РФ Оборона министрлығының 20 октябрь мәғлүмәтенә ҡарағанда, Рәсәй хәрби көстәре Сумы менән Харьков өлкәләренең пилотһыҙ осоу аппараттары етештереүсе цехтарын, шулай уҡ Украина армияһының сит ил ялланыусылары төркөмөнөң ваҡытлыса урынлашҡан пункттарын утҡа тотҡан. Министрлыҡ хәбәр итеүенсә, бындай объекттар 131 районда юҡ ителгән.
Бынан тыш, үткән аҙнала Украина армияһының энергетика объекттары, аэродромдары ла шартлатылған. Һөҙөмтәлә Украина хәрби-сәнәғәт комплексының пилотһыҙ осоу аппараттары һаҡланған урындар ҙа зыян күргән. 20 октябргә ҡарай төндә Рәсәй һауа һөжүменә ҡаршы оборона саралары Курск, Липецк, Орлов, Нижегородка, Белгород, Брянск һәм Мәскәү өлкәләре күгенән 110 украин дрондарын бәреп төшөргән.
Украина хәрби көстәренең (ВСУ) элекке баш командующийы, әлеге ваҡытта Украинаның Британиялағы илсеһе Валерий Залужный һүҙҙәренә һылтанып, The Telegraph гәзите Украинаның хәрби конфликтты туҡтатыу һәм тыныслыҡ хаҡына Рәсәй файҙаһына билдәле территорияларҙан баш тартыуы ла ихтимал, тип яҙып сыҡты. Был хәбәргә ышаныуы икеле, әлбиттә, сөнки Зеленский һаман булһа тыныс һөйләшеүҙәрҙән баш тартып, ҡаршылашыуын дауам итә. Көнбайыш киң мәғлүмәт саралары яҙыуынса, Киев режимы башлығы Рәсәйгә яңы һөжүм әҙерләй һәм мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк булһын өсөн алыҫҡа осоусы көнбайыш ҡоралын Рәсәй төпкөлөнә төбәп атырға йыйына. Әлеге ваҡытта ул, өҫтәүенә, "аҡтыҡҡаса" принцибына барып, 50 мең кешенән төркөм туплаған һәм уларҙы һөжүмгә ташларға әҙерләй, тип хәбәр итә "Новороссия" мәғлүмәт агентлығы. Туҡтауһыҙ мобилизацияларҙан Украинаны хәҙер революция көтә, ти сәйәсмәндәр. Эш хәҙер хатта шуға барып еткән: мобилизацияға кеше ҡалмағас, йәш өҫтәп яҙып, үҫмерҙәрҙе йыя башлағандар. Үткән аҙнала мәғлүм булыуынса, 10-11 кластарҙа уҡып йөрөүсе 300 меңләп үҫмер илдән сығып ҡасҡан. Илдә бөтәһе лә Зеленскийҙың "еңеү планы" - Украинаны бөлдөрөү планы икәнен яҡшы аңлай.
Bloomberg күҙәтеүсеһе Макс Гастингс үҙенең материалында АҠШ властарының, 175 млрд доллар ярҙам бүлеүҙәренә ҡарамаҫтан, Украинаның еңеүенә ышаныс бағламауҙары хаҡында яҙа. Әгәр власть башына Камала Харрис килгән осраҡта ла уның был һуғышты килешеүҙәр менән тамамланыуына өлгәшергә тырышасағы асыҡ, ти хәбәрсе. Европа шулай уҡ конфликттың тиҙерәк хәл ителеүен көҫәй, сөнки Украинала иҡтисади һәм энергетика буйынса проблемалар күбәйеп китте. Бынан тыш, көнбайыш илдәр етәкселәре Яҡын Көнсығышта булып ятҡан ваҡиғаларға табан боролдо. Яҡын Көнсығыш ваҡиғалары, тигәндән, әгәр Израиль Иранға ут аса ҡалһа, Ислам республикаһы яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, ул ғына ла түгел, илдең хәрби командованиеһы Израиль территорияһында сәпкә алынасаҡ объекттарҙы ла билдәләп ҡуйған, тип яҙа "Интерфакс".
Сербия президенты Александр Вучич әйтеүенсә, уның иле, билдәле дәрәжәләге баҫымға ҡарамайынса, Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға ҡушылмаясаҡ. Был турала ул Икенсе донъя һуғышында республиканы фашистик Германиянан азат итеүгә 80 йыл тулыуға арналған Совет-Югославия хәрби дипломатияһы күргәҙмәһендә таҙа рус телендә белдерҙе. Иҫтәлекле шанлы дата айҡанлы 20 октябрҙә Вучич Рәсәй лидеры Путин менән телефондан һөйләшеүҙәре барышында Сербияның Ҡаҙанда буласаҡ БРИКС саммитына киләсәге хаҡында ла белдергәйне.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА