«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

П.К. Эссен
(1817 - 1830 йылдарҙа губернатор булған).

Бәйән ителгәндәрҙән тыш, Ырымбур губернаһына йәнәш булған күрше Пермь губернаһының тау заводтарында йәшеренеп ятҡан каторжандар һәм Себер ҡасҡындары талау һәм юлбаҫарлыҡ ҡыла, ә бындағы заводтарҙың халҡы һәм уларҙың хужалары раскольниктар булды.
Хәрби губернатор Эссенға иң юғары ғали йәнәптәренән ошо заводтарҙы күҙәтеү аҫтында тотоу хаҡында бойороҡ бирелде, һәм батша Пермдең шәхси милектәге заводтарына килгән сағында уларҙың хужалары һәм идарасылары, каторжандарҙы йәшерә алмағас, уларын тере көйөнсә домна мейестәренә ташлауҙары хаҡында һөйләнеләр. Домнанан металл ғына сыға, ә кешеләрҙән ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалмай.
12-се йыл алдынан сит илдә йәшәүсе заводчик Демидов, Наполеондың ниәттәрен белеп ҡалып, ул уңышҡа өлгәшкән хәлдә Рәсәйҙә крепостной хоҡуҡты юҡ итергә теләүен аңғарып, үҙенең Ҡыштым заводтарын бер нисә мең крәҫтиәндәре һәм 700 мең дисәтинә ере менән сауҙагәр, раскольник Расторгуевҡа 500 мең һум ассигнацияға һатып ебәрә, уныһы бик ҙур имение хужаһына әйләнеп, был мөлкәт әлегә тиклем уның вариҫтары ҡулында ҡала.
Генерал Эссен, Александр батша йүнәлешендәге башланғыстарҙы, Павел ғали йәнәптәре талаптарына тура килтереп, ғәмәлгә ашырырға тырыша. Ул тейешлесә ҡәтғилек менән хәрби часты заманса кимәлгә күтәрергә теләй. Башҡорттар һәм барса казактар ябай кейемдә йөрөй ине, форма булманы. Эссен уны индерергә тырышты. Формалы кейем буйынса уның Ырымбур ғәскәренә ҡуйылған талаптары бигерәк тә ҡәтғи булды. Форштадта йәшәгән казактар, ысынында хеҙмәттә булыусылар иҫәбендә һаналып, ҡаҙна довольствиеһында торҙо, ә офицерҙарҙың жалованьеһы бик тә түбән ине: хәҙерге аҡса менән йылына хорунжий 17 һум, йөҙ башы (сотник) 22 һум, есаул 28 һум ғына аҡса алды.
Эссен офицерҙарҙы үҙ эштәре буйынса йөрөгәндә лә формала булыуҙарын талап итте, был талап көлкөлө хәлгә тиклем еткергән мәлдәр булды. Бер офицер, һарыҡ түшкәһен һатып алып, уны үҙе алып килгән сағында Эссенға тап була. Уға тейешле баһа биреү фарыз. Офицер фронтҡа тора, бер ҡулы козырек аҫтында булһа, икенсеһе менән һарыҡ түшкәһен тотоп тора, уныһы ла генералға честь биреп торғандай тойола. Ошо осраҡтан һуң формала булыу талабы йомшара төшә. Эссен ваҡытында Ырымбур төбәге ғәскәрҙәренән айырым Ырымбур корпусы төҙөлә һәм ул корпус командиры званиеһында йөрөй. Уға көн һайын пехотанан ординарецтар һәм казактарҙан атлы офицерҙар, урядник йә иһә унтер-офицер һәм ике рядовой ебәрелә, Эссен ҡайҙа булһа ла һыбай сыҡҡанында атлылар менән бергә йөрөй.
Ул губернатор булғанда типтәрҙәрҙән ике атлы полк һәм атлы артиллериялы казак бригадаһы булдырыла, уларҙың командирҙары һәм офицерҙарҙың күпселеге урындағы помещиктарҙан йә иһә регуляр офицерҙарҙан тора.
Бригада командиры булараҡ, типтәр полктары менән махсус бурыстар чиновнигы, полковник Щеглов командалыҡ итә; ул Ырымбур казактарынан, башҡорттарҙан һәм Ставрополь ҡалмыҡтарынан торған йәйге кордон һаҡсылары начальнигы ла була. Часть командирҙары фураждан һәм түбәнге чиндарға тәғәйенләнгән хәрби кейем-һалымдан ҙур килем ала, ә Щеглов йә аҡса түләгән башҡорттарҙы срогынан алда өйҙәренә ҡайтарып ебәрә, йә уларҙың бер өлөшө ҡалала тотола һәм Бердянск-Куралин линияһында күренеп ҡала, ундағыларҙы ҡаҙна иҫәбенә йәшәтеү ҡаралған; һуңғыһы ысынлап та шунда тотолған, күп булмаған хәрбиҙәргә бирелә, ә башҡаларына тейешле аҡса Щеглов кеҫәһендә ҡала.
Йәй көндәрендә был заттар Маяҡ тауындағы лагерҙа типтереп йәшәй, унда йыш ҡына Эссен үҙенең свитаһы менән барып йөрөй. Йыр, музыка, шарап йылғалай аға, кистәрен өҫтәлдәргә тәмленән-тәмле аштар ҡуйыла. Бигерәк тә шәп йәшәй һәм һыйлай белеүселәрҙән 1-се типтәр полкы командиры, полковник Окуневты һәм полковник Щегловты атарға була. Уларҙың икеһендә лә минең атайым хеҙмәт итә һәм ул саҡта булған хәл-ваҡиғаларҙы йыш иҫенә төшөрә ине: Щеглов тураһында һөйләгәнендә һәр саҡта ла уның үҙе өсөн атай кеүек, а башҡаларға ҡарата эттән дә яманыраҡ булыуын әйтер булды: башҡорттарға кешелекһеҙ рәүештә яза биргән; әгәр улар йыраҡтан уҡ Щегловтың лагерға килеүен күреп ҡалһа, шундуҡ төшөнкөлөккә бирелә, сөнки уларҙың бик һирәге язаһыҙ ҡала. Бындай шарттарҙа уға 25 йә иһә 50 һум түләп (хәтеремдә яҡшы һаҡланмаған), өйҙәренә ҡайтып китергә теләүселәр аҙ булмай. Лагерҙа йәйге барактар төҙөү өсөн аҡсаны һис йәшермәй алалар; әлбиттә, аҡсаның бер өлөшө тәғәйенсә ҡулланыла, әммә күп өлөшө полковник кеҫәһендә ҡала.
Бындай эш боҙоуҙар хаҡында Петербургҡа ла шикәйәт яҙыла. Ырымбурға флигель-адъютант Игнатьев килеп китә, ул һуңынан Петербургтың генерал-губернаторы итеп тәғәйенләнә, һәм Эссен Петербургҡа хәрби губернатор итеп ебәрелгәнгә тиклем эштәр нисек булған, шулай ҡала бирә.
Ул идаралыҡ иткән саҡта Ырымбурҙа сәйәси маҡсатта йәшерен ойошма барлыҡҡа килә; ул Петербург ойошмаһының бүлексәһе итеп һанала, уны диңгеҙ офицеры Завалишин төҙөй һәм етәкләй, ул үҙе Ырымбурға һөргөнгә ебәрелгән була. Завалишин ошондай йәмғиәтте нигеҙләү, һуңынан уны начальствоға ошаҡлау аша үҙен аҡларға һәм элекке халәтен ҡайтарырға ниәт ҡора. Тап шулай килеп сыға ла. Йәш линия батальондарынан һәм сәйәси эштәрҙә бер ни ҙә аңламаған казак офицерҙарынан торған түңәрәк хасил була, протоколдар яҙыла һәм былар, бер ниҙе лә аңламаған, иҫерек көйҙәренә үҙ имзаларын ҡуя, шунан эш барлыҡҡа килә.
Йәмғиәт етәксеһе Завалишин, яҡшы белемле һәм яҡшы ғаиләнән сыҡҡан кеше булараҡ, Эссен тарафынан ошо ойошманы асыусы һәм ғәйепләү өсөн кәрәкле факттарҙы табыусы итеп батшаға күрһәтелә, әммә бынан бер ни ҙә килеп сыҡмай; тәфтиш ваҡытында кемдең етәксе икәнлеге асыла. Юғары суд ҡарары менән Завалишиндың үҙен каторга эштәренә хөкөм итәләр, пехота офицеры Колесниковты һәм башҡаларҙы Себергә һөрәләр, ә ике казак офицерын, береһе Ветошников, йәш булыуҙарын һәм ни өсөн имза ҡуйғандарын аңламауҙарын, ғәйептәрен ихлас таныуҙарын иҫәпкә алып, офицер званиеларынан төшөрөп, пехота полктарына һалдат хеҙмәтенә ебәрәләр.
Завалишин бер нисә йылдан һуң ғәфү ителә һәм Иркутск ҡалаһында йәшәй. Беҙҙең көнсығыш флотилияһына хеҙмәткә саҡырылған моряктар, Завалишинды күреп, уға баш эйеүҙе үҙҙәренең бурысы итеп ҡарай, бының өсөн дөрөҫ фекер йөрөтөүсе кешеләр уларҙы битәрләй. Был ваҡиға булған саҡта йәшәгән кешеләр йәмғиәттең ҡағыҙҙары арыһында башҡорт кантон начальниктарына, армия хеҙмәтенә алыныуҙарына һылтанып, Ырымбурға бер нисә ҡораллы полк килтерергә тейеш булыуҙары хаҡында күрһәтмә булыуы хаҡында һөйләй, бында Эссендың алдаҡ имзаһы бик һәйбәт итеп ҡуйылған була. Полктар Ырымбурға килеү менән хөкүмәткә ҡаршы бунт күтәреү һәм үҙҙәренең начальниктарын ҡырып бөтөрөү күҙаллана.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №37, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.09.24 | Ҡаралған: 72

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru