«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

П.К. Эссен
(1817 - 1830 йылдарҙа губернатор булған).

Тәүге губернаторҙар ҡайҙа йәшәгәндер, ишеткәнем булманы; кенәз Волконский тураһында ул йәшәгән өйҙөң Троицкий сиркәүе янында, хәҙерге ҡыҙҙар гимназияһы, ә унан алдараҡ Неплюев училищеһы урынлашҡан ерҙә булған тип һөйләйҙәр. Бында ҡала үҙәге булған; скверҙары (хәҙерге эт баҡсаһы) булған майҙан, ҡаҙна өйөнән башлап Исаков өйөнә тиклем йәйелеп ятҡан. Бындағы хәҙерге өйҙәрҙең пәйҙә булыуы мин йәшәгән ваҡытҡа тура килде.
Төбәк начальнигы өсөн был урын бик тә уңайлы була - бында ҡала үҙәге. Уңайһыҙлыҡтар ҙа була: яҡындағы баҙарҙа һәр саҡта ла тауыш, һәм даими туҙан туҙыуы. Ошо йәһәттән йылғаның бейек ярындағы урын ҡулайлыраҡ, сөнки бында һауа таҙараҡ һәм бөтөнләйгә тауыш юҡ, һәм унда үҙенең идара итеүе аҙағында кенәз Волконский күсеп бара. Ул йәшәгән өйҙөң икенсе яғынан, уға йәнәш кенә канцелярия идарасыһы Ермолаев йәшәй. Эссен да шунда йәшәй, һәм бында батша ғали йәнәптәре Александр I туҡталып китә, әммә 1835 йылға бында емерелә башлаған өйҙәр генә ҡала, шуға күрә граф Сухтелен Тимашевтың байҙарса төҙөлгән шәхси йортон һайлай, ә хужа үҙе дворяндарҙың губерна предводителе итеп һайланғас, Өфөгә китә. Шул уҡ өйҙә үҙенең беренсе тапҡыр идарасы булып эшләгән сағында граф Перовский ҙа йәшәй.
1830 йылға тиклем, мин үҙемдең тирә-яғымды аңлай башлаған саҡта, Ырымбур туғыҙ бастионлы фронтты хасил иткән ер валы менән уратып алынған ҡәлғә ине; бөтөн линия буйынса Урал йылғаһына йәнәш өлөштәрендә эскарп (оҙон тәрән соҡорҙоң эске яғынан өҫкә ҡалҡып торған текә стена. - Тәрж. иҫк.) һәм контр-эскарптар ер өйөмдәренән эшләнеп, кәҫ менән ҡапланған; ҡаланан сыға торған ҡапҡаларға (улар дүртәү ине: Һаҡмар, Орский, Чернореченский һәм Водяной) йәнәш торған бастиондар урындағы юнылған ҡыҙыл таштан төҙөлгән, әммә бөтөнөһө лә түгел, тик сыға торған мөйөштәрҙәгеләре, ә куртиналарҙың (ике бастионды тоташтырыусы текә вал. - Тәрж. иҫк.) контр-эскарптары, сатрашлы ут уларҙың хәүефһеҙленен тәьмин иткәнлектән, ерҙән яһалған. Һаҡмар ҡапҡаһы янында, хәҙерге Николаев урамы һәм зыярат артында, ике бастионға ҡаршы уларға параллель рәүештә равелиндар эшләнгән, уларҙы халыҡ иҫке йә иһә бәләкәй вал тип йөрөтә.
Водяной ҡапҡаһынан башлап, хәҙерге Водяной урамы буйлатып, Урал йылғаһына табан боролош яһап эшләнгән, 1-2 аршиндан ҡалыныраҡ булмаған таш вал була, һәм был урындың ҡалҡыу булыуын иҫәпкә алып, мылтыҡ менән оборона тотоу өсөн ҡулайлаштырыылған; был вал башҡа бастиондар менән бер бейеклектә булған урындарҙа, эске яҡтан таштан эшләнгән контр-форстар (стена йә иһә бағаналар. - Тәрж. иҫк.) менән нығытылған. Бастион линияларында, Орский ҡапҡаһынан Чернореченский ҡарҡаһына тиклем инеүсе (эске) мөйөштәрҙә лафеттарға ҡуйылған ҡәлғә туптары торған, уларҙың калибры ярты боттан артыҡ булмағандыр, тип уйлайым.
Бына шул Ырымбурҙың бөтөн ҡоралы уны нигеҙләгәндән алып 30-сы йылдарҙың урталарына тиклем, һәм был ваҡытта элекке корпус командиры Перовский оборонаны көсәйтеү маҡсатында оборона өсөн тәғәйенләнгән казармалар төҙөтөү кәрәклеген таный; уларҙың форштадтҡа (ҡәлғәнең тышҡы яғындағы тораҡ. - Тәрж. иҫк.) ҡараған тар ғына, бойница формаһындағы тәҙрәләре мылтыҡ менән оборона тотоу өсөн эшләнә, уларҙың алдында бастиондарҙың бөтөн линияһы буйынса киңлеге һәм тәрәнлеге бер төрлө булған ур ҡаҙыла, ул саҡтағы фортификация ҡағиҙәләренә ярашлы, тышҡы яҡтан урҙың стеналары текә итеп киҫелгән була.
Даими гарнизон ике линия пехота батальонынан, ике рота ҡәлғә гарнизоны артиллерияһынан, хәрби эшсе инженер ротаһынан һәм хәрби ведомство буйынса эштәргә йәлеп ителгән ҡәлғә арестанттарынан тора.
Йәйге ваҡытта, 15 майҙан башлап, ғәскәрҙе көсәйтеү маҡсатында ҡыштарын Стәрлетамаҡта торған бер типтәр атлы полкы, Ырымбур казак ғәскәренең 12 орудиелы ике атлы батареяһы, бер нисә йөҙ Ырымбур казактарынан, Ставрополь ҡалмыҡтарынан, башҡорттарҙан, мишәрҙәрҙән хасил ителгән махсус командалар килтерелә; һуңғыларының һана ҡайһы саҡта бер нисә мең кешегә етә, һәм улар, башлыса, яңы биналар һалғанда йә иһә иҫке биналарҙы төҙәткәндә ҡаҙна эштәренә йәлеп ителә.
Һаҡ хеҙмәтенә ҡуйылған ғәскәрҙәр - атлы артиллерия, типтәр полкы, казактар һәм өлөшләтә башҡорттар Маяҡ тауындағы лагерҙа барактарҙа йәшәй; артиллеристар һәм типтәрҙәр йәшәгәндәре казактар һәм башҡорттарҙыҡына ҡарағанда яҡшыраҡ була, былары ситән барактарҙа көн күрә, һуңынан улар ағастан эшләнгәндәренә алмаштырыла.
Бында башҡорттарҙың эшләүе, ағас һәм башҡа материалдар өсөн аҡса биреүҙәре хаҡында мәрхүм атайымдан ишеткәнем булды. Бының сәбәбе шунда: 50 һум аҡса индергән башҡорттар хеҙмәттән азат ителеп, өйҙәренә ҡайтып китә алған. Башҡорттарҙың эшсе командалары, Маяҡта урын булмағанлыҡтан, Урал йылғаһы аръяғында, Старица яры буйында ер өйҙәрҙә, бик аҙҙары ситәндән балсыҡ менән һылап эшләнгән өйҙәрҙә йәшәгән. Йәйге ғәскәрҙең ҡалаға инеүе һәр даим тулы церемониал рәүешендә барған. Һаҡмар ҡапҡаһынан Николаев урамы буйлап типтәрҙәр һәм артиллеристар музыка менән килеп ингән, ә улар артынан казактар, Ставрополь ҡалмыҡтары һәм башҡорттар килгән; һуңғылары милли кейемдә: оҙон еләндәрҙә һәм ҡырыйҙарынан ҡыҙыл ебәк менән ҡаймалған осло башлы кейеҙ башлыҡтарҙа.
Ғәскәрҙәр, ҡала аша үтеп, Водяной ҡапҡаһынан сыға һәм алда әйтеп кителгән урындарына бара. Йәйҙәрен ҡалаға килә торған ғәскәрҙәр составына мотлаҡ Ырымбур казак ғәскәренең форштадта йәшәгән меңле полкы, Бердский, Каменно-Озерный һәм Неженский казактары инә, быларын һуңынан Благословенный, Угольный (хәҙер Богуславский) һәм Григорьевский тораҡтарына күсерәләр, әммә уларҙы бер ҡасан да лагерҙарға сығармайҙар. Бәйән ителгәндәр тулыһынса генерал Перовскийҙы хәрби губернатор һәм корпус командиры итеп тәғәйенләгәнгә тиклемге ваҡытҡа ҡарай.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.10.24 | Ҡаралған: 46

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru