«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43
Ноябрь
   44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә билдәләнгән Өләсәй һәм ҡартатайҙар көнө - ғаилә байрамы, сөнки был дата быуындар күсәгилешлеге символы, тәрбиә мәктәбе. Ошо ҡәҙерле кешеләрегеҙҙән күңелегеҙгә ниндәй тормош һабаҡтары, аҡыл һәм йола тәртиптәре һеңдерә алдығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕРҘӘМЛЕК ЕМЕШЕ
+  - 

Был фотолағы егеттәр Әбйәлил районы Үтәгән ауылында йәшәйҙәр. Әлеге мәлдә улар атай-олатайҙарына, өлкән ағайҙарына эйәреп, ямғырҙан һуң соҡор-саҡыры күбәйеп киткән ауыл юлдарын төҙөкләндереү эштәрендә ярҙам итә.

Сираттағы эш мәлендә бергәләп фотоға төшкәндәр ҙә инде. Аяҡҡа баҫып тороуҙары - ныҡ, башҡарған эштәренең мөһимлеген аңлауҙары күҙҙәрендә сағыла. Үҙҙәренә генә яраҡлы бәләкәй көрәктәренең дә булыуы, уларҙың эш рәтен белеп, ололарға ярҙамсы булып үҫеп килгән егеттәр икәнлектәрен әллә ҡайҙан күрһәтеп тора, афариндарҙың.
Берҙәмлектә - көс, тигән халҡыбыҙ. Ошо хәҡиҡәтте дәлилләп йәшәй Үтәгән ауылы халҡы. Ауылдың юлдарын төҙөкләндереү тураһында һүҙ сыҡҡас та, барыһы ла дәррәү генә йыйылып, йүнәтеп тә ҡуйған. Ауыл депутаты Рөстәм Мансуров етәкселегендәге өмәлә йәше-ҡарты ҡатнашҡан, ир-егеттәр техникаһын да тапҡан, үҙҙәренең эштәрен ситкә ҡуйып, ваҡыттарын да бүлгән. "Өс көн дауамында барған эштәр ауылдың йөҙөн генә йәмләп ҡалманы, ә юл йөрөүгә бәйле хәүефтәрҙе кәметте", ти урындағы халыҡ.
Үтәгән - ҙур һәм матур ауыл һәм әле булһа үҫеүен дауам итә. Олоһо-йәше өй-ихаталарын төҙөк һәм таҙа итеп тотоп йәшәй, барыһы ла ауыл һәм район тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауылдың киләсәге өсөн хәүефләнәһе түгел, сөнки бында берҙәм, дәррәү, эшлекле халыҡ йәшәй.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.24 | Ҡаралған: 585

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru