«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯБЫЛҒАН ИШЕККӘ ҠАРАП, АСЫЛҒАНЫНАН МӘХРҮМ ҠАЛМА!
+  - 

"Ҡарттар сынаяҡ киҫәгендә йәштәр ҙур көҙгөлә күргәнгә ҡарағанда ла күберәкте күрә", бер тигән аҡыл бар. Эйе, олоғая килә кешенең тормош тәжрибәһе арта, төрлө сәбәптәрҙең ниндәй эҙемтәләргә алып килеүен күҙәтеп, теге йәки был ваҡиғаның нимә менән тамамланыуын алдан тоя, һиҙемләй башлай. Беҙҙән алда йәшәгән халыҡтарҙың тарихын өйрәнеү кешенең һәм йәмғиәттең үҙ ғәмәлдәре әжерен татыуын күрһәтә: яҡшылыҡ сәскәндәр - яҡшылыҡ ура, яманлыҡ сәскәндәр - яманлыҡ ура. Киләсәккә ышаныс менән ҡарарға теләгәндәр үткән ваҡиғаларҙан, бай тәжрибә туплағандарҙың нәсихәтенән фәһем алырға тейеш.

Цивилизацияның үҫеүе халыҡтарҙың тормошон яҡшыртты: бөгөн кеше матди яҡтан тәьмин ителгән, тамағы туҡ, тормошона хәүеф янамай. Етеш, мул тормошта йәшәү өсөн кешелек бик оҙаҡ ваҡыттар тырышты һәм маҡсатына иреште. Әммә бының кире яҡтары ла бар. Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтә бәлә шунда: бер ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ. Күберәк байлыҡ тупларға, етеш, мул тормошта йәшәргә ынтылып, тормош ҡиммәттәре, кешелек ҡиммәттәре системаһының үҙгәреүен күрмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Бөгөн йәмғиәттең тормош ҡиммәттәре муллыҡҡа ҡоролған, бөтә нәмә аҡса, байлыҡ тирәләй әйләнә башлаған, әхлаҡи, рухи үҫеш кәрәк икәнен онотҡанбыҙ, рухи, милли, асыл ҡиммәттәрен юғалтҡанбыҙ.
"Баҫыу бер нәмә лә сәсмәүҙән генә түгел, насар орлоҡ сәсеүҙән дә боҙола",- тип яҙҙы урта быуаттарҙа йәшәгән ғалим имам Раббани. Эйе, тормошобоҙға, йәшәйешебеҙгә Көнбайыш илдәренең йәшәү принциптары, ҡиммәттәре килеп инеп, кешелеккә насар орлоҡтар сәскәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Бер-береңде хөрмәт итеү, ихтирамлы булыу, ярҙамсыллыҡ, дуҫлыҡ, киң күңеллелек, ихласлыҡ кеүек кешелек сифаттарыбыҙ үҙ-ара конкуренцияға, көнләшеүгә, күрә алмаусанлыҡҡа әйләнде. Милли асылыбыҙҙың, йәшәйештең нигеҙе ҡаҡшаны, яуаплылыҡ юғалды, кешелә вайымһыҙлыҡ артты. Яуаплылыҡтан ҡасып, ситтән генә күҙәтеүселәр һәм кешеләр эшләгән эште кире баһалаусылар, тәнҡит утына тотоусылар, башҡорт халҡының милли үҙенсәлектәренә, тойғоларына тотоноп, үҙ мәнфәғәте өсөн генә йөрөүсе әҙәмдәр күбәйҙе.
Кешелек өсөн ошондай ауыр һынау осоронда милләтебеҙҙең киләсәге, милли асылы, теле өсөн көрәш майҙанына сыҡты сая, тәүәккәл, илһөйәр, телһөйәр башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һәм "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына берләшеп, киләсәгебеҙ өсөн бар яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алып, батырлыҡ өлгөһө күрһәтте. Халҡыбыҙҙың күңел һандығынан мең йыллыҡтар дауамында бөртөкләп йыйылған ынйы һәм аҫыл таштар кеүек булған хазиналарҙы - халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, кәсептәрен, аш-һыуҙарын, кейемдәрен, көнкүреш кәрәк-яраҡтарын, башҡорт рухын, телен күтәреп алып, халҡыбыҙға кире ҡайтарыу, йәш быуынға аманат итеп тапшырыу - ағинәйҙәрҙең төп маҡсаты.
Ағинәйҙәр милләтебеҙҙең быуындан-быуынға тапшырылып килгән тормош тәжрибәһен аҡыл менән тулыландырып, үҙҙәренең йәшәү рәүеше өлгөһөн дә ҡушып, шанлы тарихыбыҙ тураһында ла һөйләп, халҡыбыҙҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләй, ғорурланыу хистәре уята. "Һәр бер бала тәбиғи иман менән тыуа, уның христиан, йәһүд, потҡа табыныусы булып китеүе ата-әсәнән тора", тигән бөйөк хәҙисе бар Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең. Балалар, йәш ғаиләләр менән эшләү ағинәйҙәрҙең эшендә ҙур урын алып тора.
Бөгөн районыбыҙҙа "Ағинәй" ойошмаһы булмаған бер генә ауыл да юҡтыр. Был ҡатын-ҡыҙҙар көслө, маҡсатлы эшләүсе бер йоҙроҡ булып тупланды, халыҡ араһында абруйы артты. Шуға күрә лә районда, ауылдарҙа үткән бер сара ла ағинәйҙәр ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
"Башҡорт халҡы киләсәккә ниндәй статуста һәм ролдә аяҡ баҫасаҡ - был бөгөн хәл ителә. Төплө һәм киң белемле, күп профессиональ белгестәре булған халыҡ булырмы, әллә ҡара эштә йөрөгән һәм хеҙмәтләндереүсе өлкәләрҙә эшләгән халыҡмы - уныһы үҙебеҙҙән тора. Аңыбыҙҙы томаларға бирәбеҙме, әллә мәғрифәт юлы менән китәбеҙме?" Ошолай тип яҙғайны Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан сағында. Эйе, башҡорт халҡының яңырыу мәсьәләһе, уның яңы заманға яраҡлашып, тиңдәр араһында тиң булып йәшәүе меңәрләгән интеллигенция вәкилдәренән ҙур яуаплылыҡ талап итә. Был осраҡта үҙ-үҙеңә тәнҡит күҙлегенән ҡарап, тейешле баһа бирә алыуың да мөһим. "Йөрәктән сыҡҡан ихлас һүҙҙәр һәм эштәр генә башҡа йөрәктәргә барып етә",- ти халҡыбыҙ.
Ағинәйҙәр - улар әсәйҙәр, бөгөн улар үҙ ғаиләләрендә - ҡартәсәй һәм өләсәйҙәр. "...Һәм балаһын яуға оҙатҡанда Бер үк төрлө илай әсәләр",- тигән йыр һүҙҙәре бар. Ватаныбыҙҙың именлеге, киләсәге өсөн барған Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан меңәрләгән башҡорт яугирҙары араһында уларҙың да улдары, ейәндәре бар. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләп, башҡорт милли аҙыҡтары әҙерләп, доға-фатихала булып, ағинәйҙәр хәлдәренән килгәнсе яугирҙарға ярҙам итергә тырыша. Шулай янып йәшәй ағинәйҙәр. "Шәм булыу еңел түгел, яҡтыртыу өсөн яна белергә кәрәк. Янмайһың икән, яҡтырта алмайһың", тигән Руми. Янып йәшәй, ауылдарыбыҙға ут, ҡот бирә, кешеләр күңеленә иман, сәм, ғәм йоҡтора беҙҙең фиҙаҡәр ағинәйҙәребеҙ.

Мөхтәр МОНАСИПОВ.
Баймаҡ районы, Ярат ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.09.24 | Ҡаралған: 101

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru