек билдәһеҙ 6 тәбиғәт хәлен асҡан һәм 12 яңы теория уйлап тапҡан. Был яңы тәбиғәт хәлдәре кешелек донъяһында әлеге 3 Изге Китап барлыҡҡа килгәндән 1000 йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә асыла. Шуға күрә кешелектең рухи сығанаҡтары материяның төҙөлөшө һәм үҙенсәлеге тураһында фундаменталь ғилемдән боронғораҡ булып сыға. Быға тиклем фундаменталь ғилем диндә абруй яулай алмай ине. Нәжип ағайыбыҙҙың монографияһындағы фәндең 5 өлкәһенә таянған асыштары тәбиғәт хәлдәрен дини китаптарҙағы сығанаҡтар менән сағыштырып, уларҙың дөрөҫлөгөн иҫбат итә һәм диндарҙар араһында фәндең абруйын күтәрә. Уның монографияһы тураһында донъяның 64 илендә мәғлүмәт баҫыла, Рим Папаһы Иоанн Павел II тарафынан маҡтауға лайыҡ була һәм Тәлғәт Тажетдин хәҙрәттең хуплауына ирешә.
*** Әлегә мин ағайыбыҙҙың асыштарының береһе булған "тере" һәм "үле" һыу тураһындағыһына ғына туҡталам, сөнки был төшөнсәләр беҙҙең "Урал-батыр" эпосында ла яңғырай. Ҡөрьәндә, шулай уҡ Инжилда һәм Тәүратта әйтелгәнсә, ямғыр һыуы "үле" ерҙе һәм үҫемлектәрҙе терелтә. Нәжип ағай Изге Китаптарҙа "тере" һәм "үле" һыу бүтән исемдәрҙә нарыҡланған булыуын раҫлай. Ерҙәге хайуандарҙа һәм үҫемлектәрҙә "үле" һыу миҡдары 20-30 процент тәшкил итә, бындай һыуҙы ул "термодесорб", ҡалған 70-80 процентын "изотермодесорб" тип атай, уныһы "тере" һәм иркен һыуҙар. "Термодесорб" һыу ергә ныҡ йәбешә һәм хәрәкәтһеҙ була, ә "изотермодесорб" тигәне юғары хә-рәкәтсән, ергә һәм тереклек күҙәнәктәренә йәбешмәй, тереклектә матдәләр алышыуын тәьмин итә, иркен һыу уның резервы булып тора. Ямғыр һыуы иркен һыу булараҡ, ерҙә "изотермодесорб"ҡа әйләнә һәм һөҙөмтәлә ямғырҙан һуң ер терелә, үҫемлектәр үрсей башлай. Тимәк, бының шарты: тупраҡта һыу кимәле 20-30 проценттан артһа ғына үҫеш башлана. Минең шәхсән һығымта: баҫылған "Урал-батыр" эпосы һәм тирә-яҡ мөхит" тип аталған мәҡәләмдә (Ватандаш, № 2, 2018) эпостың барлыҡҡа килеү ваҡытын иҫке эраның аҙағы (дүрт быуат) - яңы эраның башы (дүрт быуат) тип фаразлаған инем, тимәк, эпосыбыҙҙа "тере" һыу Изге Китаптарҙан да элек билдәле булған. Шулай итеп, "Урал-батыр" эпосы башҡорттоң үҙенең Изге Китабы тип һанала ала.
Геология-минералогия фәндәре кандидаты, техник фәндәр докторы, Рәсәй Тау фәндәре академияһы академигы
Эрнст ЮЛБАРИСОВ
әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА