«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕҘ - 136-СЫЛАР
+  - 

Беренсе класта мин Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында уҡыным. Һупайлы биҫтәһенә күскәс, атай-әсәйем мине: "Пушкин лицейҙа уҡыған, был да лицей, унда уҡыһаң, үҙең дә шағир, ҙур шәхес булырһың", - тип, яңы фатирыбыҙ янындағы 136-сы Башҡорт лицейына уҡырға күсергә өгөтләне. Ысынлап та был ҡарар минең яҙмышымды хәл итте лә инде.

Башланғыс кластарҙа уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы Нәғимә Хәсән ҡыҙы Вәлиева бер көндө беҙгә шиғыр яҙыу серҙәрен өйрәтте, үҙенсәлекле дәрес үткәрҙе. Шул көндө мин тәүге шиғырымды яҙҙым. "Әсәй миңә ғүмер асҡан", тип башланғайны ул. Шул дәрес мине шиғриәткә алып килде. Һәм мин ҡәҙерле уҡытыусыма бик рәхмәтлемен.
Ғөмүмән, лицейыма, уның эшен юғары кимәлдә ойошторған легендар директорыбыҙ Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахмановҡа мин бик тә рәхмәтлемен. Бында бик күп түңәрәктәр, спорт секциялары эшләп килде. Үҙем йырға, баянға, бейеүгә, шиғриәт, журналистика түңәрәктәренә ихлас йөрөнөм, "Мәктәп донъяһы" исемле гәзитебеҙҙе сығарышыуҙа ҡатнаша инем. Тап лицейҙа журналист, яҙыусы булырға тигән теләгем тыуҙы. Бына шулай атай-әсәйемдең әйткәне тормошҡа ашты.

Йөҙ ҙә утыҙ алтым

Портфель аҫҡан бала саҡты
Ҡосағына алды
Беҙҙең Лицей,
Беҙҙең "Йөҙ ҙә утыҙ алты".

Аҡмулланың бөйөк хәҡиҡәтен
Оран итеп алды
Беҙҙең Лицей,
Беҙҙең "Йөҙ ҙә утыҙ алты".

Дөрләп яныр йөрәк усағына
Белем ҡуҙы һалды
Беҙҙең Лицей,
Беҙҙең "Йөҙ ҙә утыҙ алты".

Балаһының йәнен ҡурсаланы,
Уйламаны ялды
Беҙҙең Лицей,
Беҙҙең "Йөҙ ҙә утыҙ алты".

Белем ҡояшылай бала йәнен
Яҡтырталһын,
Мәңге шулай балҡысы һин,
"Йөҙ ҙә утыҙ алтым"!

Алмас ШАММАСОВ,
Башҡортостан Республикаһы Башлығының өлкән референты, шағир, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, лицейҙың 2004 йылдағы сығарылыш уҡыусыһы.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.24 | Ҡаралған: 300

Киске Өфө
 
Кемдер берәү әрләшә башлағас, әрләнеүсе ситкә китә. Әрләшеүсе уның артынан бара һәм: "Ниңә китәһең?" - тип һорай. Әрләнеүсе яуап бирә: "Һинең хоҡуғың - әрләшеү, ә минеке - тыңламау". Берәүгә һорау бирәләр. Ул яуап бирә алмай һәм әрләшә башлай. Уға шулай тип әйтәләр: "Әлбиттә, һиңә һорауға яуап биреүгә ҡарағанда, үҙ наҙанлығыңды йәшереү өсөн әрләшеү еңелерәк". Яман һүҙлеләр - ҡырағай хайуандың иң хәтәре, ялағай һүҙлеләр - йорт хайуандарының иң ҡурҡынысы.

(Диоген).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru