«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРМОШ ЮЛЫҢДА ҺАУЛЫҠ БУЛҺЫН ЮЛДАШЫҢ
+  - 


"Шифа бите"нең бөгөнгө ҡунағы - Стәрлебаш ҡыҙы, әлеге мәлдә Мәсетле районының "Ҡарағай" шифаханаһында терапевт булып эшләүсе Алина Валерий ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВА. Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлап, ун йылға яҡын халыҡ һаулығы һағында тороусы табип һүҙе гәзит уҡыусыларыбыҙ өсөн дә файҙалы булыр, тип ышанабыҙ.

Алина Валерий ҡыҙы, әүҙем генә алып барған телеграм-каналығыҙҙағы битегеҙҙә һеҙ үҙегеҙҙе "табип-терапевт", "озонотерапевт", "гирудотерапевт" тип таныштыраһығыҙ. Шулай уҡ дауаланыусылар һеҙҙе "нутрициолог" булараҡ та белә...

- Күреүегеҙсә, был йүнәлештәрҙең һәр береһенең нигеҙендә "терапевт" һүҙе ята. Терапевт сирҙе йәки йәрәхәтте, патологик хәлде йәки йәшәү эшмәкәрлегенең башҡа төрлө боҙолоуын нормаға килтереүҙе, һаулыҡты тергеҙеүҙе һәм яҡшыртыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Ә сирҙе бөтөнләйгә юҡ итеү мөмкин булмаған осраҡта, ауырыуҙың хәлен еңеләйтеүҙе күҙаллай.
Табип-терапевт - 18 йәштән ололарҙы дауалаусы киң профилле белгес, уның компетенцияһына сирҙәрҙе иртә диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләре инә. Озон терапевы - озон-кислород ҡатнашмаһынан инъекция яһап, гирудотерапевт - һөлөктәр ҡулланып дауалаусы табиптар. Ә нутрициолог иһә дөрөҫ туҡланыу өлкәһендәге белгес. Ул үҙенең белемен һәр бер айырым кешенең организмы ихтыяждарын күҙ уңында тотоп, уның тормошона бәйле оптималь булған туҡланыу рационын төҙөү өсөн ҡуллана.

Витаминдар тураһында һөйләшеп алайыҡ. Уларҙың һаулыҡ өсөн мөһимлеге нимәлә?

- Кеше организмы аңлатып бөткөһөҙ сер булып ҡала килә. Мәҫәлән, беҙҙең организм үҙенә ниндәй витаминдар кәрәклеген алдан уҡ иҫкәртә. Ныҡ итеп шоколад ашағығыҙ килдеме? Тимәк, һеҙҙең организмға магний етмәй. Әллә аппетитығыҙ кәменеме? Был B1 һәм B2 витаминдарының етешмәүенә ишара.
Шулай итеп, витаминдарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Кеше организмының нормаль йәшәү эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле биологик актив матдәләрҙең - витаминдарҙың - булмауы йәки етәрлек кимәлдә булмауы ҡаты сирҙәр барлыҡҡа килтерергә мөмкин.
Латин алфавитындағы A, B, C, D һәм башҡа хәрефтәр менән билдәләнгән витаминдар эшкә һәләтлелекте, сыҙамлыҡты, инфекцияға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра. Шулай уҡ витаминдарҙың бик әҙ генә күләме лә организмда матдәләр алмашыныуына ныҡлы булышлыҡ итә.
Күпселек витаминдар үҙҙәре организмда синтезланмай, ә хайуандарҙан һәм үҫемлектәрҙән алынған аҙыҡ продукттарынан инә. Шуға күрә, әгәр ҙә кеше баланслы, рациональ туҡланһа, уның организмында витаминдар етерлек була. Тәмле лә, файҙалы ла булған туҡланыуға өҫтөнлөк биреү мөһим. Ләкин хәҙерге ваҡытта туҡланыуға, аҙыҡ-түлектең сифатына ҡағылышлы проблемалар күп. Һәм бындай осраҡта махсус витамин препараттарын ҡулланыу организмға ярҙамға килә. Витаминдарҙы үҙ белдегегеҙгә йәки таныш-дуҫтарығыҙҙың кәңәшен тыңлап ҡына ҡуллана башлау ҙур хата. Ниндәй витамин һәм күпме күләмдә, нисек ҡабул итеүҙе анализдар һөҙөмтәһенән сығып, табип ҡына билдәләргә тейеш. Шуға күрә, тәү сиратта, белгестәр менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Бөгөнгө көндөң иң ауыр мәсьәләләренең береһе - һимеҙлектән интегеүселәрҙең, тән ауырлығы менән яфаланыусыларҙың күп булыуы...

- Артыҡ һимеҙлек - бөгөнгө йәмғиәт алдында торған глобаль проблемаларҙың береһе. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Ер шарындағы һәр өсөнсө кеше артыҡ тән ауырлығына эйә. Һимеҙлектең ике сәбәбе бар - эндокрин система һәм кешенең йәшәү тәртибе. Әгәр ҙә табип-эндокринолог үҙенең өлкәһе буйынса сәбәп тапмаһа, тимәк, мәсьәлә кешенең үҙенә бәйле. Юғары колориялы аҙыҡ-түлек менән туҡланыу, тиҙ углеводтарҙы күп ҡулланыу, әҙ хәрәкәтләнеү, стресс, даими арыу, йоҡо туймағанлыҡ, микрофлораның боҙолоуы - быларҙың барыһы ла тән ауырлығының артыуына килтереүсе сәбәптәр булырға мөмкин.
Мәҫәлән, тәмле-татлыға артыҡ ынтылыу күпселек осраҡта организмдың глюкозаға булған ихтыяжынан сығып түгел, ә ғәҙәт буйынса башҡарыла. Хеҙмәттәштәрегеҙ араһында көн һайын автоматтан һөтлө шоколад алып эсеүсе йәки даими рәүештә кәнфит, печенье менән сәй эсеүселәр, моғайын, барҙыр. Уларҙың был ҡылығы күпмелер ваҡыт эсендә формалашҡан ғәҙәт кенә. Шулай уҡ татлыға ынтылыу күңел болоҡһоғанда, кәйеф насар булғанда ла күҙәтелә.
Һимеҙлеккә дусар булмау, тән ауырлығын нормаль күрһәткестәрҙә тотоу һәр кемдең үҙ ҡулында. Туҡланыу мәҙәниәте менән бер рәттән, организмды ял иттерә белергә лә кәрәк. Тын алыу техникаһын өйрәнеү ҙә ҙур ярҙамсы булырға мөмкин. Әгәр ҙә ябығырға теләп тә, уны тормошҡа ашыра алмайһығыҙ икән, психотерапевҡа мөрәжәғәт итергә лә тартынмағыҙ, сөнки мәсьәләнең төбөндә психологик проблемалар ҙа ятыуы бар.

Ауырыуҙы дауалауҙан уны иҫкәртеү еңелерәк, тиҙәр...

- Был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Һәр кемдең үҙ һаулығына ҡарата булған иғтибары, зыянлы ғәҙәттәрҙән тулыһынса азат булыу, физик әүҙемлекте арттырыу, оҙайлы стресс булдырыусы факторҙарҙы юҡ итеү, дөрөҫ туҡланыу, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу, рациональ туҡланыу, ҡан баҫымын контролдә тотоу, организмды сыныҡтырыу, үҙ ваҡытында үткән профилактика - сәләмәтлектең нигеҙе.
Ошондай матур донъяға килгәс, тормош юлын да матур үтергә тырышырға кәрәктер. Ә бының өсөн һаулыҡты һаҡларға, тән һәм күңел гармонияһын юғалтмаҫҡа кәрәк.

Барыһы өсөн дә яҡшы таныш, ләкин табиптарға ғына аңлайышлы термин - холестерин. Уның төшөүе йәки күтәрелеүе кеше сәләмәтлегенә нисек тәьҫир итә? Ябай ғына аңлатма һеҙҙән.

- Холестерин - кеше организмы өсөн ҙур роль уйнай, ул бөтә күҙәнәктәрҙең дә төҙөлөш материалы, унан күп гормондар, витаминдар, үт кислоталары синтезлана. Әгәр ҙә ҡанда холестерин кимәле артыҡ юғары булып китһә, ҡан тамырҙарында атеросклеротик төйөрсөктәр барлыҡҡа килергә мөмкин. Был иһә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен арттыра.
Холестеринды ике төргә бүлеп йөрөтәләр: яман һәм яҡшы. Түбән тығыҙлыҡтағы липопротеин, йәғни "яман" холестерин артерияларҙа күпләп тупланһа, организмға ярҙамға "яҡшы" холестерин - юғары тығыҙлыҡтағы липопроетин - килеп, уларҙы юҡ итеүҙә ҡатнаша.
Һаулыҡты һаҡлау өсөн холестериндың кимәлен контролдә тотоу мотлаҡ. Бының өсөн билдәле факттарҙы инҡар итмәү мөһим: сәләмәт тормош, даими физик күнекмәләр, тартыу-эсеүҙе юҡҡа сығарыу һәм башҡалар. Ә холестерин кимәлен аңлау һәм уны дауаларға кәрәкме-юҡмы икәнлеген тикшереү үтеп белергә була.

Бер танышым гелән тамағында ниндәйҙер төйөр торғанлығына зарлана һәм бер туҡтауһыҙ тамаҡ ҡыра. Табипҡа барыуҙы кисектереп килә. Бының сәбәбе нимәлә булырға мөмкин?

- Үҙенең һаулығына ҡул һелтәп ҡарауы күңелһеҙ хәл. Тамаҡта төйөр тороуына зарланыусыларҙың күбеһе проблема ҡалҡан биҙендә, тип уйлай. Әлбиттә, был сәбәп тә булырға мөмкин, ләкин ул исемлектең беренсе рәтендә түгел. Әгәр ҙә тамаҡта даими рәүештә нимәлер ҡамасаулаған кеүек булһа, тиҙ арала табипҡа күренеү мотлаҡ. Ул әллә күпме сирҙең сәбәбе булыуы мөмкин. Мәҫәлән, ГЭРБ, рефлюкс-эзофагит, аш һеңдереү юлының мотор функцияһы боҙолоуы, лор-ағзалар сире, киста һәм башҡалар. Тағы ла уның нигеҙендә эмоциональ көсөргәнешлек, стресс та ятырға мөмкин.
Ниндәй осраҡта ла, оҙаҡҡа һуҙмайынса, табипҡа күренергә кәрәк. Әгәр ҙә тәү ҡарашҡа зарарһыҙ ғына күренгән тамаҡ ҡырыу ауыр сиргә бәйле икән, уны тиҙ арала дауалау курсын башлау ғына ыңғай һөҙөмтә бирергә мөмкин.

Диспансерлаштырыуҙың файҙаһы нимәлә?

- Уның мөһимлеген инҡар итергә ярамай, сөнки ул сирҙәрҙе иртә асыҡлауҙың һәм дауалау курсын башлауҙың мөһим юлы. Ауырыуҙы ни тиклем иртәрәк асыҡлайҙар, уны дауалауҙың ыңғай һөҙөмтә биреүенә лә ышаныс ҙурыраҡ. Был айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙарын, яман шеш, тын алыу ағзалары сирҙәренең, шәкәр диабетының аҙыуын кисектереү өсөн кәрәк.
Диспансерлаштырыу сиктәрендә аналыҡ муйыны, күкрәк биҙе яман шеше, колоректаль яман шеште асыҡлау өсөн скрининг һәм башҡа төрлө комплекслы тикшереүҙәр үткәрелә. Диспансерлаштырыуҙың бөтә этаптары ла бушлай һәм уны үтеү өсөн эшләп йөрөгәндәргә өс йылға бер тапҡыр түләүле ял көнө бирелә. Был хоҡуҡ Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында беркетелгән.

Шулай итеп...
Һәр бер кешенең алдында торған тәүбурыс - үҙенең һаулығын һаҡлау, матур, сәләмәт һәм оҙон тормош юлы үтеү. Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында. Был ҡоро һүҙ генә түгел, ә һаулыҡты һаҡлауға йүнәлтелгән ғәмәлдәр башҡарыуға саҡырыу. Һәм, иң мөһиме, уның ваҡытлыса түгел, ә даими рәүештә башҡарылыуы шарт.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.10.24 | Ҡаралған: 110

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru