«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАМ ӨСӨН ЙӘЛ ТҮГЕЛ. БЫНДАЙ ҠАРАШ ДӨРӨҪМӨ?
+  - 

"Балам өсөн бер нәмә лә йәл түгел, барыһын да уның өсөн эшләйем", тип йәшәүсе ата-әсәләр позицияһы дөрөҫмө? Ғаиләлә баланы үҙәккә ҡуйыу, уны өйҙөң бәләкәй бойороусыһына әйләндереүҙең эҙемтәләре ниндәй булыр? Һорауҙар күп. "Нисек грамоталы ата-әсә булырға" тигән мәҡәләһендә Навзат Тархан түбәндәге төп кәңәштәргә туҡталып китә:

- Тәү сиратта баланы танып белегеҙ. Баланың һәр йәшенә хас психосоциаль үҙенсәлектәр бар. Ошо үҙенсәлекле осорҙарҙы белеү кәрәк, шул саҡта һеҙ баланың рухи һәм физик талаптарына яраҡлы эш итергә өйрәнәсәкһегеҙ. Йәғни һеҙ балаға кәрәкмәгән әйберҙәр менән уның башын ҡаңғыртмаясаҡһығыҙ, кәрәкмәгән һорауҙар бирмәйәсәкһегеҙ.
Балаға шәхес булырға мөмкинлек бирегеҙ. Бала - беҙҙең сабыйыбыҙ, әммә ул беҙ түгел. Ул икенсе, айырым кеше, шунлыҡтан ата-әсә уның айырым шәхес булыуын танырға тейеш.
- Һығылмалы булығыҙ. Сабыйҙарҙың ғәҙәттәре төрлө. Күп кенә осраҡта: "Мин атайым эшләгәнде үк эшләйем, бер ҡасан да бының насарлығын тойғаным юҡ", - тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Әммә ғаиләлә биш бала булған осраҡта ла, уларҙың һәр береһенең үҙ үҙенсәлектәре бар.
Иғтибарлап тыңлай белегеҙ. Баланың һүҙен аҙағына тиклем тыңлап бөтөргә, һөйләшкән ваҡытта күҙҙәренә ҡарап торорға, ризалыҡ белдереп, башығыҙҙы һелкеп хупларға, һүҙ араһында һорауҙар бирергә лә кәрәк.
Диалог алып барығыҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйлау өсөн шәхесте баҫыу йә абруйыңды эшкә ҡушыуға ҡарағанда диалогтың әһәмиәте ҙурыраҡ булыуын аңларға кәрәк.
- Ғаилә эсендә йыйылыштар ойоштороғоҙ. Бергәләшеп ваҡыт уҙғарыу бик кәрәк. Ул ғаилә ағзаларын яҡынайта, сөнки улар бер-береһенең шатлыҡ-ҡайғылары тураһында ишетә. Был ғаилә йыйылыштарының нисә тапҡыр үткәрелеүе мөһим түгел, уларҙың ғаилә ағзаларына файҙалы булыуы кәрәк.
Балағыҙҙың дуҫтары ниндәй булыуын белегеҙ. Өс йәше тулғандан һуң сабый тормошонда дуҫлыҡ иң мөһим ролдәрҙең береһен уйнай башлай. Ул донъяны дуҫтары менән бергә уйнау аша танып белә. Баланың дуҫтарын тәнҡитләргә ярамай, ә өйөгөҙгә саҡырып, улар менән яҡынданыраҡ танышырға кәрәк. Дуҫтарын кәмһетеп ҡарау баланы һеҙҙән ситләштереп ҡуйыуы бар, ул осраҡта сабыйығыҙ барлыҡ эштәрен дә һеҙҙән йәшерә башлауы мөмкин.
- Ғаилә йылыһын бүлегеҙ. Бала өсөн көтөлмәгән ваҡытта йылмайыу уның күңелендә ышаныс һәм эҫенеү тойғоһо уятасаҡ. Шулай уҡ сабыйығыҙ ныҡ ҡурҡҡан йә булмаһа, тулҡынланған ваҡытта уның ҡулдарын усығыҙға алығыҙ. Физик ҡағылыуҙар бала күңелендә ышаныс тойғоһон уята, онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра. Мөхәббәт хөкөм иткән өйҙә ата-әсәнең абруйы арта, уларға ҡарата хөрмәт үҫә генә бара. Сабый ата-әсәһенең һөйөүен юғалтмаҫ өсөн генә лә яҡшы эштәр башҡарасаҡ. Мөнәсәбәттәре һөйөү менән һуғарылған ғаиләлә үҫкән бала тормошта күберәк уңыш ҡаҙана.
Балаға көсө еткәндәй генә эштәр йөкмәтегеҙ. Уңыш тәмен тойоп, үҙаллылыҡты белеп, кәрәк тиклем һеҙҙән бойондороҡһоҙ булырға өйрәнһен өсөн балағыҙға уның хәленән килерҙәй өй эштәре ҡушығыҙ, ара-тирә магазинға ебәрегеҙ. "Уның эштәренән миңә ниндәй ярҙам булһын инде", тимәгеҙ.
Иғтибарығыҙҙы проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтегеҙ. Ниндәйҙер проблема килеп тыуа ҡалһа, юғалып ҡалыу һәм тулҡынланыу, беренсе ҡыйынлыҡ ваҡытында ҡойолоп төшөү урынына уны тыныс ҡына сисергә тырышырға кәрәк булыуын балаға яҡшылап аңлатырға кәрәк. Оло кешенең тормош һабаҡтары - бала өсөн хазина. Әммә бойороу тактикаһы урынына кәңәшсе позицияһында туҡталығыҙ.
- Һеҙ бала өсөн өлгө булыуығыҙ тураһында онотмағыҙ. Бала һеҙгә ҡарап, баһа биреп: "Минең дә ата-әсәйем кеүек булғым килә", - тиеү ихтималы нисек? Уның өсөн өлгө булараҡ үҙегеҙҙе ни тиклем дөрөҫ тотаһығыҙ? Бала һеҙҙән өйрәнгәндә һөйләгән һүҙҙәрегеҙгә түгел, ә ҡылыҡтарығыҙға нығыраҡ иғтибар итеүен онотмағыҙ.
Хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшегеҙ. Ҡайғылы йә шатлыҡлы хәл-ваҡиғалар тураһында әңгәмәләшеү балала ғаиләгә эҫенеү тойғоһон уята. Ошо рәүешле ул ғаиләләге тәртиптәрҙе, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҙләштерә. Уға аҡыл өйрәтеү файҙа килтермәйәсәк. Бала менән аралашҡанда үҙегеҙ генә һөйләмәгеҙ, диалог кәрәк.
- Баланың ым-хәрәкәттәренә иғтибар итегеҙ. Балалар үҙ проблемаларын һүҙҙәр ярҙамында аңлата алмай. Ҡыҙыулыҡ, артыҡ теремеклек, ыҙғыш-талаш ойоштороу, алдыҡ, ашарға теләмәү, йоҡоһоҙлоҡ, ҡурҡаҡлыҡ, көнләшеү, мәктәптәге уңышһыҙлыҡтар, тотлоғоу, ҡаршы затҡа ҡарата хас булмаған ҡыҙыҡһыныу - былар барыһы ла проблемалар барлығы хаҡында һөйләй. Баланың был йәшерен депрессия сәбәптәрен һөйләп бирә белмәүен өлкәндәр дөрөҫ аңларға тейеш, бәлки, дауа кәрәк булыр.
- Дәртләндереүҙә лә, шелтәләүҙә лә алтын урталыҡты һайлағыҙ. Өй - ҡағиҙәләр территорияһы булырға тейеш. Мәҫәлән, хатта футбол уйнағанда ла ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән уйынсыға штраф һалына. Әгәр ҙә бала тыңлаусан, эшсән, аҡыллы икән, уның тырышлыҡтары һәм эштәре дәртләндереүгә лайыҡ. Тик был осраҡта баланың шәхесен түгел, ә эштәрен маҡтарға кәрәк. Ҡылған эштәре өсөн үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға һәм йәмғиәт ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәнеүе баланың алдына ҡуйылған талаптарҙы һәм сиктәрҙе аңлауы менән туранан-тура бәйле. Бала ҡылған ҡылыҡтарына ярашлы яуап бирергә һәм шелтә алырға тейеш.

"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.24 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru