Ошо көндәрҙә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы "Сәләмәт республика" акцияһы сиктәрендә үткәрелгән халыҡ һаулығын тикшереү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Шуныһы яҡшы: ошо йылдың апреленән алып сентябргә тиклем әлеге акция сиктәрендә сәләмәтлек поездарында эшләүсе сәләмәтлек үҙәктәре һәм махсуслашҡан табип-белгестәр бригадалары хатта бәләкәй генә ауылдарҙы ла ситтә ҡалдырманы, тип хәбәр ителде Министрлыҡ отчетында.
Мәҫәлән, былтыр бындай һаулыҡ үҙәктәре 312 тораҡ пунктында йәшәүсе 34607 кешене тикшергән булһа, быйыл улар 332 ауылда булып, 36833 пациентты ҡараған. Сәләмәтлек бригадалары Башҡортостандың бөтөн райондарын тиерлек айҡап сыҡты һәм төрлө сәбәптәр менән район үҙәгенә йәки ҡала дауалау учреждениеларына барып һаулығын тикшертеү мөмкинлеге булмаған меңәрләгән кешене ҡараған. Бер яҡшының бер яманы, тигәндәй, үкенескә, һөҙөмтәләр әллә ни ҡыуанырлыҡ түгел икән: республикала артыҡ ауырлыҡ (6908 кеше), юғары ҡан баҫымы (7153 кеше) менән яфаланыусылар һәм ҡанында холестерин кимәле юғары булған пациенттар һаны былтырғыға ҡарағанда артҡан, тип хәбәр итә министрлыҡ. Бынан тыш, ҡанында шәкәр кимәле күп булған һәм шәкәр диабетына, шулай уҡ яман шеш ихтималлығына, туберкулез сиренә шик булғандар асыҡланған.
Проценттарҙа был күрһәткестәр күпмене тәшкил итәлер, мәгәр бынан алдағы йылдарҙа, мәҫәлән, республика халҡының 19 йәштән өлкән 61,4 проценты ғына ла һимеҙлектән яфа сигә, тип әйтелә статистика материалдарында. Роспотребнадзор белгестәре бынан ике йыл элек кенә әле бындай сирлеләрҙең балалар һәм үҫмерҙәр араһында ла байтаҡ булыуы айҡанлы борсолоу белдерә ине. Ғөмүмән, бындай күренеш, йәғни балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем һимеҙлектән ыҙаланыусыларҙың арта барыуы беҙҙә генә түгел, бөтөн Рәсәй буйынса ла күҙәтелә, ти медиктар. Статистика буйынса 62,5 процент рәсәйле ана шундайҙарҙан икән.
Һәм һимеҙҙәр араһында ирҙәрҙең күберәк булыуы билдәләнә. Айырыуса уларҙың "һыра ҡорһаҡлы"лары (ғәфү итә күрһендәр) бик күп күҙгә ташлана, бындай "йөклө" ирҙәрҙең күбәйеүе бик иләмһеҙ күренеш кенә түгел, ә хәүефле симптом да; уларҙың, әгәр ваҡытында үҙ һаулыҡтарын ҡайғыртмаһалар, киләсәктә төрлө сиргә дусар булыуҙары шикһеҙ. Бында һыраны ғына ла ғәйепләп булмай, ә бәлки, улар араһында был эсемлекте ҡулланмаусылар ҙа барҙыр, сөнки, ни тиһәң дә, хәҙер күпселек ир-егет машиналы булып бөттө һәм улар йәйәү йөрөүҙең ни икәнен дә онотто. Тап бына уларҙың ошо бик кәрәкле хәрәкәт, физик әүҙемлек менән дуҫ булмауҙары килтерә лә инде ҡорһаҡ үҫтереүгә.
Әлбиттә, кәүҙә ауырлығы артыуҙың һәм һимеҙлектең сәбәптәре бик күп: нәҫелдән бирелгән "мираҫтан" алып, кешенең йәшәү рәүеше - туҡланыу тәртибе, физик әүҙемлеге һәм башҡалар. Кәүҙә ауырлыҡтары арта барыусылар хаҡындағы бер интернет-хәбәргә кемдер, уйынлы-ысынлы: "Тимәк, мул йәшәй башлағанбыҙ!" - тип комментарий яҙа һалып та ҡуйған. Ә бит табиптар һәм диетологтар раҫлауынса, йәмғиәттә һимеҙлек күренеше күпләп арта башлай икән, бында инде ниндәй ҙә булһа социаль фактор ҙа ғәйепле, тимәк. Был сир, ғөмүмән, күп ашауға әллә ни бәйле лә түгел, иң төп сәбәп - бер төрлө һәм арзан аҙыҡ-түлек менән туҡланыуҙа. Мәҫәлән, республикала үткәрелеп торған тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, республика халҡының рационы тигеҙлек нисбәте булмаған, күбеһенсә икмәк, макарон изделиелары, картуф, колбаса, шәкәр кеүек аҙыҡ-түлек менән туҡланыуҙан ғибәрәт, сөнки халыҡтың аҡсаһы фәҡәт ана шундай арзан аҙыҡ-түлеккә китеп тора. Ә инде төрләндереп, сифатлы ит, йәшелсә, сыр, емеш-еләккә - ғәфү итегеҙ, диетологтар, - беҙҙең кеҫә яғы һай.
Эйе, икмәктән айырмаһын Хоҙай, картуфы - икенсе икмәгебеҙ ҙә булһын. Тик һуңғы ваҡыт интернетта әлеге диетолог-нутрициологтар... икмәк ашамаҫҡа ҡуша! Уны нисек кенә хурламайҙар! Ҡайҙандыр глютен тигәне лә килеп сыҡты. Дөрөҫ, бөгөнгө икмәк менән беҙҙең әсәйҙәр бешергән һәм беҙ май һылап, шәкәр һибеп ҡулдан төшөрмәй ашап йөрөгән икмәк араһында айырма бик ҙурҙыр. Ни тиһәң дә, экология, химик ашламалар, пестицидтар ризыҡ сифатын бик ныҡ боҙа. Өҫтәүенә, был "сифат"ҡа икмәк заводтары үҙ өлөшөн индерә: тәмләткестәр, ҡамыр ҡабартҡыстар, пальма майы, маргарин һ.б. нәмәләр ҡуша. Хәҙер бит ауылдарҙы ла ошондай заводтар тәьмин итә, шуға күрә икмәкте өйҙә үҙеңә бешереп ашау хәүефте бер аҙға ғына булһа ла кәметәлер, ләкин сеймал - иген сифаты ниндәй - уныһы инде икенсе мәсьәлә...
Ошо йәһәттән аҙыҡ-түлек сифатын яҡшыртыу, дөрөҫөрәге, мөмкин тиклем зарарһыҙландырыу маҡсатында республикала күпләп етештерелеүсе ризыҡ составына май, шәкәр, тоҙ һәм башҡа "тәмләткес"тәрҙе күпләп ҡушмайынса ғына бешереү мәсьәләһе күтәрелә, тик был әлегә закон нигеҙендә түгел, ә мәғлүмәти-пропаганда кимәлендә генә ҡуҙғатыла. Ә беҙҙәге етештереүселәрҙең үҙ продукцияларын теләһә ниндәй яһалма тәмләткестәр менән һатып алыусыны йәлеп итерлек итеп һәм шул арҡала хаҡтарын ҡиммәтләндереп һатырға теләүҙәрен агитация менән түгел, хатта бер ниндәй закон менән дә тыйып булмаясағы билдәле: уларға килем кәрәк.
Һүҙ ыңғайында шул да мәғлүм булһын ки: ошо көндәрҙә генә Росстат йыл башынан Башҡортостанда хаҡтары иң ныҡ ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлеген асып һалды. Мәҫәлән, ғинуарҙан алып картуфтың хаҡы - 51,2 процентҡа артҡан, ә шулай ҙа сентябрь аҙағында уның килограмын 36,78 һумға һатып алырға мөмкин булған. Һуғандың хаҡы -20 процентҡа (килоһы 34 һум), һарыҡ ите - 15,5 (725 һум), икмәк 14 процентҡа (80 һум), алма -14 (116 һум), аҡ май - 13 (865 һум), һөт - 9,3 ( литры 73,77 һум), эремсек 9,2 процентҡа (394 һум) артҡан. Ә бына 4 октябрҙә Башҡортостанда бер аҙ арзанайған 5 төр ризыҡ хаҡтары мәғлүм булды: әлеге лә баяғы картуф 3,6 (!) процентҡа арзанайып, килоһын 35,40 һумға алырға мөмкин булған; һуған 6 процентҡа (килоһы 31,83 һум), кәбеҫтә - 3 процентҡа (31 һум), сәй - 2,48 процентҡа (килоһы 1157,84 һум), алма 2 процентҡа (114 һум). Көҙгө уңыш мәлендә әллә ни муллыҡ билдәһе тип әйтеп булмай шул быны барыбер...
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №41, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА