«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨТӨП АЛЫНА УЛ
+  - 

Мин Сибай интернат-гимназияһында уҡыным. Алыҫ райондан булғас, каникулдарға ғына ҡайта инем. Бүлмәләге ҡыҙҙар Сибай янындағы ауылдан булған класташ ҡыҙға барып йөрөнөк. Ғаиләһендәге өс баланың һәр береһе ял һайын кеше алып ҡайтыуына бер ҡасан да кире һүҙ әйтмәгән, һәр саҡ өҫтәл тултырып һый әҙерләп ҡаршы алған атай-әсәһенә әле булһын һоҡланам. Йә, ярай, һүҙем икенсе хаҡта ине.

Дуҫымдың әсәһе ауылдарында почтальон булып эшләне. Һәм нәҡ шәмбе дәрестән һуң уларға ҡайтып төшәбеҙ ҙә, әсәһенә ярҙамлашып, ауыл буйлап гәзит-журнал таратырға сығып китәбеҙ. Ул ваҡытта телефондар ҙа булманы, шулай ҙа халыҡ әллә ҡайҙан күреп, гәзит таратыусыны урамға уҡ сығып көтөп торор ине. Өй һайын тиерлек тиҫтәләгән гәзит-журналдар таратабыҙ, һәр ерҙә лә "почтаны көтөп кенә йөрөй инем әле", тип ҡаршы алалар. Бына ҡайҙа булған ул ваҡытлы матбуғатты яратыу, хөрмәт итеү, йығылып ятып уҡыу.
"Киске Өфө"нө лә таратыу бәхете тейҙе миңә бер генә йыл булһа ла. Баймаҡҡа гәзит әлеге лә баяғы шәмбе барып етә бит инде. Бер көн гәзит-журналдарҙы бүлеп һалып ултырһаҡ, ауылдың икенсе осонда йәшәгән ағай килеп инде. "Киске Өфө" бармы, һеҙ ҡасан беҙҙең осҡа килеп етеүегеҙҙе көтөп ала алмайым, тиҙерәк уҡығым килә", тип гәзитте алып сығып китте. Бына шундай ҙур ылыҡтырғыс көскә эйә гәзит ине ул саҡта, һәм ике тиҫтә йыл ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, бөгөн дә иң көтөп алынған баҫма ул "Киске Өфө".
Шәхсән минең өсөн был баҫманың әһәмиәте нимәлә? Унда баҫылған мәҡәләләрҙең һәр береһе актуаль, тәрән мәғәнәле, ниндәйҙер фекер уятыусы, ҡайһы саҡта оҙаҡ ваҡыт осона сыға алмайынса уйланып йөрөгән уйҙарҙы таратып ебәрер көскә эйә. Гәзиттең тағы ла бер үҙенсәлеге - халҡыбыҙ өсөн мөһим, актуаль хәбәр һәм мәғлүмәтте ҡыҫҡа, тос, аңлайышлы итеп бирә белеүендә. Һәм тағы ла шуны ла билдәләп үтергә кәрәктер: "Киске Өфө" республикала йәшәгән милләттәштәребеҙ донъяһын ғына яҡтыртмай, ә Башҡортостандан ситтә йәшәүселәр тураһында ла әүҙем яҙа, уларға ҡағылышлы яңылыҡтарҙы яҡтыртып бара.
"Киске Өфө" - традицияларыбыҙҙың һәм ғаилә ҡиммәттәренең мөһимлеген һәр ваҡыт һыҙыҡ өҫтөнә алған, уларҙың әһәмиәте тураһында һөйләгән баҫмаларыбыҙҙың береһе. Ғаилә институты, атай-әсәй һәм балалар, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт, ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларҙы белеү һәм ихтирам итеү - һәр йәмғиәттең ныҡлы нигеҙен тәшкил итеүсе факторҙар. Ошо хаҡта матур һәм йөкмәткеле итеп һөйләүсе гәзитебеҙ - "Киске Өфө"бөҙ булыуы менән ғорурлана, үҙебеҙҙе бәхетле тип әйтә алабыҙ.

Миңзифа ИШҠОЛОВА.
Йылайыр районы.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.24 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru