Миллионлы ҡалала ял һәм мәҙәниәт парктары ишәйеп китһә лә, улар тотош халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн бик аҙ, тиергә мөмкин. "Урал батыр"ға, "Төньяҡ амурҙары"на арнап, милли аллеялар кәрәк, тигәнде башҡорт йәмәғәтселеге күптән күтәрә.
Мәҫәлән, халҡыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштерергә мөмкин булған тарихи шәхестәре, айырым даталар һәм башҡа ваҡиғалар бик күп. Әммә бер "ләкин" бар - баҙнатһыҙлыҡмы ул, әллә йомшаҡлыҡмы, әллә эҙмә-эҙлелектең юҡлығымы, тик күп осраҡта даулап һүҙ башлайбыҙ ҙа, эште аҙағынаса алып барып еткермәйбеҙ. Әйтәйек, "Урал батыр" эпосына бағышланған аллея булдырыу тураһында ҡасандыр һүҙ алып барҙыҡ та, шунан ары китмәнек. Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына бағышлап, "Төньяҡ амурҙары" аллеяһын ойоштороу идеяһы күтәрелде лә, тағы онотолдо. Эйе, мәшәҡәтле һәм сығымлы проекттар буласаҡ улар, әммә туризмды үҫтерәбеҙ тип хыялланабыҙ икән, иҫәп нөктәһенең Өфөнән башланыуы насармы ни? Аҙ ғына хыялды эшкә егеп, мәҫәлән, шул уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһенә туристик маршрутты баш ҡалалағы "Урал батыр" аллеяһынан башлау хилафмы? Матур тәбиғәт ҡосағында ҡунаҡтарҙы эпостың персонаждары ҡаршы алһа, күлендә аҡҡоштар йөҙһә, өс - башҡорт, рус, инглиз телдәрендә эпостан өҙөктәр яҙылған стелалар ҡаршы алһа, артабан, бәлки, Башҡорт академия драма театрында "Урал батыр" спектаклен тамаша ҡылып, шунан ғына Шүлгәнташ мәмерйәһенә юл тотҡанда, донъяның теләһә ҡайһы төбәгенән килгән туристар ҙа мәмерйәне тәбиғи һәйкәл, тәбиғи ҡомартҡы итеп кенә түгел, башҡорттар кеүек үк, Кешелектең сығанағы тип ҡабул итер ине.
Йә булмаһа, "Төньяҡ амурҙары" аллеяһында башҡорт полктарының ҡаһарманлығын һүрәтләүсе асыҡ күк аҫтындағы музей йәиһә диорама эшләп, шулай уҡ туристарҙы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына "Төньяҡ амурҙары" балетына (әйткәндәй, "Урал батыр" һәм "Төньяҡ амурҙары" балеттары ҡасандыр ошо театрҙа ла ҡуйыла. Тимәк, уны тергеҙеү ихтыяжы бар һәм был бик кәрәк тә. Бер яҡтан, туристар милли мәҙәниәт менән дә яҡыныраҡ таныша, икенсе яҡтан, театрҙың милли "йөҙө" барлыҡҡа килә) алып барыу - маршруттың төп өлөшөн тәшкил итер ине.
Әлбиттә, кемдер был яҙмаларҙы хыял тип кенә ҡабул итер. Әммә, мәғлүм булыуынса, һәр нәмә лә был тормошта ике тапҡыр барлыҡҡа килә: тәүҙә - хыялда, икенсеһендә - ысынбарлыҡта...
Шәрифә САЛАУАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА