Халыҡ-ара БРИКС берекмәһенең 22-24 октябрҙә Ҡаҙанда үткән XVI саммиты, дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө донъя хәлдәренә битараф булмаған һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте һәм, "Татаринформ" яҙып сығыуынса, "бөтөн донъяны шаулатҡан өс көн" булды. Ҡаҙан саммиты үткән аҙнаның ғына түгел, бәлки, быйылғының да күренекле йыл сараһы тип нарыҡланырлыҡ ваҡиға булғандыр, сөнки, кемдер әйтеүенсә, уның әһәмиәтен беҙ бер-ике көн эсендә түгел, ә әкренләп, йыл буйына анализлай һәм баһалай аласаҡбыҙ. Күп һанлы рәсми даирәләр вәкилдәре, сәйәсмәндәр, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары белдереүенсә, был саммит донъя тарихында, һис һүҙһеҙ, лайыҡлы урынын аласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, был берләшмә 2006 йылда Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Бразилия, Рәсәй, Һиндостан һәм Ҡытай илдәренең иҡтисад министрҙары тарафынан ойошторолғайны. Күп тә үтмәне, уға Көньяҡ Африка килеп ҡушылды һәм шул ваҡыттан алып БРИКС-тың популярлығы арта бара. Быйыл Рәсәй ойошма рәйесе вәкәләтен биләгәс, уның нигеҙе Египет, Эфиопия, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Сәғүд Ғәрәбстаны иҫәбенә тағы ла нығына төштө. Рәсәй Президенты Владимир Путин әйтеүенсә, халыҡ-ара был ойошма кешелектең байтаҡ өлөшөнөң мәнфәғәттәрен яҡлай: бөгөн БРИКС өлөшөнә донъялағы ҡоро ерҙең 33 проценты һәм планета халҡының 45 проценты тура килә. Шуға күрә лә уның сираттағы йыйынына 36 ил вәкиле, шуларҙың 24-енең дәүләт башлыҡтары һәм хөкүмәт етәкселәре, шулай уҡ алты халыҡ-ара ойошма делегациялары килде. Был ойошманың нығына барыусы абруйы хаҡында һөйләй, әлбиттә.
Хатта ки Украинала буласаҡ "тыныслыҡ саммитына" саҡырыуҙы ҡабул итмәйенсә, Зеленскийҙың асыуын ҡабартып, Ҡаҙанға, БРИКС йыйынына Берләшкән милләттәр ойошмаһының генераль секретары Антониу Гутерриш үҙе лә килеп еткән. Быға үс итеп, Зеленский БМО хужаһын Украинала ҡабул итеүҙән... баш тартҡан! Уның ҡарауы, саммит ултырышында сығыш яһап, БМО етәксеһе Украиналағы конфликтты ойошма уставы нигеҙендә тыныс юл менән яйға һалырға саҡырған. В.Путин менән шәхсән осрашыуында ла генсек ошо уҡ теманы ҡабатлап күтәргән. Ә бына саммиттың эшендә, РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Украина мәсьәләһе мөһим булһа ла, үҙәк тема булып тормаған. БРИКС илдәре араһында Украина конфликтына төрлөсә ҡараш йәшәй, ләкин БРИКС ойошмаһы башҡа маҡсаттарҙа ойошторолған, тип билдәләй эксперттар.
Ниндәй маҡсаттар һуң улар һәм был йыйында ниндәй мәсьәләләр ҡаралған? Ҡабул ителгән декларацияның төп темаһы "санкцияларҙың донъяла финанс-иҡтисади көрсөккә килтереп терәү ихтималлығы һәм БРИКС-тың быға юл ҡуймаясағы". Кешелек алдында өс проблема тора: аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, энергетика һәм климат мәсьәләләре. Көнбайыш был проблемаларҙы хәл итергә теләмәй икән, БРИКС эшкә тотонасаҡ. Ошо маҡсаттарҙан сығып, БРИКС-тың иген биржаһын булдырырға ҡарар ителә. Әйткәндәй, был ойошмаға иген продукцияһы етештереүселәрҙең 40 проценты һәм шул тиклем үк кимәлдә ҡулланыусылар инә. Икенсенән, Халыҡ-ара валюта фондына (МВФ) альтернатива булараҡ, БРИКС-ты үҫтереү банкы эшкә ҡушыласаҡ. Быны, тимәк, берҙән-бер халыҡ-ара резерв валюта булып торған долларҙан китеү, тип аңларға кәрәк. Киләһе мөһим бурыс - Ойошма ағзалары булып торған илдәр иҡтисадына ярҙам һәм Глобаль көньяҡ һәм көнсығыш дәүләттәрен финанс ресурстары менән тәьмин итеү маҡсатында БРИКС-тың инвестиция платформаһын булдырыу. Шул уҡ ваҡытта яһалма интеллект өлкәһендә берекмә альянсын ойоштороу мәсьәләһе лә мөһим тема булараҡ, Ҡаҙан декларацияһы исемлегенә ингән.
Рәсәй Президенты БРИКС йомғаҡтары буйынса 24 октябрҙә матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Ул берекмәгә ингән дәүләттәрҙең демократик нигеҙҙә һәм күп полярлы донъя тәртибен төҙөү бурысын аңлап, бөгөнгө көн өсөн мөһим тип ҡарауҙарын һәм шул уҡ ваҡытта законһыҙ санкцияларға, беҙҙең традицион әхлаҡ ҡиммәттәрен емерергә маташыуҙарға бергәләп ҡаршы торорға әҙер булыуҙарын иң мөһиме тип атаны. "БРИКС дәүләттәре финанс өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытырға теләй һәм беҙ милли валюталарҙа үҙ-ара иҫәп-хисап механизмын тышҡы хәүефтәрҙән азат булған банк-ара берҙәмлек төҙөйбөҙ. БРИКС-тың түләүҙәр системаһы цифрлы платформаға нигеҙләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта беҙ ойошма дәүләттәренең артабанғы иҡтисадын үҫтереү маҡсатында инвестицияларҙы көсәйтергә теләйбеҙ. Был иһә Яңы үҫеш банкы ярҙамында атҡарыласаҡ", - тине Путин. Әйткәндәй, Бразилиялағы был банктың президенты Дилма ханым Роуссефф шулай уҡ саммитта ҡатнашты, сөнки киләһе йыл БРИКС саммитына Бразилия етәкселек итәсәк. Шулай итеп, "үҙ проблемаларыбыҙҙы беҙ үҙебеҙ хәл итәсәкбеҙ", тине Путин һәм БРИКС майҙанының ағза һәм партнер илдәргә үҙ-ара тигеҙ хоҡуҡтар биреүе, үҙ-ара мәнфәғәттәрҙең яҡланыуы хаҡында ла әйтте. Шулай уҡ, сит ил матбуғат саралары һәм күҙәтеүселәренең, "Путин долларҙы еңеү ниәте менән янай" тип яр һалыуына ҡарата: "БРИКС сиктәрендә хеҙмәттәшлек бер кемгә лә - долларға ла, башҡа төр валюталарға ла ҡаршы түгел, ә фәҡәт ойошмалағы дәүләттәрҙең мәнфәғәттәре өсөн альтернатив саралар эҙләү", - тип ҡат-ҡат ҡабатланы. Тик шулай ҙа, эксперттар фекеренсә, долларҙан тыш иҫәп-хисап системаһы буйынса эшләү ҡапыл ғына һәм еңелдән булмаясаҡ, БРИКС-тың берҙәм милли валютаһын булдырыу мәсьәләһе лә әле ҡаралмай. Икенселәр әйтеүенсә, БРИКС илдәренең Үҙәк банктары цифрлы платформала уңышлы идара итә аласаҡтар, сөнки Рәсәй менән Ҡытайҙа, мәҫәлән, цифрлы валюталарҙы һынап ҡарау тәжрибәһе уңышлы бара.
Дөрөҫ, төрлө даирәләрҙә саммиттың әһәмиәтенә ҡараш һәм баһалар ҙа төрлөсә. Сәйәсмән Николай Миронов уны "донъя тәртибе тарихында һынылыш яһаусы ваҡиға" тип баһа бирһә, икенселәр БРИКС-ты "кеше йөҙлө ойошма" тип атаны. Күҙәтеүсе эксперттар һәм сит ил журналистары белдереүенсә, был ваҡиға бар донъяла "Рәсәйҙе бер яңғыҙын ҡалдырыу сәйәсәтенең ҡаҡшауы" , "Рәсәйҙең дипломатик еңеүе" тип баһаланды. Ошо урында билдәле сәйәсмән, эксперт-аналитик Николай Мироновтың: "Ҡасан да булһа Көнбайыш БРИКС ишеген ҡағыр, һәм беҙ уға асырбыҙ", - тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Был ошо ойошманың һәр кемгә, һәр дәүләткә асыҡ, хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуы хаҡында һөйләй.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА