«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МЕРСЕДЕС КИРЕ ҠАЙТЫРМЫ?
+  - 


Урамдағы, йәшәгән йортоғоҙ алдындағы машиналар теҙмәһенә күҙ һала йөрөйһөгөҙҙөр, моғайын: ниндәй генә маркалар юҡ! Бер заман хатта беҙҙең подъезд алдына шулар араһында әлегәсә булмаған бейек, күрмәлекле, ғорур һауа ҡошона оҡшаған "Лексус" килеп ҡунаҡланы хатта.

Балалар коляскаһы менән түгел, яңғыҙ йәйәүлегә лә йырып сығыуы ауыр булған был машиналар парадына ҡарап, берсә һөйөнәһең, берсә көйөнөргә мәжбүрһең. Беренсенән, береһенән-береһе текәрәк иномаркалар алырға хәлдәренән килгәс, тимәк, халыҡ насар йәшәмәй. Икенсе яҡтан, бөгөн автоһәүәҫкәрҙәр үҙ теләктәре менән ошо иномаркалар "тоҙағына" килеп эләгеүҙәрен аңғармай ҙа ҡалалар. Йәки аңғарһалар ҙа, күрәләтә, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, фәҡәт иномарка йөрөтөргә теләйҙәр: был мәртәбәлерәк тә, эйе, шул уҡ ваҡытта сит ил продукцияһының сифат мәсьәләһе лә йәлеп итәлер. Ә ватан автопромын күтәрмәләү кеүек илһөйәрлек ынтылышы ҡоро һүҙ генә булып ҡала.
Эйе, бөгөнгө заманда кешелек ҡиммәттәре "натуралата" - матди байлыҡ, аҡса, текә иномарка, зиннәтле коттедждар менән алмашынғанда, ватан машинаһына ултырып йөрөү, йомшаҡ итеп әйткәндә, ғәрлек булмаһа ла, меҫкенлек тип ҡарала торғандыр. Шуға ла ҡиммәтле машиналар килтереп тыуҙырған проблемаларға һәм талаптарға яраҡлашырға тура килә рәсәйҙәргә. Әлеге ваҡытта машиналарҙы техник хеҙмәтләндереү ауырлаша бара, ти Fit Service халыҡ-ара автосервистар селтәре вәкилдәре. Запас частар баҙарында ялған продукция күбәйә икән. Аналитик агентлыҡтар хәбәр итеүенсә, автосервистарҙың 40 проценты ошо йәһәттән зарланһа, автомеханиктарҙың 37 проценты үҙ эшендә ялған деталдәргә осрауы хаҡында белдерә. Ул ғына ла түгел, һорау алыуҙарҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең 54 проценты - сифатһыҙ, тимәк, ялған яғыулыҡ-майлау материалдарына, 35 проценты - фильтрҙарға, 33 проценты ҡабыҙыу шәмдәренә, 19 проценты башҡа төр деталдәргә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдергән. Баҡтиһәң, ялған продукция сығарыусылар билдәле брендтарҙы күпләп етештерә, хатта ҡиммәтле һаҡлау элементтары булған голограммаларҙы, сифатлы канистралар һәм ҡумталарҙы шундай итеп эшләй, уларҙы хатта күпте күргән автоһәүәҫкәрҙәр ҙә төп нөхсәнән айыра алмаҫҡа мөмкин икән. Шуға күрә ремонт һәм машина деталдәрен алмаштырыу, машина майы, техник шыйыҡлыҡтар менән бәйле эштәрҙе сертификацияһы булған автосервистарҙа ғына башҡарырға тәҡдим итәләр.
Был урында шул да мәғлүм булһын: ошо көндәрҙә РФ Дәүләт Думаһы ОСАГО хаҡындағы Федераль законға ошо төр страховка буйынса иң сикке ремонт ваҡытын 30-ҙан 45 тәүлеккә тиклем оҙайтты. Сәбәбе - сит ил запчастары менән тәьминәттәге проблемалар. Әлеге ваҡытта, мәғлүм булыуынса, ай эсендә автомобилде ремонтлап өлгөрмәһәләр, сервис - страховкалау компанияһы алдында , ә уныһы, үҙ сиратында юл-транспорт ваҡиғаһында зыянланған автомобиль хужаһы алдында яуап тота. Яңы автомобилдәргә ҡағылышлы проблемаларҙың береһе - уларға хаҡтарҙың артыуы. Уның сәбәптәре аңлашыла: һумдың осһоҙланыуы, Үҙәк Банк ставкаһының артыуы һәм, өҫтәүенә, ошо йылдың 1 октябренән утилләштереү йыйымының 85 процентҡа арттырылыуы. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан иһә уның икенсе этабы - 10-20 процентҡа индексациялау көтөлә Шулай итеп, быйыл 2 литрға тиклемге двигателле автомобилдәргә утиль һалымы өсөн... 556 мең һум сығарып һалырға кәрәк булһа, киләһе йылдан - 667 мең, ә 3 литрға тиклемге техсара өсөн ҡеүәтле, текә машина яратыусылар 1 563 000 - 1 875 600 һум "ғына" түләйәсәк.
Әйткәндәй, Рәсәй Банкының төп ставканы 21 процентҡа күтәреүе автокредит бәкәленә килтереп һуҡты. Етештереүсенең субсидия программаһын иҫәпләмәгәндә, ысынбарлыҡта автокредит ставкаһы 25-30 процент тәшкил итә, тип белдерә эксперттар һәм шундай миҫал килтерә. Әйтәйек, 2 млн самаһы торған Chery Tiggo 4 Pro өсөн тәүге 500 мең взнос менән 5 йылға ай һайын 60 мең сығарып һалғанда ла кредитҡа түләнгән дөйөм сумма... 3,5 млн тәшкил итәсәк. Тәү түләнгән 500 мең взносты ла ҡушып иҫәпләһәң, әллә ни "текә" иҫәптә тормаған "Tiggo"ның хаҡы 4 миллионға барып етәсәк. Әлбиттә, тип йыуата был өлкәлә балыҡ кеүек "йөҙгән" белгестәр, ысынында баҙар ниндәйҙер тигеҙлек, баланс эҙләргә һәм уны булдырырға тырышасаҡ; айырыуса етештереүселәр үҙ продукцияһына һорауҙы һаҡларға тырышып, хаҡтарҙы йүгәндә тоторға тырышасаҡ, ләкин бөгөнгә күренеш бына шундай.
Уның ҡарауы, йыл башынан алып ноябргә тиклем автосауҙа эше гөрләп барҙы һәм ошо осор эсендә бөтәһе 1 162 277 яңы автомобиль һатылған. Ә илдә бөтәһе 50 миллиондан ашыу машина бар. Әле иһә халыҡ яңы хаҡтарға күнегә төшөргә тейеш һәм һәр хәлдә декабрь аҙаҡтарына баҙар үҙ ҡеүәтен ҡайтарасаҡ, ти эксперттар. Машинаға, һалым түләүе һәм хеҙмәтләндереү хаҡтары артыу менән бәйле ҡайһы бер белгестәр белдереүенсә, 2025 йылда автомобиль байлыҡ, зиннәтле милеккә әйләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә автомобиль менән файҙаланыу ваҡыты 10-15 йыл, ләкин кемдәрҙер уны яңыртырға теләһә, ә яңыны алырға хәленән килмәһә, икенсел автобаҙарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Үкенескә, Рәсәйҙең икенсел файҙаланыу автопаркы ла төшөнкөлөк осоро кисерә, ул ярайһы иҫкерҙе, ти белгестәр. Һайлау мөмкинлеге кәмей бара, иғтибарға лайыҡ маркалар һирәк осрай. Ә бына Yolkswagеn Polo, Hyundai Solaris кеүек "халыҡ маркалары" оҙаҡ ҡына тотонолған хәлдә лә ихтыяж менән файҙалана, сөнки улар сыҙам, сифатлы һәм уларҙы ремонтлау өсөн запчастар проблема түгел - һөҙөмтәлә һаҡсыл хужа был машинаның "ғүмерен" тағы байтаҡ йылға оҙайта ала. Тотонолған авто ала алмаған кеше етештереүсенең автокредит программаһы иҫәбенә бер аҙ арзаная төшкән Ҡытай машиналарына иғтибар итәсәк. Дөрөҫ, күптәр был сегментҡа ышаныс белдермәй, сөнки уларҙы ремонтлау мәшәҡәттәре оҙаҡҡа һуҙыла, Рәсәйҙәге көслө һыуыҡтарҙа яңы моделдәргә ҡуйылған сенсорлы экрандары эшләмәй, юғары октанлы бензинды күп "ашай" һ.б.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә һүҙ ҡуйыртылыуынса, немец автобрендтарынан Mercedes, BMW, Audi һәм Volkswagen машинадарының, Японияның Honda, Suzuki, Mazda, Mitsubishi һәм Nissan маркаларының, шулай уҡ Көньяҡ Корея машиналарының Рәсәйгә кире ҡайтыуы көтөлә. Ләкин РФ Президентының матбуғат секретары Д.Песков белдереүенсә, был мөмкин тип ҡаралған хәлдә лә улар тарафынан рәсми тәҡдимдәр булманы, шуға күрә әлегә был хаҡта һүҙ ҡуҙғатыу иртәрәк. Ә инде Германияның консалтинг компанияһы етәксеһе Ульф Шнайдер, Германия автопромына тиҙерәк Рәсәй баҙарына ҡайтып, Ҡытай маркаларын һатып алыусыларҙы үҙебеҙгә йәлеп итергә кәрәк, юғиһә, беҙ Рәсәй баҙарын тиҫтәләрсә йылға юғалтасаҡбыҙ, тип белдерә Berliner Zeitung гәзитенә интервьюһында. Эйе, үҙҙәренә кәрәк булғанда эште бик тиҙ генә үҙ файҙаларына бороп ебәрә ала улар. Д.Песков белдереүенсә, ил етәкселеге Рәсәй автобаҙарында ҡытай, япон һәм немец брендтары араһында килеп тыуасаҡ көнәркәшлекте хуплай, сөнки был хаҡтарҙың кәмеүенә килтерәсәк. Рәсәйҙәр аҙыраҡ түләп, сифатлы машиналы булһындар өсөн дәүләт бөтәһен дә эшләйәсәк, шул уҡ ваҡытта ватан етештереүселәрен дә онотмаясаҡ.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.24 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru