«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА УЙЫНЫМЫ, ӘЛЛӘ АТАЙ-ӘСӘЙ ХАТАҺЫМЫ?
+  - 


Берәй хәбәрҙе - яҡшымы ул, насармы - күберәк кеше белһен тиһәң, ул турала туҡтамай һөйләргә, яҙырға, таратырға кәрәк икән. Бына быға тиклем "квадробер", "квадробинг" тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ бар инеме? Ике ятып, бер төшөбөҙгә ингәне лә юҡ ине. Аҙаҡҡы ике ай буйына шул турала төрлө "яңылыҡ"тар уҡый торғас, хәҙер урамда бесәй йә этте эләкләп, битлек кейеп, яһалма ҡойроҡ эләктереп, дүрт аяҡлап йөрөүсе малай-ҡыҙҙы күреп: "Ә, был квадробер ҙа инде", - тип әйтерлек булдыҡ былай.

Күберәк мәктәп уҡыусылары, тимәк, үҫмерҙәр араһында киң билдәлелек алған был бик үҙенсәлекле субкультура - квадроберҙар хаҡындағы яңылыҡтар йышыраҡ социаль селтәрҙәрҙә урын ала. Бына бер өләсәй эткә оҡшатып олоған квадробер ейәнен сылбырға бәйләп, урамда йөрөй; бына Стәрлетамаҡ паркында квадробер ҡыҙҙар һикерешә; бына күрше Екатеринбургта бер үҫмер-квадробер бесәйгә оҡшатып, сәйер тауыштар сығарып, йәмәғәт транспортында кешеләрҙең аяҡтарына һырпалана; бына Надымда концерт мәлендә сәхнәгә бесәй битлеге кейеп сыҡҡан 8 йәшлек квадробер-ҡыҙға, "Аллам һаҡлаһын, һин квадробермы әллә?" тигәне өсөн уның ата-әсәһе йырсы Миа Бойконың өҫтөнән полицияға ғариза яҙып һала: йәнәһе, кеше алдында үҙенең хоббийы тураһында негатив һүҙ ишеткәс, ҡыҙҙары үҙенә йомола һәм уға хатта психолог ярҙамы кәрәк була. Ул ҡыҙҙы яҡлап, әллә күпме блогер сығыш яһаны әле.
Бесәй, эт һәм башҡа хайуан-йәнлек булып кейенеп, урамда йөрөүсе 10 йәшкә тиклемге балалар өсөн был ваҡытлыса мауығыу булып торалыр, улар өсөн был ысынында ла уйын ғына. Өлкәнерәк йәштәгеләре өсөн бары тик һеҙҙең һәм минең иғтибарыбыҙ, заманлаштырғанда, лайктар, ҡараусылар һанын арттырыу өсөн генә кәрәк. Бөгөн социаль селтәрҙәр һабантуй майҙаны кеүек, шағир әйтмешләй, унда һөнәрлеһе - һөнәрен, һөнәрһеҙе үҙен күрһәтә. Күрһәтә, сөнки еңел аҡса табырға теләй. Күрһәткәс инде, тамашасыһы ла кәрәк. Ошо тамашасы, йәғни беҙ, уның статусын күтәрәбеҙ, беҙҙең күңелдә уның "ижады" тыуҙырған һәр хис-тойғо уға матди килем килтереүгә булышлыҡ итә, шуға ла ул беҙҙе нығыраҡ аптыратырға ынтыла. Берҙә, әйтәйек, күрше Мөғлифә йәки Маша инәйгә ярҙам итеп, йәки берәй шәп нәмә уйлап табып, олимпиадала еңеп һ.б. танылыу яуларға теләмәй йәш кеше, ә еңелерәк юл эҙләй, был осраҡта иһә эт-бесәйгә "әйләнеп", бөтөн ғәмгә уларҙың магазиндарҙа һатылған махсус ризығын ашауын видеоға төшөрөп һалырға ла ғәрләнмәй.
Шулай ҙа квадроберҙарҙың был юҫыҡта алып барған ярышы хәҙер уйын сиген үтте, ахыры. Был йүнәлешкә депутаттар ҙа иғтибар итте - РФ Дәүләт Думаһы балаһы квадробинг менән шөғөлләнгәне өсөн ата-әсәләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырырға, хатта ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итергә тигән тәҡдим менән сығыш яһай. Балаһын дүрт аяҡлатып йәки бауға бәйләп урамға алып сыҡҡан өсөн - 5 меңгә тиклем, социаль селтәрҙәрҙә квадробингты пропагандалаған өсөн шулай уҡ 5 меңгә тиклем штраф һалырға кәрәк, тигән фекерҙә улар.
Дәүләт Думаһының Мәғлүмәти сәйәсәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Андрей Свинцовтың: "Балаһын тәрбиәләй алмай икән, штраф түләһен!"- тиеүендә дөрөҫлөк тә бар һымаҡ. Бөгөнгө һымаҡ, ғаиләләрҙә балаға батша итеп ҡарап, бер туҡтауһыҙ уның күңелен асып йәшәүгә ҡоролған тәрбиәнең һөҙөмтәһе түгелме был күренеш тә? Хәҙерге балаларға ниндәйҙер һүҙ әйтеү түгел, ҡырын ҡарарға ла ярамай - сит ил психологтары беҙҙе инде нисә йыл шулай тип өйрәтә, өйҙә эш эшләтеү түгел, мәктәптә япраҡ йыйҙырһалар ҙа ата-әсә лә тауыш ҡуптарырға әҙер. Бәпләп, һәр теләген үтәп, тәмле-татлы ашатып ҡына үҫтергән бала үҙенә яңынан-яңы ҡыҙыҡ эҙләйәсәк тә. 4-5 йәшлек балаһын, бесәй бул, тип, бер ата-әсә лә бауға тағып алмай, ул быны балаһын еңә, тимәк, дөрөҫ тәрбиәләй алмағандан эшләргә мәжбүр. Аҡсалар түгеп, әрменән алып ҡалған малайың да бесәй булып мыраулап, урамға сығып китмәҫ тип әйтеп ҡара шунан, тәүбә-тәүбә... Шуға ла квадроберҙарҙы йәлләргә лә, быны улар ата-әсә наҙы, иғтибары етмәгәндән эшләй, тип әлеге лә баяғы ата-әсәне ғәйепләргә лә кәрәкмәйҙер. Яңыраҡ Өфө үҙәгендә 20 йәште күптән үткән ике ирҙең бесәй булып кейенеп йөрөүен дә оҙон-оҙаҡ һөйләргә кәрәкмәй - уларҙың ошо "уйын" өсөн атрибутика һатыусыларға хеҙмәт итеп, ошо рәүешле улар тауарына реклама яһауы көн кеүек асыҡ. Интернетта 100 һумлыҡ ойоҡтар ҙа, 6-7 меңлек битлектәр ҙә күптән һатыла инде. Шулай ҙа квадробер тигән күренеш беҙҙең йәмғиәттә тамырланып китмәҫтер. Ул беҙҙең халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡараштарына ла тап килмәй, диндә лә һәр хайуанға ҡарата аныҡ талап билдәләнгән. Шуға ла был ваҡытлыса хәлгә артыҡ иғтибар итмәҫкә һәм уларҙың тирмәненә һыу ҡоймаҫҡа ғына кәрәктер.

Ләйсән НАФИҠОВА.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Өфө ҡалаһының "Үҫеш" психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәге директоры, психолог Гүзәл ФӘЙЕЗОВА һөйләй: Ҡасандыр был йүнәлеш изге уй-ниәттәр менән барлыҡҡа килгән, йәғни хайуан-йәнлектәрҙе яҡлау проблемаһына кешенең иғтибарын йүнәлтергә тейеш булған. Әммә сит илдәрҙә таралыу алған был хәрәкәт балалар, айырыуса үҫмерҙәр араһында башҡараҡ юҫыҡҡа боролоп китеп, улар тышҡы ҡиәфәте менән генә түгел, ә холоҡ-ҡылығы менән дә ошо хайуандарға оҡшарға тырыша башлай - үҙе һынландырған хайуан ашаған ризыҡты ашай, уның кеүек мыяулай, өрә, үҙен агрессив тота: тырнаша, тешләшә һ.б. Әлбиттә, былар барыһы ла йәмғиәт ҡанундарына ла, кешелеклелек нормаларына ла һыймай.
Үҫмерҙәр, йәштәр араһында төрлө хәрәкәттәр булып тора инде ул тип уйлаусылар хаҡ, тик бала уға башкөлләй бирелеп, уйын менән ысынбарлыҡ араһындағы сикте үтмәҫкә тейеш. Йәғни ул быны уйын тип кенә ҡабул итә һәм был шөғөлө уның үҙенең һәм эргә-тирәһендәгеләрҙең сәләмәтлегенә, ғүмеренә зыян итмәҫкә тейеш. Шулай ҙа үҫмер улы йәки ҡыҙы квадробер булырға теләй икән, ата-әсәгә уның күңел торошона, ҡылыҡтарына иғтибар итергә кәрәк. Бәлки, ул ниндәйҙер сәбәп менән агрессия кисерә һәм хайуан булып, эсендәге ошо асыуҙы сығарырға тырышалыр? Мәҫәлән, кеше башҡа кешене тырнай алмай, был тәрбиәһеҙлек тип һанала, ә бесәйҙе асыуландырһаң, ул һине тырнаҡтары менән эләктереп алырға ла тартынмай. Ата-әсәләргә гел әйтәм, балаға үҙенең тойғолары менән идара итергә өйрәтергә кәрәк, ул кире булһынмы, әллә ыңғаймы - кисерештәренең ҡоло түгел, хужаһы булһын. Тыйыуҙар, баланың тойғоларын аңламау, уға яратыуыңды күрһәтмәү, уны гел бала итеп ҡабул итеп, үҙеңдең ҡараштарыңды көсләп тағыу үҫмерлек осорон үтеүҙе ныҡ ҡатмарлаштыра. Шуға ла квадробинг менән шөғөлләнеп киткән үҫмерҙе иғтибарҙан ысҡындырмаҫҡа кәңәш итер инем. Ул уйын сиген уҙа икән, ярҙамға килергә кәрәк. Квадробер булараҡ нимәне эшләргә ярай, нимәне ярамай икәнен дә балаға ата-әсә аңлатырға бурыслы. Был хәрәкәт ҡасан һәм ниндәй маҡсатта барлыҡҡа килгән - ошо турала ла һөйләшергә кәрәк. Әгәр ҙә ата-әсәнең үҙенең көсөнән килмәй икән, белгестәргә мөрәжәғәт итеү ҙә мотлаҡ.


"Киске Өфө" гәзите, №43, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.10.24 | Ҡаралған: 72

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru