«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАУЛЫҠ СИКЛӘНҺӘ ЛӘ ХОҠУҠТАРЫ СИКЛӘНМӘҺЕН
+  - 


Әҙәми заттарҙың һаулығы бер иш түгел, уның торошо бик күп факторҙар менән бәйле. Кеше йәшәгән мөхиттең бысраныуы, экология талаптарының үтәлмәүе, сифатһыҙ аҙыҡ-түлек менән туҡланыу, тәбиғәт катаклизмдары, технологик катастрофалар, локаль һуғыштар, енәйәтселек һәм башҡа бик күп төрлө сәбәптәр арҡаһында ауыр сирлеләр, зәғифләнгән кешеләр, инвалидтар һаны арта бара. Eр йөҙөндә йәшәгән барса халыҡтың 15 проценты - 1 миллиардтан ашыу кеше инвалидлыҡтың теге йәки был формаһына дусар булған, уларҙың 80 проценты - үҫешеүсе илдәр граждандары.

Иң үкенеслеһе - донъяла инвалид балалар һаны ла йылдан-йыл арта бара. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының балалар хоҡуҡтарын һаҡлау һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған ЮНИСЕФ ойошмаһының Башҡарма директоры Генриетта Фор 2021 йылдың 10 ноябрендә БМО ултырышында махсус доклад менән сығыш яһай. Уның белдереүенсә, донъяла 240 миллионға яҡын инвалид бала теркәлгән. Докладта балалар именлегенең төп күрһәткестәре буйынса, һау-сәләмәт балалар менән сағыштырғанда, инвалид балаларҙың хәле күпкә насарыраҡ булыуы билдәләнә. "Яңы тикшеренеүҙәр беҙ элегерәк тә белгәндәрҙе раҫлай: мөмкинлеге сикләнгән балалар үҙҙәренең хоҡуҡтарын бойомға ашырғанда күп һанлы һәм киҫкенләшә барған проблемаларға осрай. Һүҙ уларға белем алыу мөмкинлеген тәьмин итеү йә иһә китаптар уҡыу тураһында барһынмы - теләһә ниндәй күр-һәткес буйынса инвалид балаларҙы иҫәпкә алыу ихтималлығы ғәмәлдә ныҡ түбән, уларҙың тауыштары ишетелмәй тиерлек. Ошондай балалар бик йыш ҡына онотолоуға дусар... Уларҙың күҙгә салынып бармауы социаль изоляция сәбәбе булып тора. Бик оҙайлы ваҡыт дауамында беҙҙә инвалид балаларҙың дөйөм иҫәбе хаҡында ышаныслы мәғлүмәттәр булманы. Беҙ, ошондай балаларҙың күпме икәнен һанап сығара алмаған халәттә, уларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә ала алмайбыҙ һәм улар менән кәңәшләшеүҙән мәхрүмбеҙ, беҙ уларҙың ҙур потенциалын асыуға булышлыҡ итә алмайбыҙ", - тип белдерҙе Генриетта Фор.
Ҡайһы бер тикшеренеүселәр яҙғанса, донъя кимәлендә балаларҙың 5 проценты билдәле бер сәбәптәр арҡаһында зәғиф булып тыуа, унан башҡа байтаҡ ҡына балалар, тыуғандан һуң һаулығы үтә насарайып, инвалидҡа әйләнә. Тыуасаҡ баланың ағзалары эмбриональ үҫеш барышында формалаша, әгәр уға ата-әсәһенән бирелгән гендар теүәл һәм төҙөк булһа, ул иҫән-һау донъяға килә, таҙа һәм сәләмәт булып үҫә. Унан һуң, бәпестең һаулығы әсәһенең сәләмәтлеге менән дә бәйле: ҡарындағы бала организмына әсә кешенең сирләүе, төрлө дарыуҙарҙы күпләп ҡулланыуы, алкоголле эсемлектәрҙән баш тартмауы кире йоғонто яһауы мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ ҡына бәпестәр нәҫел сирҙәренә дусар була, шулай уҡ тыуған мәлендә алынған травмалар, насар экология тәьҫире һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында зәғифләнгән йә иһә тыумыштан инвалид булған балалар социумдың бер өлөшө булып тора.
Төрлө сирҙәргә тиҙ бирешеүсәнлек, иммун системаһының тейешле кимәлдә эшләмәүе һөҙөмтәһендә ғәрип балаларҙың һаны арта бара. Росстат мәғлүмәттәре инвалид балалар һанының уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында ныҡ артыуын күрһәтә: уларҙың дөйөм иҫәбе 1981 йылда 53 мең бала булһа, 1991 йылда - 155 мең, 1999 йылда - 597 меңгә етә, 2001 йылда 675 мең тәшкил итә. Бик ҡыҙғаныс күренеш: 2023 йыл башына илебеҙҙә 722 мең бала инвалид статусында теркәлә, был 18 йәшкә тиклемгеләрҙең 2,4 проценты. Нисек кенә үкенесле булмаһын, 2023 йылдың 31 декабренә Рәсәйҙең 146 150 789 кешеһенән 11 040 864-е инвалид. Бер илгә 11 миллиондан ашыу ғәрипләнгән кеше - артыҡ күп түгелме һуң? 2020 йыл менән сағыштырғанда, уҙған 3 йыл эсендә инвалидтар һаны 35 671 кешегә арта.
Шуныһын һыҙыҡ өҫтөнә алыу фарыз: 4,2 млн инвалид эшкә яраҡлы йәштә, әммә уларҙың күбеһе бер ҡайҙа ла эшкә урынлаша алмай. Бындай кешеләрҙең айырым статусы, йәғни һаулыҡтарының торошо арҡаһында физик яҡтан сикләнгән булыуы хеҙмәт баҙарында, башҡа граждандар менән сағыштырғанда, уларҙың конкурентлыҡ мөмкинлектәрен дә сикләй. Ысынбарлыҡта инвалидлыҡҡа дусар булыусылар дәүләт тәьминәтендә генә йәшәргә теләмәй: улар, физик мөмкинлектәре һәм һәләттәренә ярашлы, хеҙмәт функцияларын үтәргә әҙер.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм уның субъекттары кимәлендә инвалидтарҙың эшкә хоҡуҡтарын бойомға ашырыу буйынса байтаҡ эшлекле саралар күрелде. 2012 йылдың 3 майында Рәсәйҙең Федераль Йыйылышы "Инвалидтар хоҡуҡтары Конвенцияһын ратификациялау тураһында" тигән Федераль закон ҡабул иткәйне. Ошо законға ярашлы, власть органдары зәғиф һәм ғәрипләнгән граждандарҙың илебеҙҙә башҡа граждандар менән тиң хоҡуҡлы булыуын тәьмин итергә тейеш. Бында иң элгәре уларҙың дөйөм урта һәм төрлө кимәлдәге һөнәри белем алыу мөмкинлеге һәм билдәле бер өлкәлә эшкә урынлаша алыуы күҙ уңында тотола. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо йәһәттән ижтимағи йөгөбөҙ урынынан бик әкрен ҡуҙғала: 2023 йылға эшкә яраҡлы йәштә булған инвалидтарҙың дүрттән өс өлөшө һаман да эшһеҙ ҡала бирә. Был өлкәлә проблемалар хаттин ашҡан: эш менән тәьмин итеү органдары тәҡдим иткән вакансиялар инвалидтарҙың күбеһе өсөн яраҡлы түгел, уларҙы һөнәри яҡтан әҙерләү юлға һалынмаған, улар өсөн махсуслаштырылған яңы предприятиелар асылмай, эш биреүселәр, бизнес өлкәһе уларға битараф булып ҡала. Хатта ки, эшкә урынлашҡан хәлдә лә, инвалидтар хеҙмәтенә тейешле иғтибар етеңкерәмәй, улар хеҙмәт коллективтарында "аҡ ҡарға" булып ҡала, шунлыҡтан, үҙ хеҙмәтенән эмоциональ ҡәнәғәтләнеү тапмай.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын тәьмин итеү проблемаһы ғына түгел, уларҙың белем алыуға, ялға, дауаланыуға, социаль яҡлауға ҡарата булған ихтыяждарын, барса мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу күп аспектлы, күп яҡлы ҡатмарлы ижтимағи һәм дәүләти проблема. Уға ведомство-ара комплекслы ҡараш булдырыу, эш биреүселәрҙе, бизнес әһелдәрен, ғилми, мәғрифәти, мәҙәни ойошмаларҙы, инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмаларын, һаулыҡ һаҡлау органдарын, ғөмүмән, барса йәмәғәтселекте йәлеп итеү фарыз.
Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа зәғиф һәм ғәрипләнгән граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды. Республика Башлығы Р.Ф. Хәбиров ағымдағы 2024 йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан иткәйне. Ошоға ярашлы, Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарҙа инвалидтар проблемаларын хәл итеү буйынса байтаҡ саралар күрелде һәм, иң мөһиме, улар урындағы властарҙың һәм йәмәғәтселектең иғтибарын ихлас ҡабул итте, үҙҙәрен ситкә тибелгәндәр итеп тойоп, кәмһенеү комплексынан азат булыу мөмкинлегенә эйә булды.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә 24-25 октябрҙә "Торатау" конгресс-холында "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" тигән III Бөтөн Рәсәй форум-күргәҙмәһе уҙғарылды. Форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары - статс-секретары, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилёва һәм Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнашты. Форум-күргәҙмәнең төп маҡсаты - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы комплекслы реабилитациялау юлдарын билдәләү, уларға белем биреү, хеҙмәткә хоҡуҡтарын тәьмин итеү, башҡа төрлө ярҙам ойоштороу мәсьәләләрен ҡарау, Башҡортостанда һәм илебеҙҙең төрлө тарафтарында тупланған тәжрибә менән уртаҡлашыу. Форумда ҡатнашыусыларға БР Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте, форумдың эшлекле һәм уңышлы булыуына ышаныс белдерҙе:
- "Ҡаршылыҡтарҙы емереп" форумы төбәк башланғысы булараҡ барлыҡҡа килде, ләкин уның темаһы шул тиклем актуаль, бөгөнгө сара Стратегик башланғыстар агентлығы булышлығында үтә мөһим федераль фекер алышыу майҙансығына әүерелде. Был залда "үҙенсәлекле" кешеләрҙең тормошон яҡшыраҡ итергә тырышҡан фекерҙәштәр йыйылған. Тап форум ваҡытында яңы идеялар тыуа. Әйтәйек, 2024 йылды беҙ Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан иттек, - тине Радий Хәбиров. - Бөгөн иһә Махсус хәрби операция шарттарында ҡаты яраланған яугирҙарға ярҙам итергә кәрәк. Уларҙы тулы ҡанлы тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү зарур. Шуға күрә киләһе йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йылы була.
Республика етәксеһе "үҙенсәлекле" кешеләргә тулы ҡанлы тормошҡа кире ҡайтырға мөмкинлек биргән комплекслы эш хаҡында һөйләне:
- Төрлө реабилитация изделиеларын эшләү тармағы беҙҙең ярҙамға мохтаж ине. Профилле предприятиеларға етештереү ҡорамалдары һәм материалдар һатып алыуҙы субсидиялау өсөн икенсе йыл инде республика бюджетынан аҡса бүленә. Был программа үҫешә. Етештереүселәрҙән беҙ сифатлы һәм заманса изделиелар көтәбеҙ... Үҙенсәлекле" балаларҙың ата-әсәләре менән һөйләшкәндән һуң Өфөлә "Салют" реабилитация комплексын төҙөү идеяһы тыуҙы, ул үҙ эшен башланы ла инде. Бөгөнгө фекер алышыуҙан һуң һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам сараларын үҫтереү йәһәтенән яңы тәҡдимдәр булыр тип уйлайбыҙ", - тип билдәләне республика етәксеһе.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.10.24 | Ҡаралған: 62

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru