«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕЙӘҮ ҮӘ ҠӘЙНӘ
+  - 


Ҡыуанысы эсенә hыймай ине Айнурҙың, йөҙө ҡояштай йылмая, күҙҙәре тулған айҙай нур hибә. Медицина институтының абитуриенттарҙы ҡабул итеү исемлегендә уның да исем-шәрифе бар. Бер уйлаhаң, мотлаҡ шулай булырға тейеш тә инде. Медицина училищеhын тамамланы, район үҙәге дауаханаhында өс йыл эшләне. Коллегалары ла, дауаланыусылар ҙа ярата, хөрмәт итә. Ниңә ҡыуанмаҫҡа! Алла бирhә, ул киләсәктә юғары белемле табип буласаҡ. Өфө урамынан аэропортҡа барыусы автобус туҡталышына ҡарай йәнләнеп атлаған Айнурҙы яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы туҡтатты:
- Улым, тим, улым! Ҡыуанысың хаттин ашҡан. Әллә берәй сибәркәй менән осрашырға ашығаhың инде?
- Сумаҙан тотопмы? - Айнур көлөп ебәрҙе. - Юҡ, апай, юҡ институтҡа уҡырға индем, уҡырға! Ҡайтып барыуым.
- Һай, афарин! Бик тә хуш! Хоҙай Тәғәлә насип итhә, күңелеңә оҡшағаны ла осрар. Ҡыҙҙарҙы иләҫ-миләҫ итер егет күренәhең. Ал бына ошо гөлләмәне, йәнең тартҡанына бүләк итерhең.
Ысынлап та йәнкәй-йәнәш менән осрашырға ашҡынған ғашиҡ егеттәй, Айнур дәртле, хисле, илаhи нур сәсмәле. Кешеләр уға hоҡланып, ғәжәпләнеп, үтеп барыусылар хатта боролоп, әйләнеп ҡарай. Әйтерhең, ул ирекhеҙҙән үҙенә ҡаратҡан йым-йым иткән аҫыл ынйы, сағыл. Һоҡланhын бар донъя, hоҡланhын! Айнур үҙе лә донъяның матурлығын әле генә күргәндәй, йәшәүҙең шатлығын яңы ғына тойғандай. Бөгөнгө көнө айырыуса хозур. Әллә көндәрҙең хужаhы йома булғанға... Ошондай хис-кисерештәрҙән тирә-яҡ тағы ла яҡтырып киткәндәй, күңеле шоңҡар ҡоштай ҡанат ҡаҡҡандай...
Айнур кассанан билет алды ла аэропорт бинаhының икенсе ҡатына күтәрелде. Самолет осҡансы сәй эсеп алырға ла була. Шул саҡ икенсе яҡ баҫҡыстан менеп килеүсе ҡап-ҡара сәсле, ҡуңырт йөҙлө бер hылыу ҡыҙ күҙенә салынды. Ниндәйҙер сихри, тылсымлы көс тартҡандай, хәс тә ҡош тибергә ынтылған күк ыласындай, Айнур ҡара сәстең ҡаршыhына ҡарай осто hәм уны бөтә булмышында яҡындан күрҙе. Урта буйлы, hомғол hынлы, тығыҙ кәүҙәле, hушты алмалы күпереп торған түшле... Әллә лә!.. Айнур сибек ҡыҙҙарҙы хуш күреп етмәй. Ә был ҡара ҡаш ифрат та күрекле, ҡөҙрәтле. Олатаhы әйтмешләй, кәүҙәгә баҙыҡ, ирәбе, биле-hәле лә килешле. "Ирәбе ҡатын иллелә лә бала таба, ҡыҙ йәрәшhәң, шундайын йәрәш, улым", тигәне лә иҫенә төшөп, йылмайып ҡуйҙы. Башына ҡыҙыҡ уй килде: "Был ирәбе ҡыҙҙы кәләш итеп алhам, шундуҡ игеҙ бала табыр микән?.." Шул саҡ Айнурҙың ҡыҙҙы ҡосағына йомаhы, сөм-ҡара сәстәренән hыйпағыһы килде. Әллә бер күреүҙән арбаны, хыялый итте инде. Егеттең ныҡ текәлеп hынсыл ҡарауынан ҡара сәс аптырап туҡтап ҡалды. Был ҡыҙ, моғайын, Тамъян ҡыҙылыр, тигән уй Айнурҙың мейеhен hыҙып үтте hәм ул үҙе лә hиҙмәҫтән:
- Һаумыhығыҙ! - тип иҫәнләште.
- Һеҙ кем булаhығыҙ hуң?
- Атай ҡушҡан исемем Айнур ине.
- Тәү күреүем hиндәй hантыйҙы.
- Беҙҙе hантый иткән hеҙҙәй hылыу ҡыҙ инде. Ҡай тарафҡа осаhығыҙ?
- Көньяҡ-көнсығышҡа, - тине ҡара сәс ҡырыҫ ҡына. Шунан ҡырыҫ ҡылығынан уңайhыҙланыпмы, өҫтәп ҡуйҙы, - Магнитҡа.
- Мин дә Магнитҡа. - Егеттең ҡыуанысы йөҙөнә бәреп сыҡты. - Унан Асалыға...
- Асалыға? - Ҡара ҡаш ғәжәпләнгәндәй итте. - Асалыла мин иҫ белгәндән йәшәйем.
- Унда йәшәгәс, нишләп мин hеҙҙе белмәйем.
- Һеҙ барыhын да белергә тейешме ни? - Ҡара сәс тағы ҡырыҫланды.
- Дауаханала эшләгәс, мин күптәргә таныш, күптәр миңә таныш-белеш.
- Ә-ә...
Ҡара сәстең ниңәлер кәйефе юҡ. Әкиәттәге hылыуҙыҡы hымаҡ, бер бите айҙай балҡымай, бер бите ҡояштай яҡтырмай. Айнур яҙғы сыуаҡтан күңел күгенән нур ҡойhа ла hылыуҙың йөҙө, сырайы асылмай. Бәй, ҡулында ҡатын-ҡыҙҙың йәнен иретер гөлләмә лә баhа! Сәскә hатыусы апай: "Йәнең тартҡанына бирерhең", - тигәйне. Ай, иҫәүән...
- Асалыла осрашмағас, бына Өфөлә тап булыштыҡ, хатта күккә ашыр мәлдә. Шул ҡыуаныстан сәскәләр бүләк итәм hеҙгә. Саф күңелдән...
Ҡара сәс алығармы-юҡмы тигәндәй, бер аҙға ҡаушап ҡалды hәм эскерhеҙлеген белергә теләгәндәй, иғтибар менән үҙенә күҙ атҡан егеткә баҡты: бик тә мөләйем, алсаҡ йөҙ, бөтә булмышы илаhилыҡ бөркә. Ихлас күңелдән биреүенә шик юҡ. Егеттең нурлы, hөйкөмлө ҡарашы бығаса тоймаған сихри ҡөҙрәте менән ҡыҙҙың йөрәген елкетеп, аң-зиhенен иләҫләндереп ҡуйҙы.
- Рәхмәт. Ниндәй матур миләүшәләр!.. Төрлө төҫтәләр... - Ҡыҙҙың ҡаштары ҡыйғасланып, күҙҙәре нурланып китте.
Миләүшәләр уйсанланып наҙлы йылмайыу уға бик тә килешә, - тип уйланы Айнур сәскәләргә башын эйгән hылыуҡайға hоҡланып. - Миңә насип булhа, гөлкәйем, тип кенә өндәшермен.
Шул саҡ башҡа бер йомшаҡ, иркә тауыш хис-кисерештәренән айындырҙы:
- Айнур ағай, ағай... Ҡотлағыҙ мине, медучилищеға уҡырға индем. - Асалыла дауаханала хужалыҡ мөдире булып эшләгән Дамир ағайҙың ҡыҙы Дилбәр ҙә баhа. Илгәҙәк ҡыҙ ҡыуана, йылы hүҙ көтә.
- Илла аҡыллы ҡыҙhың да инде! Үәт маладис!
- Атам да шатланыр инде. Мине аҡ халатлы табип итеп, төштәрендә күрә бит ул... Бәй-бәй... Был hинме, Гөлнур күрше? Битеңде сәскә менән ҡаплағасhың, танымай ҙа торам. - Ҡыҙҙар ҡосаҡлашып, хәбәргә күмелде.
Тимәк, ҡара сәстең исеме - Гөлнур. Fәжәп, бына ғәжәп! Айнур, Гөлнур... Гөлнур, Айнур... Икеhе лә - нур! Ниндәй йәтеш! Күңеле hиҙеп, бына әле, әле генә, гөлкәйем, тип өндәшерен фаразлағайны. Әллә беҙҙең арала шундуҡ нескә бәйләнеш тыуҙымы? Ҡара сәскә, ысынлап та, тәү бағыуҙан мөхәббәт уты баҙланымы? Эйе, эйе, тигәндәй, теленә көтөлмәгән йыр килде:
Гөлнурым, hин - куҙ нурым,
Һылыу hының - сер, тылсым.
Гөлкәйем, тип юраным,
Һалдың миңә моң, ырым.
Ҡыҙҙар hаман йомолоп, бөтә күңелдәре менән бирелеп серләшә. Гөлнурҙың тауышы бошонҡораҡ. Бөрө педагогия институтының филология факультетына имтихандар тапшырып, кергәнен-кермәгәнен белмәйенсә ҡайтып килә икән. Күрәhең, шуға кәйефе төшөнкөлөр. Төпсөнмөш Дилбәр hәммәhен белергә тырышып төпсөнә:
- Документтарыңды ниңә Башҡорт дәүләт университетына бирмәнең? Өфөнән йөрөүе лә яҡыныраҡ.
- Бөрөлә туғаным уҡый ҙа hуң. Икәү бергә йәшәүе яҡшыраҡ, күңеллерәк булыр тигәйнек. Әле уйлап ҡайтып киләм, бәлки, миңә эшкә урынлашып, ситтән тороп уҡыу отошлораҡтыр. Эшләйhең дә, уҡыйhың да, кейенәhең дә тигәндәй... - Һүҙ ыңғайы иhә үҙе лә төпсөнөп hорап ҡуйҙы:
- Дилбәр, Айнур тигәнең ниндәйерәк егет ул?
- Атайым уны бик маҡтай, кешеләргә ныҡ алсаҡ, яғымлы, ундай егеттәр ғәйәт hирәк, ти. Уның яҡшы мөнәсәбәтенән, йылы hүҙҙәренән генә лә ауырыуҙар шәбәйә лә китә, ти. Бала-сағалар ҙа hис ятhынмай уға ылыға ла тора, ти...
- Һәләк hоҡланып hөйләйhең. Әллә ул hиңә оҡшай инде?
- Оҡшай ҙа бит. Әммә Айнур ағай миңә hеңлекәштәргә ҡараған hымаҡ ҡына ҡарай. Саҡ ун бишем тулды шул. Ә hин бына уны ғишыҡ утына hалырҙай hылыуhың.
Шул саҡ Магнитҡа осоусыларҙың билеттарын теркәү башланыу тураhында иғлан яңғыраны. Айнур егеттәрсә иғтибар күрhәтеп, йәhәт кенә ҡыҙҙарҙың сумкаларының икәүhен тотоп алды. Осҡосҡа күтәрелер алдынан стюардесса билеттарҙы ҡарап, hәр кемгә тәғәйен урынды әйтте. Гөлнур менән Дилбәрҙең урындары йәнәш икән. Айнур Дилбәрҙең ҡолағына: "Минең урынға ултыр, йәме", - тип шыбырлап өлгөрҙө.
Гөлнур hыр бирмәгән була, иллюминатор аша түбәндә ҡалған донъяны күҙәтә. Йөҙө уйсан, hаман да етди. Ауыҙға hыу ҡапҡандай ултырыуҙы уңайhыҙ күреп, шаярынҡырап, Айнур:
- Мәктәптә уҡығанда мин Самрау тигән күк батшаhының ҡыҙы Һомайға хайран инем. Көндөҙ ергә нур hипкән, кисен айға нур биргән Һомайҙы бер күрhәң ине тип хыяллана торғайным, - тине. - Ниhайәт, уны күреү бәхетенә ирештем, ул йәнәшемдә ултыра. Мәгәр уның йөҙөнән ниңәлер сихри нур түгелмәй...
Гөлнур башын диуанаға hалған был ниндәй йүләр тигән hымағыраҡ ғәжәпләнеп, егеткә боролоп ҡараны, сәстәренең, ҡаштарының ҡараhы, еңелсә йылмайған күҙҙәре йылылыҡ hирпелдергәндәй итте. Был сағылыш Айнурҙың күңелендә өмөт йәйғорон балҡытты. Егет ҡыҙҙың күңелен нығыраҡ йомшартырға, иретергә, уны шулай әүрәтергә теләп, кинәйәле итеп өндәште:
- Ә беләhеңме, Тамъян ҡыҙы ниндәй була?
- Ниндәй икән? Әлләсе...
- Көмөш тәңкәләрҙән, ҡыҙыл мәрйендәрҙән типселгән ҡашмау кейгән hылыу hәм дә зирәк, зиhенле. Аҡыллы, зирәк булғанға ҡойған ул серле йомаҡ. Бер сәсән шулай тигән:
Биҙәр-биҙәр, биҙәр йомаҡ,
Биҙәрләнеп торған йомаҡ.
Тамъян ҡыҙы ҡойған йомаҡ,
Табын ҡыҙы тапҡан йомаҡ.
Гөлнур, hин үҙең дә бит хәс тә йомаҡ, мин тапҡан йомаҡ!
- Улай бик зиhенле булғасhың, әйт йомағыңды?
- Һиңә лә йәбешкән, миңә лә йәбешкән, муллаға ла йәбешкән, донъяға ла йәбешкән.
- Беләм инде, беләм. Исем!
- Ә быныhы ни! Ике пипылдыҡ, ике мимылдыҡ, арҡа терәште, бергә булышты.
- Шундай йомаҡ буламы? - Гөлнур тыйыла алмай пырх итеп көлөп ебәрҙе.
- Була. Ул hинең ирендәрен, Гөлнур. Йә, йәнә бер йомаҡты юрап ҡара: яраhы юҡ - ауырта, төтөнө юҡ - яна.
- Белмәйемсе...
- Йөрәк, ул - минең йөрәк, Гөлнур...
Шулай йәшерен мәғәнә hалып, уратып әйтеп, кинәнес табып килә торғас, бер сәғәт ваҡыт hиҙелмәй үтеп тә киткән. Самолет Магнитогорск аэропортына тып итеп килеп тә төштө. Ҡунаҡ ҡаршыларға килгән бер таныш ағай Гөлнур менән Дилбәрҙе машинаhына ултыртып алды. Айнурға урын етмәне. Егет башы етеп, сумаҙанын йәhәт кенә Гөлнурға тапшырҙы:
- Бөгөн үк килеп алырмын.
Ҡайтып еткәс, билдән сисенеп, hалҡын hыу, еҫле hабын менән йыуынды, тәне сафланып, кәйефе тағы ла күтәрелеп китте. Салбарын ентекләп үтекләп, байрамдарҙа ғына кейгән аҡ күлдәген кейеп алды. Көҙгөгә ҡарап сәстәрен тараны ла дәртләнеп йырлап ебәрҙе:
Аҡ тулҡындар,
Аҡ тулҡындар,
Уйнай ҡояш нурында.
Эй ҡара күҙ, эй матур ҡыҙ,
Күҙем төштө hиңә,
Башҡорт ҡыҙына.
Айнур күкрәгенән йөрәге атылып сығырҙай булып тышҡа атлыҡты. Дамир ағайҙың өйөнөң ҡайҙалығын яҡшы белә. Ҡасабаның үҙәгенән ситтәрәк, әммә әллә ни алыҫ түгел. Бына ул йәшеллеккә күмелгән йәшел сирәмле урам, йәшел ҡапҡалы йорт. Гөлнурҙарҙың өйө ҡайhы яҡтан икән? Һулда - ике ҡатлы кирбес йорт. Уңдағы ағас йорттор, моғайын. Егет ҡапҡаны йөрәкhенеп асып, ихатаға атланы hәм аллы-гөллө веранда тәҙрәhе ашаhында таныш hынды шәйләне. Эскә үткәс, ҡыҙҙы бөтөнләй яңы ҡиәфәттә, төҫтә күреп, хайран ҡалды: ҡыйғас ҡаштары тағы ла ҡыйылыбыраҡ киткәндәй, күлдәй күҙҙәре йымылдай, иренгенәләре тулышып бешкән сейәләй, бит алмалары таң шәфәғеләй, йөҙө яңы сыҡҡан ҡояштай көлгәндәй... Әүәлге моңhоу Гөлнурҙы ен алмаштырып ҡуйған тиерhең. Шишмәләй cылтыраған тауышы наҙ булып аҡты:
- Шундай мөхәббәтле итеп, йоторҙай итеп ҡарайhың, оҡшайыммы әллә?
- Оҡшайhың, иҫ киткес ныҡ оҡшайhың. Киске уйынға кил, Гөлнур. Көтәм...
Ҡыҙ сөм-ҡара күҙҙәрен йылмайтып, бит уймаhын уйнатып, тертәйеп, дертләп торған түштәрен тулҡынландырып, сыңлатып көлөп ебәрҙе:
- Мин Гөлнур түгел дә ул, иҫәүән. Мин - уның туғаны!
Шул хәтлем дә туған туғанына оҡшар икән! Егет ни тиергә лә белмәне, бөтөнләй телдән яҙҙы. Быныhы ла hушты алмалы hылыу! Ҡаушауынан ни өсөн килгәнен дә онотоп, Гөлнурҙы ла күрмәйенсә, мөйөштә торған сумаҙанын да алмайынса, Айнур урамға hыҙҙы. Уны ҡыҙҙың көмөштәй саф, яғымлы тауышы оҙатты:
- Саҡырғасың ни, ниңә бармаҫҡа. Үҙем булhа ла барырмын...

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №38, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.09.24 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru