Яңыраҡ урамда күптән күрешмәгән бер танышым менән осраштыҡ. Хәл-әхүәл һорашып, һөйләшеп киттек. Танышым минең башҡорт этнографияһы буйынса яҙған популяр мәҡәләләремдең ҡайһы берҙәрен уҡыған икән. Шул мәҡәләләр айҡанлы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та һөйләшеү килеп сыҡты.
Әлеге танышым юғары гуманитар белемле - Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Уға минең "Башҡорттар күсмә тормош алып бармаған", тигән ҡарашым оҡшамаған икән. Минең менән ризалашмауына төп дәлил итеп: "Башҡорттарҙың мунсаһы булмаған", - тигән фекер әйтте. Йәнәһе, күсмә халыҡ булғас, мунсаны күсереп йөрөтөп булмай.
Танышым үҙе үк башҡортса "мунса" тип һөйләне. Тимәк, йыуыныу урыны булған ҡоролманың атамаһы башҡорт телендә бар. Ул "мунса" тип атала. Был һүҙ мине күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Ул һүҙҙең килеп сығыу тарихын, мәғәнәһен аңларға тырышып ҡараным, тик осона бер нисек тә сығып булмай ине. Һорауыма яуапты көтмәгәндә билдәле коми ғалимы, телсе А. Ракиндан ишеттем. Бынан бер нисә йыл элек Өфөгә конференцияға килгәнендә ул коми йәштәренең үҙ телдәрендә һөйләшергә теләмәүҙәренә, кәрәкме-юҡмы, коми телендә булған һүҙҙәр урынына урыҫ һүҙҙәрен ҡыҫтырыуҙарына зарланып алды. Һәм миҫалға баяғы "мунса" һүҙен килтереп сығарҙы. Йәғни, үҙҙәренең коми телендә була тороп та, йәштәр урыҫ теленән "баня" һүҙен ҡулланалар икән. "Ә коми телендә "баня" нисек була һуң?" - тип һораным һәм, бына һиңә - мә, тигәндәй, үҙебеҙҙең һүҙҙе ишеттем. Коми халҡы мунсаны "бууча" тип атай икән. Шундуҡ үҙебеҙҙең телебеҙҙәге "быу" (йәғни урыҫсалағанда "пар") һүҙе иҫкә килеп төштө. Был "быу" һүҙе башҡорт телендә бик боронғо һүҙ һәм башҡорттарҙың ата-бабаларының береһе булған көнсығыш иран телле скиф-сарматтарға алып барып тоташтыра. Йәғни, шуларҙан беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған һүҙ булып сыға.
Археолог С. Руденко Алтайҙағы туңлыҡта скифтарҙың һәйбәт һаҡланып ҡалған ҡыуыш мунсаһын ҡаҙып ала. Ошо мунсаның һүрәтендә ҡаҙан һәм уға тултырылған таштарҙы күрергә була (һүрәттә).
Бер-береһенә яҡын туғандаш коми һәм удмурт халыҡтарының телендә баяғы көнсығыш иран телдәренән ярайһы уҡ күп кенә һүҙҙәр үҙләштерелгәнен ғалимдар әллә ҡасан инде иҫбат иткәндәр. Баяғы "бууча" һүҙе лә шул мираҫтың береһе була. Башҡорт телендә был "быу" (буу) һүҙе яйлап үҙгәреш кисереп "быуса" урынына "мунса" булып яңғырай башлай. Телебеҙҙә "б" һәм "м" өндәренең алмашыныуына миҫалдар бик күп, мәҫәлән, "бына/мына", "бынауындай/мынауындай" һәм башҡалар. Тимәк, беҙҙең мунса тигәнебеҙҙең мәғәнәһе урыҫса әйткәндә "парилка" булып сыға.
Моғайын да, мунса инмәгән башҡорт юҡтыр. Шулай булғас, мунсаның төп мәғәнәһе, шарты шул быуҙа тирләп-бешеп ултырып, йыуынып-сайынып, яңырып сығыу икәнен бөтәһе лә белә. Быға аңлатыу кәрәкмәй. Скиф-сарматтарҙың йәйге мунсаларының беҙҙең башҡорт бесәнселәре яһаған ҡыуыш формаһында эшләнеп, уның уртаһына таш өйөп, шул таштарҙы ут яғып ҡыҙҙырып, шунда һыу һибеп, быуҙа тирләп йыуыныуҙары тураһында археологтар хеҙмәттәрендә миҫалдар табырға мөмкин. Рәсәй киңлектәрен гиҙеүсе хәҙерге заман туристары ла йыш ҡына ошо уҡ ысулды ҡулланып йыуыналар. Тик туристар ҡыуыш ҡормайҙар, ә хәҙерге заман материалдары - сатырҙарын төрлө пленкалар менән ҡаплайҙар.
Юл ыңғайында әйтеп китәйем - урыҫ телендәге "бан" һүҙе лә славяндар һүҙе түгел. Славяндарға, шул иҫәптән урыҫтарға ла, баня һүҙе латин теленән килеп ингән - balneum, йәғни "ванна" тигән мәғәнәлә. Хәҙерге "бальнеология курорттары" тигән төшөнсәнең тамырында ла шул уҡ balneum һүҙен күрергә кәрәк.
Донъяла йыуына, таҙарына белмәгән халыҡ юҡ ул. Тик һәр халыҡтың гигиенаһы уның йәшәү шарттары менән бәйле. Кемдер һыу әҙ булған ҡомло сүллектә көн күрә, кемдер мәңгелек ҡыш хөкөм һөргән яҡтарҙа йәшәй. Шул шарттарҙан сығып, һәр халыҡ үҙенсә таҙарына. Башҡорт донъя көткән тәбиғәт шарттары, Аллаға шөкөр, һыуға ла, ҡарға ла һәм башҡаһына ла бай. Шул шарттарҙан сығып, ул да үҙенсә йыуынған, таҙарынған. Бала сағымдан хәтерҙә ҡалған - бәләкәйерәк йылға буйында таштан һалынған бер нисә ҡара мунсаны халыҡ сиратлап яғып йыуына ине. Хөснитдин олатайымдың һөйләүенсә, Баймаҡ районы Ямаш ауылының мунсалары Һаҡмар, Ҡышлауар йылғалары буйында ултырған. Мунсаларҙың йылға буйында ултырыуы янғындан һаҡланыу сараһы булған. Хәҙер, әлбиттә, хәл икенсе - һәр кем урамында мунса ултыртып ҡуя һәм унда рәхәтләнеп көн дә тигәндәй сабынып, йыуынып, таҙарынып сығып, тирләп-бешеп сәй эсеп, ял итеп ала.
Шулай итеп, малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттоң ауылда ла, йәйләүҙә лә мунсаһы булған. Тик улар икеһе ике төрлө булған. Береһе стационар - ауылдағыһы таштан йәки ағас буранан булһа, йәйләүҙәгеһе - ҡыуыш кеүегерәк итеп еңел генә яһалған ҡыуыш мунса булған. Йәйләү урындарын ниндәй ҙә булһа берәй йылғаға яҡын итеп һайлағанды иҫәпкә алғанда, халыҡ йылы ваҡыттарҙа йылғаларҙа ла йыуына алған.
Һүҙемде йомғаҡлап, үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙы ғәйепләп, уларға өҫтән тәкәббер ҡараш ташларҙан алда, тәүҙә аҙ булһа ла уйланайыҡ, эҙләнек, тип әйткем килә. Башҡорттоң тарихи үткәнендә оялыр, кәмһенер биттәр юҡ. Тарихыбыҙ менән ғорурланайыҡ, уны өйрәнеп, йәштәргә тулыландырып, байытып тапшырайыҡ.
Зәкирйән ӘМИНЕВ,
этнограф.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА